Берҙәнеш (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Берҙәнеш
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Майҙан 12,2 км²
Карта

Берҙәнеш (рус. Бердениш (Берда)) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Озёрский ҡала округындағы күл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берҙәнеш күле Озёрский ҡала округында Кәҫле районы сигендә урынлашҡан. Ирташ күле һәм Мәтеле (Метлинский) быуа менән ҡылымыҡтар аша бәйле. Күл тирәләй Ырыҫкүл, Ҡужагүл һәм Ҡыҙылташ күлдәре теҙелеп киткән[2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл көҙгөһө майҙаны — 12,2 км².Диңгеҙ кимәленән — 224 м бейеклектә ята[3].

Геометрик дәүмәле — 4,6 км (көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа) һәм 2,4 км (көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа). Уртаса тәрәнлеге 1,9 м[4].

Күлдең һыуы ҡырҡыу-тоҙло. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һаҙлыҡлы. Төньяҡ-көнсығыш яры текә, ярлау. Күлдә табан, карп, ҡорман, алабуға, суртан тереклек итә.

Мәғлүмәт өсөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылда Берҙәнеш күле стронций-90 һәм цезий-137 менән бысраныу майҙанына эләккән булған[5].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Топоним башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш һөйләшендәге «Берләнеш» һүҙенән үҙгәргән. Шул ваҡытта Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә был топоним башҡорт телендәге «бәрҙе» балығынан йәки Бирҙе тигән башҡорт ир-ат исеменән килеп сыҡҡан булыуын фараз итә[6][7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  3. Озеро Бердениш [1]
  4. Бердениш [2] 2019 йыл 27 март архивланған.
  5. БЕРДЕНИШ (БЕРДА)[3]
  6. Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [4]