Кәҫле районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кәҫле районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Рәсәй

Урынлашҡан урыны

Силәбе өлкәһе

Берләштерә

11

Административ үҙәк

Кәҫле

Барлыҡҡа килеүе

4 ноябрь 1926

башлыҡ

Коробейников Александр Васильевич

Майҙаны

3 356 км² (11 урын)

Кәҫле районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

74, 174

Кәҫле районы — Силәбе өлкәһендә район. Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан. 1965 йылдын 12 ғин. ойошторолған.

Майҙаны — 3356 км2. Адм. үҙәге — Кәҫле ҡалаһы.

Районда 10 ауыл советы, 48 ауыл торама пункты бар.

Халҡы — 20,1 мең кеше (2010), ш. иҫ. 5,3 % башҡорттар. Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Береговой, Кесе Ҡәнзәфәр, Ҡыҙыл, Ҡыҙыл Партизан һәм башҡа.

Райондың иң ҙур ойошма Мечелдын Кәҫле заводы.

Кәҫле заводы[1][үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1747 йыл — Себер даруғаһы Бәкәтин (Мәкәтин) һәм Терһәк улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Кәҫле күле буйында сауҙагәр Я. Р. Коробков м н кенәз П. И. Репнин тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Коробков м н Репнин, 1751 йылалып Н. Н. Демидов (ҡара: Демидовтар), 1809 йыл— сауҙагәр Л. И. Расторгуев һәм уның вариҫтары, 1900 йыл— Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте; 1918 йылнационализациялана. Ҡыштым тау округына ҡараған.

1749 йылда эшләй башлай: Домна мейесе, 2 крица горны, 1797 йылдомна мейесе, 12 крица горны, 11 крица сүкеше, 1863 йылдомна мейесе, 4 ҡыҙҙырыу мейесе, 3 вагранкаһы, 12 крица һәм 10 тимерлек горны була. 1890 йылпудлинглау үҙләштерелә, пудлинг мейесе (1895 йыл4 кә етә) эшләй башлайыл1894 йылпрокат станы, 2 йәбештереү һәм 2 ҡыҙҙырыу мейесе ҡуйыла. 1900 йылпрокат станы, 2 домна мейесе (1 һе эҫе һауа өрҙөрөлгән), 4 пудлинг һәм 2 йәбештереү мейесе, 2 вагранка, 3 крица һәм 14 тимерлек горны, 3 пар сүкеше, 2 пар машинаһы була. 18 б. аҙ. Кәҫле заводында 150 мең дисәтинә ерҙе, 3 мәғдән ятҡылығын биләйыл1761 йылК.з. 373 крепостной крәҫтиән (Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 354 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 1777 йыл1,5 меңгә яҡын крепостной крәҫтиән, 7,6 меңдән ашыу заводҡа беркетелгән крәҫтиән (Ҡыштым заводы крәҫтиәндәре м н бергә) иҫәпләнә; 1797 йыл 853 мастеровойһәм эшсе кеше, 3742 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 1860 йыл5404 (1632 һе төп эштәрҙә) тау сәнәғәте крәҫтиәне, 1900 йыл 3280 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы;1593 өтөп эштәрҙә, 1687 һе ярҙамсы эштәрҙә), 1911 йыл2008 (881 е төп эштәрҙә, 1127 һе ярҙамсы эштәрҙә) эшсе була. 1783—96 ййылК.з. 1,4 млн боттан ашыу суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 10 мең бот тәшкил итә; макс. етештереүсәнлек — 154934 бот (1795). 20 б. башында макс. етештереүсәнлек: суйын — 584,4 мең бот (1900), тимер — 247,2 мең бот (1902).

18 б. 60 сы ййылалып Кәҫле заводы суйындан нәфис әйберҙәрэшләп сығарыу үҙләштерелә. Кәртәләр, рәшәткәләр, баҡса-парк скульптураһы, завод, сиркәү биналары һәм ҡәберҙәр өсөн плиткалар һәм башҡа. етештерелә.19 б. башында төрлө һауыт-һаба, көршәктәр, ҡаҙандар һәм башҡа. сығарыла башлайыл19 б. 30—40 сы ййылбашлыса статуэткалар, декоратив һауыттар, вазалар, туҫтаҡтар, көл һауыттары, шәмдәлдәр, ҡара һауыттары һәм башҡа. етештереү яйға һалына; 50 се ййылтүңәрәк камера скульптураһын күпләп етештереү башлана. Суйын әйберҙәр ҡойоуҙа үҙенсәлекле стиль («Кәҫле ҡойолмаһы») барлыҡҡа килә, ул һындың график теүәллеге, ентекле яһалған деталдәр м н дөйөм композицияның бер-береһен тулыландырып килеүе, төҫтәр балҡышы (аҡһыл һоронан сөм ҡараға тиклем) м н айырылып торған.

Кәҫле заводы һуғылған әйберҙәргә айырым пластика, төрлө биҙәктәрҙең байлығы, ҡойоу һәм сүкеүҙең юғары техникаһы хас. К.з. эшләнгән нәфис әйберҙәрҙең иң яҡшылары араһында П. К. Клодт («Һыбайлыһы йығылып төшкән ат», «Септә ябылған ат», «Аттар»), Е. А. Лансере («Лезгиндарҙың егетлек уйыны», «Уҫал этле һунарсылар», «Йәйге тройка») һәм башҡа. өлгөһө б са сүкелгән скульптуралар, урындағы рәссамдар һәм оҫталарҙан М. Д. Канаев («Ағас янындағы вакханка» шәмдәле, «Ҡабырсаҡ» вазаһы, «Лавр тажы» рамкаһы), Н. Р. Бах («Өкө менән ҡарсыға һуғышы» ҡара һауыты, «Ырҙын табағындағы һуйыр», «Һынған ағас һәм ағуналар» пресспапьелары) эштәрен һәм башҡа. атарға мөмкин. 1900 йылПарижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Гран-при яулаған суйын павильоны (архитекторы Е. Е. Баумгартен, «Рәсәй» скульптураһы авторы Н. А. Лаверецкий, оҫталары Н. А. Мочалин, К. Д. Тарасов һәм башҡа.) киң билдәлелек яулайыл1876 йылК.з. Канаев тарафынан форма биреү, һүрәт төшөрөү, әүәләү һәм башҡа. һөнәрҙәргә өйрәткән художество мәктәбе асыла. 1883 йылК.з. 500 төр нәфис изделие етештерелә, 1914 йыл— 759 төр. Нәфис әйберҙәр ҡойоу күләме 1887 йыл555 бот, 1898 йыл1178 бот тәшкил итә. 18 б. 60 сы ййыл— 19 б. башында [башлыса Ватан һуғышы (1812) йылдарында] һәм Беренсе донъя һуғышы йылдарында К.з. артиллерия снарядтары (бомба, граната, картечь, мина, йәҙрә һәм башҡа.) етештереү яйға һалына.

19 б. аҙ. — 20 б. башында завод цехтарында һәм биләмәләрендә электр яҡтылығы үткәрелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)осорондазавод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла.

1822—23 ййылК.з. күмәк кеше (Үҙән заводы м н бергә 8 меңгә яҡын кеше) ҡатнашлығында сыуалыштар була. Улар эш хаҡы түләүҙе, аҙыҡ-түлек биреү һәм икмәккә хаҡтарҙы төшөрөүҙе, юғары штрафтарҙы бөтөрөүҙе талап итә. 1861 йылКрәҫтиән реформаһының төп положениеларын ғәмәлгә ашырыу барышында мастеровой һәм эшсе кешеләр, тау сәнәғәте крәҫтиәндәре ергә оброк юғары булыу сәбәпле ер алыуҙан баш тарта, өй яны участкаһы алыу м н сикләнә.

1774—75 йылдарза завод эшләмәй (яндырыла).

Кәҫле заводы изделиелары С. Петербургта (1860, 1870), Мәскәүҙә (1872), Венала (1873), Стокгольмда (1897), Парижда (1900) үткән күргәҙмәләрҙә — алтын, С. Петербургта (1861), Мәскәүҙә (1882), Екатеринбургта (1887), Парижда (1867) — көмөш, Филадельфияла (1876) һәм башҡа. уҙған күргәҙмәләрҙә бронза миҙалдар яулай.

2004 йылдан «Кәҫле архитектура-нәфис ҡойоу заводы» ЯСЙ тип атала. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Кәҫле ҡ. урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]