Уйылға районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Уйылға районы
Увельский район
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Рәсәй Рәсәй

Статус

Муниципаль районы

Урынлашҡан урыны

Силәбе өлкәһе

Берләштерә

10

Административ үҙәк

Уйылға ҡасабаһы

Барлыҡҡа килеүе

24 май 1924

хакимиәт башлығы

Литовченко Анатолий Григорьевич

Халҡы (2013)

31 434 (13 урын)

Майҙаны

2330 км² (22 урын)

Уйылға районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

74, 174

Рәсми сайты

Уйылға районы (урыҫ. Увельский район) — Рәсәйҙә, Силәбе өлкәһенең көнсығыш-көнъяҡтағы район.

Үҙәк — Уйылға ҡасабаһы[1][2].

Район исеме Уйылға (Увелька) йылғаһының исеменән килә [3]. Уйылға Уйға аға. Уйылға башҡорт теленән топоним.

География[үҙгәртергә]

Уйылға районы Троицк, Сыбаркүл, Эткүл, Пласт һәм Октябрьск райондар менән сиктәш. Майҙан— 2330,2 км², ауыл хужалығы ерҙәре — 157,8 мең га.

Тәбиғәт, климат[үҙгәртергә]

Уйылға районда Кабанка, Сухарыш, Уйылға йылғалары ағалар. Районда 95 эре күлдәр, бар. Дуванкуль күлендә балыҡ хужалыҡтары бар.

Тарих[үҙгәртергә]

Беренсе урыҫ тораҡ пункттары районда XVIII быуатта тыуҙылар. 1748 йылда беренсе тораҡ пункты станица Кичигинская нигеҙләнде (хәҙерге Кичигино ауылы).

1749 йылда Нижнеувельская станицаһы нигеҙләнде (хәҙерге Южноуральск ҡалаһы). 1758—1959 йылдарҙа Хомутининская һәм Дуванкульская станицалар нигеҙләнә.

XIX быуаттан башында районға Курск, Тамбов, Пенза һәм башҡа губернияларҙан крәҫтиәндәр киләләр.

Милли состав[үҙгәртергә]

Урыҫтар — 91,8 %, украиндар — 1,9 %, татарҙар — 1,5 %, белорустар — 0,6 %, башҡорттар — 0,7 %, башҡа милләттәр — 3,5 %.[4]

Ҡоролош[үҙгәртергә]

Муниципаль берекмә Үҙәк Ауылдар
һаны
Халыҡ
(2002), кеше
1 Каменское ауыл биләмәһе Каменский ауылы 5 3 440
2 Кичигинское ауыл биләмәһе Кичигино ауылы 4 4 804
3 Красносельское ауыл биләмәһе Красносельское ауылы 3 2 121
4 Мордвиновское ауыл биләмәһе Мордвиновка 1 634
5 Петровское ауыл биләмәһе Петровское ауылы 7 2 024
6 Половинское ауыл биләмәһе Половинка 5 1 955
7 Рождественское ауыл биләмәһе Рождественка ауылы 4 2 443
8 Уйылға ауыл биләмәһе Уйылға ҡасабаһы 4 11 293
9 Хомутининское ауыл биләмәһе Хомутинино ауылы 2 1 668
10 Хуторское ауыл биләмәһе Хуторка ауылы 6 1 783

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]