Верхнеурал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Верхнеурал
Верхнеуральск
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил Рәсәй
Федерация субъекты Силәбе өлкәһе
Муниципаль район Верхнеурал районы
Координаталары 53°53′00″ с. ш. 59°13′00″ в. д. / 53.88333° с. ш. 59.21667° в. д. / 53.88333; 59.21667 (G) (O) (Я)Координаталар: 53°53′00″ с. ш. 59°13′00″ в. д. / 53.88333° с. ш. 59.21667° в. д. / 53.88333; 59.21667 (G) (O) (Я)
Глава Колонюк Вячеслав
Нигеҙләнгән 1734
Ҡала с 1781
Телефон коды +7 35143
Почта индексы 457670
Код ОКАТО 75 217 501
Рәсми сайты сайт http://www.verhneuralsk.ru/
Верхнеурал (Рәсәй)
Верхнеурал
Верхнеурал (Силәбе өлкәһе)
Верхнеурал
Герб (1782)
«Европа-Азия»
Николай соборы, Верхнеурал

Верхнеурал Cиләбе өлкәһендә ҡала, Верхнеурал районы үҙәге.

Тарих[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1781—1919 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе үҙәге. 1735 йылда нигеҙ һалына.

19 быуаттың 60-сы йылдарынан алып Ырымбур казак ғәскәренең 2-се хәрби бүлеге үҙәге була. 1786 йылда 300 хужалыҡ, шул иҫәптән хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға ҡараған — 280, мещан һәм сауҙагәрҙәргә ҡараған 4 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1811 йылда 700 кеше йәшәгән, 1897 йылда — 11103 кеше (башҡорттар — 212, мордвалар — 296, татарҙар — 948, урыҫтар — 9471 һ.б.). Халҡы малсылыҡ, игенселек, сауҙа, һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 19 быуат аҙағында 18 һөнәрселек пр‑тиеһы булған. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. 1866 йылда мәхәллә училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән. 1891 й. ҡалала Николай II булып китә. 1918 йылдың февраль—мартта Граждандар һуғышы барышында унда А. И.Дутов штабы, август—ноябрҙә Башҡортостан автономияһының Тамъян-Ҡатай кантоны башҡармаһы урынлашҡан. 1918 йылдың яҙында — 1919 йылдың йәйендә ҡала бер нисә тапҡыр казактар, партизандар, РККА частары ҡулына күсә. 1919 йылдан алып Силәбе губернаһы составында.

Верхнеурал ҡәлғәһе тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Верхнеурла ҡәлғәһе 1735 йылда Таймаҫ Шәимов булышлығында И. К. Кирилов тарафынан Яйыҡ йылғаһы үрге ағымында Себер даруғаһы Ҡара-Табын олоҫы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур сик һыҙығының хәрби-нығытмалы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. Яйыҡ йылғаһының исеме менән аталған. 18 б. 40‑сы йй. башына тиклем — Үрге Яйыҡ пристане, 1775 й. тиклем Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе исеме менән билдәле була. Халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, ваҡ һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 50‑се йй. Верхнеурал ҡәлғәһе аша Екатеринбург—Ырымбур оло юлы үтә. Гарнизон пехота һәм 2 драгун ротаһынан торған. 200‑гә яҡын хужалыҡ, 2 сиркәү булған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1773 й. декаберендә ҡәлғәгә баш күтәреүселәр һөжүм итә, 1774 й. хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланыу үҙәктәренең береһе була. Өфө наместниклығын ойоштороу тураһындағы 1781 й. указ буйынса, өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Верхнеурал өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]