Батшалар үҙәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Координаталары: 25°44′27″ т. к. 32°36′07″ кс. о. / 25.740833° т. к. 32.601944° кс. о. (G) (O)

Батшалар үҙәне

Батшалар үҙәне (ғәр. وادي الملوك‎‎, Вади-эль мулук)[1]Мысырҙағы беҙҙең эраға тиклемге 16-сы быуаттан алып 11-се быуатҡа тиклем яҡынса 500 йыл дәүерендә Яңы Батшалыҡтың (Боронғо Мысырҙың Ун һигеҙенсе династияһынан алып Егерменсе династияһына тиклем) фирғәүендәре һәм юғары дәрәжә эйәләре өсөн кәшәнәләр төҙөлгән үҙән[2][3]. Үҙән Нил йылғаһы буйында, Фива (хәҙерге Луксор ҡалаһы) ҡаршыһында урынлашҡан һәм ике өлөштән — Көнсығыш үҙәндән (кәшәнәләрҙең күпселеге бында төҙөлгән) һәм Көнбайыш үҙәндән тора.

Рәсми исеме:

G41 G1 Aa1
D21
O1 O29
Y1
A50 s Z4
Y1
G7 N35 C11 Z2
N35
M4 M4 M4 t
Z2
N35
O29
O1 O1
G7 S34 U28 s D2
Z1
R14 t
t N23 Z1
N35
R19 t
O49
G7

Үҙәндә алтмыштан ашыу билдәле кәшәнә бар, араларында ҙурлығы менән кескәй соҡорҙан алып йөҙҙән артыҡ бүлмәле кәшәнәләр осрай. Улар Боронғо Мысыр мифологияһынан төрлө күренештәр менән биҙәлгән һәм шул ваҡыттағы ерләү тантаналары, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында мәғлүмәт сығанағы булараҡ үтә әһәмиәтле. Бөтә кәшәнәләр ҙә тиерлек беҙгә тиклем бик күп быуаттар элек үк асылып, таланған, тик һаман да үҙ дәүере хакимдарының бөтмәҫ байлығы, оло ҡеүәте күрһәткесе булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә]

Таусерт кәшәнәһендә

Батшалар үҙәне Фива ҡалҡыулығы битендә урынлашҡан. Был ҡалҡыулыҡты пирамидаға оҡшаған үҙенсәлекле һыны өсөн урындағы халыҡ әл-Ҡурн — «Мөгөҙ» тип атай. Бәлки, тауҙың Боронғо батшалыҡ дәүерендәге пирамидаларға оҡшап тороуы Ун һигеҙенсе династия фирғәүендәрен нәк ошо урынды мәңгелек йоҡо урыны төҙөү өсөн һайларға этәргәндер.

Тутмос I тәү башлап ошо үҙәнде үҙенең кәшәнәһе өсөн һайлай. Уның архитекторы Инени ҡаяларҙа йәшерелгән кәшәнә барыһына ла асыҡ күренгән пирамидаларға ҡарағанда нығыраҡ һаҡланырына өмөтләнгән, булһа кәрәк.

Боронғо архитекторҙарҙың бар тырышлыҡтарын һалып, кәшәнәләрҙе кеше күҙенән йәшереүенә ҡарамаҫтан, улар шулай ҙа боронғо дәүерҙә үк таланыуға дусар була. Тик ун туғыҙ йәшендә генә донъянан киткән фирғәүен Тутанхамондың кәшәнәһе генә ниндәйҙер мөғжизә менән бөтөн килеш һаҡланып ҡала. Уның ҡәберлегендә табылған муллыҡтар таң ҡалдырырлыҡ, тик Боронғо Мысыр тарихында күпкә әһәмиәтлерәк роль уйнаған башҡа фирғәүендәрҙең ҡәберлектәре байтаҡҡа зиннәтлерәк булған, тип фаразлана.

«Батшалар үҙәне» исеме йөрөтөүенә ҡарамаҫтан, бында батшаларҙан тыш юғары ҡатлам әһелдәре, уларҙың йәки фирғәүендәрҙең ҡатындары һәм балаларының кәшәнәләре лә урын алған, шуға күрә яҡынса тик 20 кәшәнә генә — батша кәшәнәһе. Рамзес I осоро тирәһендә батша ҡатындары, балалары, дини әһелдәр өсөн айырым төҙөлөш Батша ҡатындары үҙәне исеме аҫында билдәле биләмәлә башлана.

Яңы Батшалыҡ дәүере тамамланыуына Мысыр өсөн оҙайлы сәйәси һәм иҡтисади тарҡалыш осоро башлана. Был Фивалағы төҙөлөш эштәренә лә тәьҫир итмәй ҡалмай. Егерме беренсе династия башында яңы ҡәберлектәр булдырыу урынына булған кәшәнәләрҙе асып, ҡулланалар.

Үҙән ныҡ талана башлағанға күрә, Егерменсе династия ваҡытында Амон аллаһы әһелдәре кәшәнәләрҙең күбеһен аса һәм ундағы мумияларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн башҡа кәшәнәләргә күсерә. Уларҙың күбеһе Дейр-әл-Бахри янында йәшерелә, ҡалғандары Аменхотеп II-нен кәшәнәһенә күсерелә.

Өсөнсө үҙгәреш дәүерендә һәм артабан ерләү өсөн асыҡ кәшәнәләрҙең күбеһе үҙләштерелә. Мысырҙа христиан дине таралып, урындағы копт йүнәлеше хөкөм һөргәндә кәшәнәләр сиркәүҙәр, хатта өйҙәр рәүешендә ҡулланыла.

Кәшәнәләрҙең төҙөлөшө[үҙгәртергә]

Кәшәнәләр башлыса ҡая эсенә табан уйылған ҡыя коридорҙан тора, унан бер йәки бер нисә ерләү бүлмәһе айырылып китә. Тәүге кәшәнәләрҙә кәмендә бер мәртәбә коридорҙар 90 градусҡа боролған (мәҫәлән, KV43, Тутмос IV-нең кәшәнәһе), һәм тәүге кәшәнәләрҙә картуш формаһында ерләү бүлмәләре булған. Ерләүҙән һуң коридор ҙур таш менән ҡапланып, ҡәберлеккә кереү урыны йәшерелгән, булыуы ихтимал. Боронғо Мысырҙа Эхнатон кереткән Атон аллаһына табыныу осоро — Амарна дәүеренән һуң, Амон аллаһына табыныу ҡайтанан тергеҙелгәс, кәшәнәләрҙең планы әкренләп турайған, һәм Ун туғыҙынсы династияның һуңғы кәшәнәләре һәм Егерменсе династияның кәшәнәләре туп-тура коридорҙан торған (мәҫәлән, Рамзес III һәм Рамзес IX-ның кәшәнәләре, KV11 һәм KV6). Кәшәнәләр турайыу менән бергә коридорҙарҙың ҡыялығы ла кәмегән һәм Егерменсе династияның һуңғы кәшәнәләрендә бөтөнләй тиерлек юғалған.

Кәшәнәләрҙең биҙәлеше[үҙгәртергә]

KV34 кәшәнәһендә «Ам-Дуат» китабынан күренеш. Ҡояш аллаһы ун беренсе сәғәттә һәм Хор үҙенең дошманы Осиристы еңеп сыға

Боронғо мысырлылар теге донъяға юл Дуат — йәһәннәм аша үтеүенә, унда осраған ҡурҡыныс заттар һәм бүтән төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн ҡайһы бер йолаларҙы үтәү кәрәклегенә ышанғандар. Фирғәүенгә теге донъяла ярҙам итергә тейешле дини текстар, рәсемдәр кәшәнәләрҙең диуарҙарында уйылған һәм бөтәһе бергә ерләү китапарын тәшкил иткән. Тәүге кәшәнәләрҙә «Ам-Дуат», шулай уҡ «Йәшерен бүлмә китабы» исеме аҫтында билдәле китаптан рәсемдәр һәм текстар менән биҙәлеп, ҡояш аллаһының төнгө ун ике сәғәт эсендәге сәйәхәтен һүрәтләй. Хоремхеб дәүеренән алып кәшәнәләрҙә «Ҡапҡалар китабы»ның төрлө өлөштәре уйылып, ҡояш аллаһының төнгө ваҡытта бүленгән ун ике ҡапҡа аша үтеүен күрһәтә. Ун туғыҙынсы династия аҙағындағы фирғәүендәрҙең кәшәнәләрендә һүрәтләнгән «Мәмерйәләр китабы»нда иһә йәһәннәм мәмерйәләргә бүленгән һәм был мәмерйәләрҙә төрлө аллалар ҡояштың килеүен көтә. Бынан тыш, һуңғы осор кәшәнәләрендә «Ер китабы», «Һауа китабы» һәм «Ра аллаһына доға» китаптары уйылған.

Һәр кәшәнә теге донъяла бөтә уңайлыҡтар менән йәшәүҙе дауам итеү өсөн йыһазландырылған. Ҡайһы бер йыһаздарҙы фирғәүендең тере сағында уҡ ҡулланған булған, ә ҡайһы берҙәре ерләү өсөн махсус әҙерләнгән.

Үҙәндәге кәшәнәләр исемлеге[үҙгәртергә]

Хәҙерге «KV» аббревиатураһы «Kings' Valley»— «Батшалар үҙәне» атамаһының ҡыҫҡартылышы, һәм уларға номерҙар табылыуҙары тәртибендә бирелгән. Миҫал өсөн, Рамзес VII-нең кәшәнәһе — KV1, ә 2005 йылда табылғаны — KV63. Көнбайыш үҙәндәге кәшәнәләр йыш «WV» — «West Valley» аббревиатураһы менән билдәләнә.

East Valley of the Kings Sketch Map (Topo).png

KV1
KV2
KV3
KV4
KV5
KV6
KV7
KV8
KV9
KV10
KV11
KV12
KV13
KV14
KV15
KV16
KV17
KV18
KV19
KV20
KV21
WV22
WV23
WV25
KV26
KV28
KV29
KV30
KV31
KV32
KV34
KV35
KV36
KV37
KV38
KV40
KV42
KV43
KV44
KV45
KV46
KV47
KV48
KV54
KV55
KV56
KV57
KV58
KV59
KV61
KV62
KV63

KV1 — 20-се династия фирғәүене Рамзес VII-неке.

KV2 — 20-се династия фирғәүене Рамзес IV-неке.

KV3 — 20-се династия фирғәүене Рамзес III-нөң улыныҡы.

KV4 — 20-се династия фирғәүене Рамзес XI–неке.

KV5 — 19-сы династия фирғәүене Рамзес II–нең улдарыныҡы.

KV6 — 20-се династия фирғәүене Рамзес IX–ныҡы.

KV7 — 19-сы династия фирғәүене Рамзес II–неке.

KV8 — 19-сы династия фирғәүене Мернептахтыҡы.

KV9 — 20-се династия фирғәүендәре Рамзес V һәм Рамзес VI-ныҡы. Ул шулай уҡ «Мемнон кәшәнәһе» йәки «La Tombe de la Métempsychose» исеме аҫтында билдәле.

KV10 — 20-се династия фирғәүене Аменместыҡы.

KV11 — 20-се династия фирғәүене Рамзес III-нөкө («Брюс кәшәнәһе»). Был кәшәнә үҙәндә иң ҙурҙарының береһе. Ул туристар өсөн асыҡ, биләмәнең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм диуарҙары бик матур биҙәлеп, рәсемдәренең төҫтәре бик яҡшы һаҡланған, шуға ла туристар йышыраҡ ошо кәшәнәгә керә.

KV12 — эйәһе билдәһеҙ.

KV13 — Сиптах һәм Таусерт осорондағы вәзир Баиҙыҡы. Һуңыраҡ 19-сы, 20-се династия принцтары Аменхерхепшеф һәм Ментухерхепшеф тарафынан ҡулланыла.

Сети I Хатхор, Боронғо Мысыр алиһәһе ҡаршыһында. KV17 кәшәнәһендә уйылған рәсем

KV14 — 19-сы династия фирғәүене Таусерттыҡы. 20-се династия фирғәүене Сетнахт тарафынан ҡайтанан ҡулланыла.

KV15 — 19-сы династия фирғәүене Сети II-неке.

KV16 — 19-сы династия фирғәүене Рамзес I-неке.

KV17 — 19-сы династия фирғәүене Сети I-неке, ул шулай уҡ «Бельцони кәшәнәһе» исеме аҫтында бидләле. Ул ҙурлығы менән генә түгел, төҙөлөшөнөң ҡатмарлылығы менән дә үҙәндәге бер кәшәнә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Кәшәнә әллә күпме баҫҡыстар һәм залдарға илтеүсе пилондар менән биҙәлгән галереяларҙан тора, ә диуарҙары дини рәсемдәр менән бай биҙәлгән.

KV18 — 20-се династия фирғәүене Рамзес X-ныҡы.

KV19 — 20-се династия принцы Ментухерхепшефтыҡы.

KV20 — 18-се династия фирғәүендәре Тутмос I һәм Хатшепсуттыҡы.

KV21, KV24, KV26, KV27, KV28, KV29, KV31, KV33, KV37, KV40, KV44, KV49, KV53, KV58, KV59, KV61, KV63, KV64, KV65 — эйәләре билдәһеҙ.

KV30 — эйәһе билдәһеҙ, ул шулай уҡ «Лорд Белмор кәшәнәһе» тип йөрөтөлә.

KV32 — 18-се династия фирғәүене Тутмос IV-нең әсәһе Тианыҡы.

KV34 — 18-се династия фирғәүене Тутмос III-нөкө. Үҙәндәге иң матур кәшәнәләрҙең береһе, бынан тыш, «Ам-Дуат» китабының тулы тексы уйылған иң боронғо кәшәнә.

KV35 — 18-се династия фирғәүене Аменхотеп II-неке. Был ҡәберлек шуныһы менән үҙенсәлекле — бында талаусыларҙан һаҡлап ҡалыр өсөн башҡа кәшәнәләрҙән килтереп йәшерелгән тиҫтәләп мумия табыла.

KV36 — Маихерпериҙыҡы, 18-се династия, Хатшепсут осорондағы юғары ҡатлам кешеһе.

KV38 — 18-се династия фирғәүене Тутмос I-неке.

KV39 — 18-се династия фирғәүене Аменхотеп I-неке, булһа кәрәк.

KV41 — эйәһе билдәһеҙ, 18-се династия дәүерендәге фирғәүен Тетишери өсөн төҙөлгән, тип фаразлана.

KV42 — 18-се династия фирғәүене Тутмос III-нөң ҡатыны Меритра Хатшепсуттыҡы.

KV43 — 18-се династия фирғәүене Тутмос IV-неке.

KV45 — 18-се династияла юғары ҡатламдарҙан булған Усерхеттыҡы.

KV46 — 18-се династия фирғәүене Аменхотеп III-нөң ҡатыны Тианың ата-әсәһе — Юя һәм Туяныҡы. Тутанхамон кәшәнәһен тапҡанға тиклем үҙәндә табылған кәшәнәләрҙең иң яҡшы һаҡланғаны була.

KV47 — 19-сы династия фирғәүене Саптахтыҡы.

KV62 кәшәнәшендә

KV48 — Аменемипет (Пайри), 18-се династия фирғәүене Аменхотеп II дәүерендә ҡала башлығы һәм вәзир вазифаһын биләй.

KV50, KV51, KV52, KV52 — был кәшәнәләр бергә «Йәнлектәр кәшәнәләре» тип атала, — бында йәнлек мумиялары табыла. Кәшәнәләр 18-се династияға ҡарай, тәүгеһендә Аменхотеп II-нең йорт йәнлектәре булыуы ихтимал.

KV54 — Тутанхамондың ҡәберлеген бәлзәмләү өсөн ҡулланылған бүлмә, тип фараз ителә.

KV55 — 18-се династия осорона ҡарай, бында бер нисә мумия табыла, шуларҙың береһе башта Сменхкараныҡы тип фаразлана, һуңынан Эхнатондыҡы булыуы асыҡлана.

KV56 — эйәһе билдәһеҙ, ул шулай уҡ «Алтын кәшәнә» исеме аҫтында билдәле.

KV57 — 18-се династия фирғәүене Хоремхебтыҡы.

KV60 — 18-се династия фирғәүене Хатшепсут осорондағы юғары ҡатлам кешеһе Ситрҙыҡы (Ин исеме аҫтында ла билдәле).

KV62 — 18-се династия фирғәүене Тутанхамондыҡы. Был кәшәнә бөгөнгө көнгәсә үҙәндәге иң оло табыш тип иҫәпләнә. Ҡәберлектәге бар йыһаздар бөтөн килеш һаҡланған була. Бында табылған алтын биҙәүестәр һам башҡа хазиналар кәшәнәгә, уның эйәһе Тутанхамонға һәм уны табыусы египтолог Говард Картерға ысын мәғәнәһендә танылыу килтерә.

WV22 — 18-се династия фирғәүене Аменхотеп III-нөкө.

WV23 — 18-се династия фирғәүене Эйенеке.

WV24 — эйәһе билдәһеҙ.

WV25 — был кәшәнә эшләнеп бөтмәгән, Эхнатонды Фивала ерләү өсөн башланған, булһа кәрәк.

Үҙәндәге ҡаҙыу эштәре[үҙгәртергә]

Хоремхебтың кәшәнәһенә кергән урын, кәшәне тапҡас, 1908 йыл
Говард Картер Тутанхамондың саркофагын тикшерә. 1923 йыл

Һуңғы ике быуат дауамында Батшалар үҙәне — ул төп египтологик эҙләнеүҙәр урыны. Боронғо заманда (айырыуса Боронғо Рим дәүерендә) был биләмә туризм урыны булып торған. Кәшәнәләрҙең күбеһендә боронғо туристар ҡалдырған яҙмалар, шул иҫәптән грек һәм латин яҙмалары бар. Был яҙмаларҙың күбеһе, 1000-гә яҡыны, KV9 кәшәнәһендә табылған. Иң тәүге бындай яҙма б.э.т. 278 йылға ҡарай.

1799 йылда Наполеон экспедицияһы билдәле кәшәнәләрҙең картаһын һәм планын һыҙа.

Европаның Фива биләмәләрендәге эҙләнеүҙәре 19-сы быуатта, Шампольондың быуат башында Боронғо Мысыр иероглифтарын тәржемә итеүенән һуң яңы көс менән дауам итә. Быуат башында бында Бельцони, итальян сәйәхәтсеһе, бер нисә кәшәнәне, шул иҫәптән 1816 йылда Эйенең WV23 кәшәнәһен аса, ә киләһе йылда үҙәндәге иң матур кәшәнәләрҙең береһе — Сети I-нең KV17 кәшәнәһен таба. Һуңғыһын хатта ҡайһы берҙә «Бельцони кәшәнәһе» тип атайҙар.

1898 йылда француз египтологы Виктор Лоре KV35 — Аменхотеп II-нең кәшәнәһен таба. Был табыш шуныһы менән айырыуса әһәмиәтле — бында Тутмос IV, Аменхотеп III, Мернептах, Сети II, Саптах, Сатнах, Рамзес IV, Рамзес V һәм Рамзес VI-ның мумиялары менән тағы туғыҙ саркофаг табыла.

Егерменсе быуат башында американ Теодор Девис үҙәндә эҙләнеүҙәргә рөхсәт ала һәм уның төркөмө бер нисә кәшәнә, шул иҫәптән KV43, KV46 һәм KV57 кәшәнәләрен таба. KV54 һәм KV58 кәшәнәләренәге Тутанхамондың ерләүенән һуң һаҡланған ҡомартҡыларҙы тапҡас, үҙән тулыһынса өйрәнелгән һәм бында башҡа ерләү урындары юҡ, тип иғлан ителә.

1915 йылда, Девистың үлеменән һуң инглиз египтологы Джордж Карнарвон үҙәнде өйрәнеүгә керешә һәм Говард Картерҙы был эш өсөн яллай. Тутанхамон кәшәнәһе — хәҙерге көнбайыш археологияһының иң билдәле асышылыр, моғайын. Нәҡ Говард Картер 1922 йылдың 4 ноябрендә KV62 исеме аҫтындағы киң билдәле Тутанхамон кәшәнәһен таба. Боронғо Мысыр тарихында артыҡ ҙур әһәмиәте булмаған был фирғәүендең ҡәберлеге алтын биҙәүестәр менән шул тиклем тулы була, хатта был асыш арҡаһында Тутанхамондың исеме бөгөнгө көндә иң билдәле фирғәүендәр рәтенә керә.

Үҙәндә төрлө экспедициялар бөгөнгө көндә лә дауам итә, һәм был биләмәгә бәйле яңынан-яңы асыштар пәйҙа була.

Батшалар үҙәне ун һигеҙенсе быуат аҙағынан археологик һәм египтологик эҙләнеүҙәр үҙәге булып тора. Тутанхамондың кәшәнәһен тапҡан көндән алып бөгөнгө көнгәсә үҙән — донъялағы иң билдәле археологик урын.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Reeves and Wilkinson (1996), p.6
  2. Maspero (1913), p.182
  3. Theban Mapping Project. Theban Mapping Project. 4 декабрь 2006 тикшерелгән.