Бугера Владислав Евгеньевич
Владислав Евгеньевич Бугера | |
рус. Владислав Евгеньевич Бугера | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
социаль философия, гносеология, сәйәси экономия, политология, марксизм[1], социаль психология[1] |
Эшләгән урыны |
Өфө дәүләт нефть техник университеты (УГНТУ), философия кафедраһы |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
доцент, профессор |
Ғилми етәксеһе | |
Ниндәй өлкәлә танылған | |
Буге́ра Владисла́в Евге́ньевич[2] (24 ғинуар 1971 йыл) — Рәсәй философы[1][3], ғалим[4], сәйәси публицист[5] һәм һул йүнәлешле ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр. Философия фәндәре докторы[6], Өфө дәүләт нефть техник университетының философия кафедраһы профессоры[7], Рәсәй философия йәмғиәтенең «Материалистик диалектика — фәнни атеизм» секцияһы ағзаһы[8] Социаль философия буйынса «Йәмғиәт субстанцияһы булараҡ идаралыҡтың һәм милектең мөнәсәбәттәре тураһында тәғлимәт» (Милек һәм идаралыҡтың мөнәсәбәттәре ансамбле булараҡ кеше тураһында тәғлимәт) фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы.[9]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владислав Евгеньевич Бугера 1971 йылдың 24 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған.[1][9][10]
1988—1993 йылдарҙа Киев дәүләт университетының философия факультетында уҡый[1][9][10][11]
1996 йылдың февраленән Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, 2002 йылдың июленән — философия кафедраһы доценты, 2010 йылдың февраленән — шул уҡ кафедраның профессоры.[1][9][10][11][12]
2001 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, профессор Р. Б. Камаевтың ғилми етәкселегендә 09.00.11 — Социаль философия һөнәре буйынса «Ижтимағи феномен булараҡ ницшеанлыҡ: уның социаль асылы һәм әһәмиәте. Социаль-фәлсәфәүи тикшеренеү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә була.[11][13]
2002 йылдың июлендә Үҙәк Европа университетында танып белеү тәғлимәте буйынса курстарҙа квалификацияһын күтәрә.[11]
2004 йылда доцент исеме бирелә.[11]
2006 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында 09.00.11 — Социаль философия һөнәре буйынса «Кеше эшмәкәрлегенең кәрәкле формалары булараҡ милек һәм идаралыҡтың мөнәсәбәттәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның официаль оппоненттары булып философия фәндәре докторҙары В. П. леньшин, А. В. Назарчук, Ю. А. Ющенко сығыш яһай.[10][11][13] Глазго университеты профессоры Хиллель Тиктин һәм Калифорнияның изге Мария колледжы профессоры Сьюзан Вайсман диссертацияға ыңғай баһалама бирәләр.[14]
2006—2009 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһының яһалма интеллект методологияһы буйынса Ғилми советының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары.[9][10][15]
2008 йылда В. Е. Бугераның яҙыусы һәм философ Э. А. Байков менән әңгәмәһе "Джонсон бюллетене"нең 44-се һанында баҫыла.[16]
Владислав Бугера — 100-ҙән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт[17], шул иҫәптән 3 монография авторы.[10][13] Төп хеҙмәттәре: «Милек һәм идаралыҡ» (2003), «Ницше философияһының социаль асылы һәм әһәмиәте» (2004), «Кешенең асылы» (2005). В. Е. Бугера шулай уҡ «XXI быуатта тарихи материализм: яңырыу кәрәклеге» исемле Рәсәй һәм АҠШ авторҙары мәҡәләләре йыйынтығы төҙөүсеһе, тәржемәсеһе һәм редакторы, «Яһалма интеллект методологияһының фәлсәфәүи һәм ғәмәли һорауҙары» коллектив монографияның авторҙашы.
Адвокат Станислав Маркеловтың (1974—2009) яҡын дуҫы.[4][18]
«Спутник FM» радиоһындағы «Йондоҙло клуб» тапшырыуында ҡатнашыусы.[19]
Теоретик ҡараштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. Е. Бугера Рәсәй философияһында иҡтисади мәҙәниәт проблемаһы өҫтөндә эшләй.[20] Тарихи материализм нигеҙендә В. Е. Бугера кешенең үҫешен ижтимағи мөнәсәбәттәр үҫеше аша ғына түгел, ә тәү сиратта милек һәм идаралыҡтың мөнәсәбәттәре үҫеше аша аңлатыуға ынтылыш яһай.[21]
Бугераның идеялары Рәсәй һәм башҡа ил авторҙары хеҙмәттәрендә тикшерелә. Билдәле инглиз-американ тикшереүсеһе Стивен Д. Шенфилд В. Е. Бугераның ҡараштарын постмарксистик ҡараштарға индерә[22][23], ә немец политологы Андреас Умланд Бугераны неомарксист тип һанай[24]. Г. Е. Белоногов Бугераны «философ-материалистарҙың яңы быуын вәкиле»,[25] ә Эдуард Байков яңы философия мәктәбенә нигеҙ һалыусы тип атай.[9] Башҡорт энциклопедияһы марксизмдың В. Е. Бугера төҙөгән антропологик концепцияһының үҙенсәлекле булыуын билдәләй[26], бынан тыш, шулай уҡ уның ғилми тикшеренеүҙәренең марксистик философия проблемаларын яҡтыртыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала[1].
Синфи ҡарашҡа нигеҙләнеп, В. Е. Бугера нацизм менән сталинизмды йәмғиәттең Ницше концепцияһының тормошҡа ашырылған ике варианты булараҡ билдәләй, шулай уҡ Фридрих Ницшеның идеяларының Өсөнсө рейх раса һәм радикаль-милләтселек сәйәсәте өсөн теоретик нигеҙ булыуын һыҙыҡ күрһәтә.[3]
Милек һәм идара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Милек һәм идара» китабының төп идеялары[9].
1. Милек мөнәсәбәттәре — ул кеше һәм әйбер араһындағы түгел, ә кешеләр араһындағы әйбергә ҡарата мөнәсәбәт, практик эшмәкәрлек һәм процессҡа йәлеп ителгән әйберҙәр менән идара итеү социаль мөмкинселектәрен билдәләүсе. Милек мөнәсәбәттәрен кем, кем (йәки нимә) менән һәм идара итеү дәрәжәһе билдәләй. Милек мөнәсәбәттәре — ул матрица, уның нигеҙендә төрлө мөнәсәбәттәр һәм идара итеү акттары, практик эшмәкәрлек акттары, ғөмүмән кеше мәҙәниәте, айырым кешеләрҙең, төркөмдәрҙең һәм дөйөм кешелектең психикаһы тергеҙелә. Хәйер милек мөнәсәбәттәре беренсе урында булып, икенсеһендә идара мөнәсәбәттәре булһа ла, беҙ милек мөнәсәбәттәрен, тик идара мөнәсәбәттәренән генә сығып таный алабыҙ. Әгәр ҙә йәмғиәтте тере организм менән, ә идара мөнәсәбәттәрен күҙәнәктәр менән сағыштырһаҡ, милек мөнәсәбәттәре ул күҙәнәктәрҙең хромосомаһы һәм гендары буласаҡ. Гендар беренсе, күҙәнәк икенсел, ләкин гендарҙы өйрәнеү иң тәү күҙәнәктәрҙе өйрәнгәндән һуң ғына мөмкин.
2. Идара мөнәсәбәттәре милек мөнәсәбәттәренән тыш барлыҡ ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә ята. Идара һәм милек мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәрен өйрәнеп, һәр йәмғиәттең төҙөлөшөн һәм үҫешен аңлатырға мөмкин (тере организмдың төҙөлөшөн һәм үҫешен, тик уның тере күҙәнәген генә өйрәнеп аңлатыуы мөмкин шулай уҡ).
3. Маркстың, кеше асылы — ул ижтимағи мөнәсәбәттәр йыйылмаһы идеяһын, Бугера конкретлаштыра: кеше асылы — ул милек һәм идара мөнәсәбәттәренең йыйылмаһы. Милек һәм идара мөнәсәбәттәренең үҫешен өйрәнеп, беҙ кешелек йәшәйешенең барлыҡ өлкәләрен таныйбыҙ: матди байлыҡтарҙы етештереү, бүлеү, ҡулланыуҙан алып сексуальлек, балалар тәрбиәләүгә тиклем, дин һәм сәнғәттән алып ғилми ижадҡа тиклем, сәләмәт һәм сирле психиканан алып кеше телмәренең үҫешенә тиклем.
4. Бугера идара мөнәсәбәттәренең төп өс төрөн айырып тора: индивидуаль (бер төркөм ағзалары бер-береһенең ғәмәлдәре менән идара итмәй), авторитар (төркөм ғәмәлдәренең вертикаль координацияһы, башлыҡ һәм буйһоноусы) һәм коллектив (горизонталь координация, төркөм ағзалары тигеҙ, бер-береһен уртаҡ маҡсатҡа йүнәлтә). Йәғни индивидуаль, авторитар һәм коллектив милеге мөнәсәбәттәре тура килә. Бугера уйынса, был өс төр идара мөнәсәбәттәре (һәм уға тейешле өс төр милек мөнәсәбәттәре) һәр төркөмгә лә хас — ике кеше булһынмы, бөтә кешелек булһынмы. Һорау пропорцияларында һәм пропорция үҙгәреүендә. Бугера фекернсә, ошо аспекттарҙы өйрәнеү беҙгә кеше йәшәйешенең йомаҡтарын сисергә ярҙам итә ала.
Кеше асылы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Кеше асылы» монографияһында Бугера етештереү көстәренең һәм ҡулланыу предметтарының бүлеү процесстары менән «авторитар идаралыҡ» булараҡ эксплуатациялау концепцияһын үҫтерә[9].
- Һатыусы йәғни сауҙә аралашсыһы йәшерен рәүештә матди байлыҡтарҙы бүлеү процесстарының «авторитар» ойоштороусыһы ролен, банкир, етештереүсе-хужа — сит эшсе көс һатып алыусынан да кәм тугел булғанын иҫбатлай.
- Эксплуатациялана торған синыфтарҙың илһөйәрлеге уларҙың үҙ-үҙҙәрен алдау һәм эксплуататортҙарҙың алдауының ҡушылыуы ғына булыуын күрһәтә.
- Психологтарҙың тикшеренеүҙәренә таянып, гомосексуальлекте ҡатмарлы күренеш булараҡ күрһәтә. Нәҫелдән тормай, ә ҡайһы бер типик бәләкәй төркөмдәрҙең һәм ғөмүмән бындай группалар сыҡҡан йәмғиәттең идара мөнәсәбәттәре комбинацияһына бәйле.
- Юғары сифатлы күмәк мәҙәниәт продукттарын ҡулланыу ҡулланыусыларҙы ижадҡа ҡылғата[27].
- «Хакимлыҡ» дөйөм социологик төшөнсәһенә анализ үткәрелә[28].
«Кеше асылы» (3 бүлек) һәм «Милек һәм идара» хеҙмәттәрендә Бугера СССР һәм ҡайһы бер илдәрҙә ХХ быуатта неоазиат етештереү ысулы эшләүен раҫлай. Үҙенең етештереү мөнәсәбәттәре менән азиат етештереү ысулына оҡшаһа ла, ул сифат яғынан бөтөнләй икенсе үҫеш кимәленә нигеҙләнгән. Неоазиат ижтимағи-иҡтисади формацияның синфи структураһын һәм үҫеш ҡанунилығын өйрәнеүҙә ынтылыш яһалды[9][29][30].
Компьютерлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бугера производствоны компьютерлаштырыуға социалистик революцияның матди шарты булараҡ ҡарай һәм пролетариатты синыфһыҙ йәмғиәткә әүерелеү юлындағы кешелек авангарды тип һанай[31]. Был өлөшләтә билдәле иҡтисадсы П.Друкер фекере менән ауаздаш: “ “белем хеҙмәткәрҙәре” белем йәмғиәтенең күпселеген тәшкил итә алмаясаҡ, ләкин улар инде йәмғиәттең әйҙәп барыусы синыфына әйләнделәр”[32].
“Оккама бритваһы”на тәңҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гипотеза булдырыуҙы киҫәтеүсе һәм ижади фекерләүгә ҡурҡыныс тыуҙырыусы Оккама бритваһын тәңҡитләп, В. Бугера уның урынына “дүрт зарарһыҙ лезвиелы бритва” тәҡдим итә – логик яҡтан бер-береһе менән бәйле дүрт принциптан торған система.
- Кәрәкһеҙ асылдарҙы арттырыуҙан тыйылырға кәрәк, әммә бер үк асылдың яңы яҡтары булыуын күҙ алдында тоторға кәрәк.
- Күренештәрҙең тәүсәбәптәрен объект бар булған ысынбарлыҡтың түбәнерәк структура кимәлендә эҙләүе дөрөҫ түгел. Ысынбарлыҡтың шул уҡ, йә юғарыраҡ структур кимәлендә эҙләргә кәрәк.
- Әгәр теория һөҙөмтәне сәбәп менән аңлатҡанда, ә сәбәп һөҙөмтәгә ҡарағанда насар тасуирланһа, был теория киләһе осраҡта ғына йәшәүгә һәләтле буласаҡ: әгәр ҙә һуңынан был теорияға бөтөнләй яңы, баштағы һөҙөмтәне аңлатҡан, сәбәп тасуирламаһы һәм төшөнөүе өҫтәлһә йәки әгәр был теорияға элек күрһәтелгән сәбәп менән бер рәттән йәки уның урынына яңы, ошоғаса булмаған сәбәп керетелһә – барыбер был теория үҙенең төп хәлдәре үҙара бәйләнешендә үҙе булып ҡаласаҡ.
- Психик (шул уҡ рәттән рухи) сәбәптәр аңлатылған күренештең тәүсәбәптәре булыуы концепцияһы, теория булараҡ ҡына түгел, хатта гипотеза булараҡ та тамамалнмаған[33][34].
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1989-90 – Киев ҡалаһы, “Ватан форумы” берләшмәһе ағзаһы (укр. Вітчизняний Форум)[35] (украин милләтселәренә ҡаршы). Сәйәси көрәше арҡаһында украин милләтсе студент ойошмаһының етәксеһе, Бугера менән бер группала белем алған, Вячеслав Кириленко уны гомосексуаллектә ғәйепләй[22].
- 1991-92 – “Киев ҡалаһы эшсәндәре ойошмаһы” координация советы ағзаһы[36] – “Социалистик үҙгәртеп ҡороу өсөн Украина хеҙмәт халҡы берҙәмлеге” ҡала ойошмаһы (укр. Спілка трудящих України за соціалістичну перебудову)[35]. 1991 йылдың 20 авгусында, Украина студенттарының Социалистик берешмәһе ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ, ГКЧП[37] яҡлап сыға. Һуңыраҡ быны С. Шенфилд Johnson’s Russia List[22] булған әңгәмәһендә сәйәси хата тип таный.
- 1992-96 – “Марксист эшсе партияһы”ның (МРП)[38] һәм “Марксист” редакция коллегияһы ағзаһы[39][40]. 1995 йылда МРП Өфө ойошмаһына нигеҙ һала[41], был ойошма ағзалары менән партиянан 1996 йылда сыға[39].
- 1994-96 – “Эшселәр ҡаршылығы” профсоюз берләшмәһенең инструкторы (Станислав Маркелов менән хеҙмәттәшлектә).
- 1996-98 – “Эшселәр халыҡ-ара лигаһы” менән бәйле “Халыҡ-ара эшселәр партияһы” ойоштороу комитеты менән хеҙмәттәшлек итә.
- 1998-2000 – “Револючион Эшселәр партияһы”коллектив фракцияһы ағзаһы. Фракцияла шулай уҡ Марлен Инсаров (интернет – псевдонимы) булды.
- 2000-2005 – “Пролетар революционерҙар-коллективисттар төркөмө” нигеҙ һалыусыһы (Марлен Инсаров менән бергә) һәм ағзаһы[5][42]. 2005 йылда В.Бугера менән Марлен Инсаров араһында конфликт сыға[43], был В.Бугераны ГПРКнан сығарыуға һәм төркөмдөң тарҡалыуына килтерә. ГПРК руиналарында “Пролетар револючионерҙар коллективистар интернациональ берлеге” (ИСПРК) барлыҡҡа килә. 2008 йылда тарҡала башлай, составынан “Революцион социалисттар берлеге” барлыҡҡа килә.
- 2006 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем “Коллективистар берлеге” сәйәси проекты өҫтөндә эшләй[44]. Төрлө йылдарҙа СССР территорияһында интернациональ коммунист ағымы менән, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса теоретик һәм публицистик эшмәкәрлек, анархист-интернационалисттар[45][46] менән хеҙмәттәшлек итә. Әлеге вағҡытта БДБ ИКТ тарафынан яһалынған Левокоммунист блогында В.Бугераның бик күп сәйәси мәҡәләләре , “”Демократик Централисттар” документтары” китабы бар.[47]
Халыҡ-ара танылыу алған бер рәт публицистик эштәр һәм сәйәси тикшеренүҙәр нәшер иткән[48][49]. В. Бугераның тикшеренеүҙәрендә антифашист тематика иң мөһим урын алып тора. Халыҡ-ара һәм Рәсәй тикшеренеүселәре уның хеҙмәттәренә йәғни фамилияһына[50], йә псевдонимыны “Г.Васильев”[51] һылтаналар (тәүҙә ошо һәм башҡа псевдоним менән баҫылып сыҡҡан эштәрен, һуңынан В.Бугера үҙ исеме менән баҫтыра).
В.Бугера үҙенең элекке рәсми блогында һәм интернет-форумдарҙа (иң тәү Mail.ru) интернациональ-коммунист тенденциялы тексттарҙы (был тенденция националистар менән хеҙмәттәшлеккә кергәнсе[52]) бик актив нәшер итә (2009 йылға тиклем ойошма “Революцион партия өсөн Интернациональ бюро” тип атала[53]).
В. Бугера тәҡдиме буйынса “коллективизм” термины Советтан һуң һул активистары өсөн ҡалған функцияларынан башҡа шулай уҡ билдәле сәйәси төркөмдәрҙең һәм уларһың идеологияһының атамаһы була башлай.
Баһалама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ыңғай баһалама
Башҡортостан республикаһы фән академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор А.Х. Мәхмүтов В. Бугераның “Милек һәм идара: фәлсәфи-иҡтисади очерктары” китабына (2004, т.9 N1, с. 68-69, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” журналы) баҫтырылған рецензияһында: кешелек тарихының периодизация мәсьәләһен, тарихты материалистик аңлауға таянған автор, формацион алым менән тикшерә; шул уҡ ваҡытта традицион марксист категорияларына ҡайһы-бер осраҡтарҙа бөтөнләй яңы мәғәнә бирелә, һөҙөмтәлә авторҙың ҡараштар системаһы марксизмдағы билдәле мәктәптәрҙең һәм йүнәлештәрҙең береһенә лә ҡарамай. ...Авторҙың тәҡдимдәре теоретик яҡтан күп аспекттарҙа бик әһәмиәтле, иң тәү идара мөнәсәбәттәрен милек мөнәсәбәттәре менән бәйләнештә тикшереүе бик мөһим: иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе был йүнәлештә өйрәнеү бик актуаль, әммә һаман бик әҙ тикшерелгән, был һис шикһеҙ монографияның фәнни ҡиммәтен арттыра.”
РФАның яһалма интеллект методологияһы буйынса фәнни советының Башҡорт бүлеге пресс-секретаре, яҙыусы һәм философ Э.А.Байков, философия кандидаты, ВЗФЭИ философия кафедраһы доценты В.О. Глуховцев биргән интервьюһында, “Джонсон бюллетене”ның төп хеҙмәткәрҙәренең береһе (англ. Johnson`s Russia List) Стивен Шенфилд Байков менән В.Бугераға “ХХ быуат бөйөк блефы” интервьюһын баҫтырып сығарырға һорау менән мөрәжәғәт итә. Интервью инглиз теленә тәржемә ителеп “Johnson’s Russia List” тың 44се һанында баҫыла. Байков билдәләп үтеүенсә, “унда һүҙ үҙенсәлекле концепция тураһында бара”, был концепция буйынса Бугера “ысын социалистик йәмғиәттең әлегәсә булғаны юҡ, тик донъя быңа килергә мәжбүр буласаҡ, сөнки альтернатива булып ағыуланған планетала барыбыҙҙың һәләк булыуы ғына тора.” Шулай уҡ һүҙ ижтимағи үҫештең барлыҡ барышын билдәләгән, милек һәм идара мөнәсәбәттәре тураһында бара. “Тап Бугераның тревиаль булмаған идеялары көнбайыш интеллектуаль элита вәкилдәрен һәм сәйәсмәндәрен ҡыҙыҡһындыра”, -тип йомғаҡлай Байков[54].
Инглиз-американ политологы Стивен Д. Шенфилд В. Бугераның “The War in Ukraine and the Human Right to Free Play with Ethnic Identities” мәҡәләһендә: “Профессор Бугера тасуирлаған күренеш, этнонационалистик йомшартыуҙарға ҡарамаҫтан, бөтә донъяла киң таралған. Мәҫәлән этник яҡтан ҡатнаш ғаиләлә үҫкән балаларҙың күбеһе ата-әсәләренең этник төркөмдәренең икеһенә лә ылығалар һәм ике төркөмдең береһен генә һайларға теләмәйҙәр (әммә ҡайһә бер саҡта һайларға мәжбүр булалар). Олатай-өләсәйҙәре өс йәки дүрт этник төркөмдәргә ҡараған кешеләргә был күренеш тағы ла ауырыраҡ бирелә. Икеләтә этник үҙенсәлек шулай уҡ донъяла киң таралған, йәһүд, ҡытай һәм башҡа диаспораларҙа бөтөнләй норма булып һаналыуы ла мөмкин. Ҡатынымдың ата-бабалары – Вьетнамда тыуып, һуңынан Великобритания һәм Америка Ҡушма Штаттарында йәшәгән ҡытайлылар. Улар ҡайһы-бер контекстта “ысын” Ҡытайҙан сыҡҡан ҡытайлылар алдында үҙҙәрен вьетнам, ә “ысын” вьтенамдар алдында үҙҙәрен ҡытай булараҡ атағандарын абайлап ҡалдым. Бынан тыш, уларҙа британ һәм американ оҡшашлыҡтар барлыҡҡа килгән. Минең үҙемдең этник үҙенсәлегем шулай уҡ өс төрлө: атайым яғынан олатайым менән өләсәйем руслаштырылған йәһүдтәр, миңә урыҫ һәм йәһүд мәҙәниәтенең үҙенсәлеген һеңдерҙеләр, ә һуңынан мәктәп йылдары британ-инглиз үҙенсәлектәрен өҫтәне. Шуның өсөн мин профессор Бугераның “һайламау хоҡуғын” талабы менән тулыһынса риза.”[55]
Тәңҡит
2013 йылда философия фәндәре кандидаты, Новосибирск дәүләт университеты доценты И.В. Борисов В.Е. Бугераны Л.Д. Троцкий, С.Ф. Одуев, А.Н. Тарасов менән бер рәттән абстракт-социологик алымдың вәкилдәренә ҡарата. Бында идеология “бик абстракт һәм редукцион аңлатыла, ә философияларҙың стиле һәм йөкмәткеһе төркөмдәрҙең социаль-иҡтисади, социаль-сәйәси, социаль-психологик характеристикаларына ҡайтып ҡала”. Борисов В.Бугера “Ницшеның идеяларын XIX быуын аҙағы – XX быуат башы финанс-монополистик даирәләренең империалистик кәйефен сағылдырыу булараҡ” билдәләй. Шулай уҡ ул “был реакцион һәм фашизоид идеяларҙың киң уҡымышлы кешеләр даирәһендә популяр булыуын” Бугераның “социаль төркөм булараҡ гуманитар интеллегенцияға хас шизоидлыҡ, элитаризм һәм бер юлы кәмһенеү комплексы” менән аңлатыу фактын күрһәтә. Борисов билдәләүенсә Бугера “билдәле социаль төркөм позицияһы менән сикләнгән билдәле философик ағымдың локалләшеүенә ҡаршы түгел” булһа ла, “был позицияның билдәләүе әрләү-абстракт булырға тейеш түгел, әммә ләкин әлеге мөхиттә үҫтерелә торған фәлсәфи үҙаң һәм идеологик үҙбилдәләү үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк” тип һанай.
2013 йылда социология фәндәре кандидаты, СПбДЭУның социология һәм идара кафедраһы докторанты В.Е. Смирнова билдәләп үтеүенсә “философия фәндәре докторы В.Е. Бугераның һәм башҡа ғалимдарҙың иронияһына ҡарамаҫтан, медицина фәндәре докторы, Совет психиатры һәм сексологы А.М. Свядощ фекере менән тоташ риза: “инстинктар һылтауындағы булған күренештәр бер үк хайуандарға ла, кешеләргә лә хас”.
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым баҫылғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бугера В. Е. Ницшеанство как общественный феномен: его социальная сущность и роль : Социально-философское исследование : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.11. — Уфа, 2000. — 156 с.
- Бугера В. Е. Отношения собственности и управления как необходимые формы человеческой деятельности 2016 йыл 5 март архивланған.: Дис. … д-ра филос. наук : специальность 09.00.11 <Соц. философия> / Бугера Владислав Евгеньевич; Моск. гос. ун-т им. М. В. Ломоносова. — М.: 2005. — 379 с.
- Бугера В. Е. Социальная сущность и роль философии Ницше. — Уфа: Изд-во АН Республики Башкортостан «Гилем», 2004. — (тираж 400 экз., ISBN 5-7501-0465-6); — М.: КомКнига, 2005 (тираж 500 экз., ISBN 5-484-00120-X); — М.: КомКнига, 2010 (изд. стереотипное, тираж 500 экз., ISBN 978-5-484-01062-2).
- Бугера В. Е. Собственность и управление: философско-экономические очерки. 2016 йыл 4 март архивланған. — М.: Наука, 2003. — 344 с. Тираж 500 экз., ISBN 5-02-032777-8
- Бугера В. Е. Сущность человека. — М.: Наука, 2005. — 300 с. (тираж 500 экз., ISBN 5-02-033820-6); — Saarbrücken: LAP Lambert Academic Publishing, 2011, ISBN 978-3-8465-0845-9 (копия)
- Исторический материализм в XXI веке: необходимость обновления: Сборник статей / Сост. и ред. В. Е. Бугера. — М.: Компания Спутник+, 2005. Тираж 100 экз., ISBN 5-93406-924-1
- Бугера В. Е. Гл. 1, п. 5: Компьютеризация производственной деятельности как одна из необходимых предпосылок перехода к бесклассовому обществу. // Философские и прикладные вопросы методологии искусственного интеллекта. — М.: Машиностроение, 2009. — С. 71-79. Тираж 500 экз. ISBN 978-5-217-03453-6.
Мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бугера В. Родственные души // «Истоки». — № 52 (560). — 26.12.2007. — С. 12. (копия, озаглавленная «Достоевский и Дюма: родственные души»)
- Бугера В. Е. Экономические причины войн XXI века // Экономика и управление: научно-практический журнал. — 2008. — № 4.
- Бугера В. Е. Введение в философский анализ отношений собственности и управления // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — Уфа: Башҡортостан Фәндәр академияһы — 2004. — Т. 9. — № 3.
- Бугера В. Е., Шакиров И. А. О ценности сомнения в познании: современные аспекты старого вопроса // Философские науки. — 2007. — № 9. — С. 129—140.
- Галлямова А. Р., Бугера В. Е. Развитие критического мышления студентов технических специальностей в процессе преподавания философии: социальное значение и методические аспекты 2016 йыл 4 март архивланған. // Электронный научный журнал «Нефтегазовое дело». — 2008. — № 1. 2017 йыл 1 июль архивланған.
- Бугера В. Е. Об одной актуальной проблеме оценки успеваемости студентов нефилософских специальностей в процессе преподавания им философии 2016 йыл 4 март архивланған. // Электронный научный журнал «Нефтегазовое дело». — 2008. — № 1. 2017 йыл 15 сентябрь архивланған.
- Бугера В. Е. Экономические предпосылки третьего передела мира // Электронный научный журнал «Нефтегазовое дело». — 2008. — № 1. 2017 йыл 1 июль архивланған. (копия1 2009 йыл 29 декабрь архивланған., копия2 2021 йыл 17 декабрь архивланған., копия3 2017 йыл 29 август архивланған.)
- Бугера В. Е. Ошибка Норберта Винера, или как определить понятие «управления» // Рефлексивные процессы и управление. Сборник материалов VII Международного симпозиума 15-16 октября 2009 г., Москва / Под ред. В. Е. Лепского — М.: Когито-Центр, 2009. — С. 49-52. ISBN 978-5-89353-299-9
- Бугера В. Е., Гиндуллин Н. Ф., Кадырова Г. Ф. Что такое отношение собственности и почему этот вопрос имеет существенное значение для развития методологии исследования общественных отношений? // Вестник ВЭГУ. — № 4 (66). — 2013. — С. 11-16.
- Бугера В. Е., Кадырова Г. Ф. Индивидуальная и коллективная типология личности: этико-философские и правовые вопросы // Евразийский юридический журнал. — № 1 (80). — 2015. — С. 220—222.
- Бугера В. Е., Гиндуллин Н. Ф. Украинский фашизм и ницшеанство // Евразийский юридический журнал. — № 7 (86). — 2015. — С. 333—334.
- Бугера В. Е. О коллективистском будущем человечества // Проблема обоснования знания: сб. науч. статей, посвящ. 25-летию методологического семинара при факультете философии и социологии / отв. ред. А. Ф. Кудряшев. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. — С. 17-23. ISBN 978-5-7477-4370-0
- Бугера В. Порфирий Иванов и его последователи // Советский пограничник. (Впослед. переимен. в «Пограничник Украины».) — 20 сентября 1991. — № 74.
- Бугера В. Обыкновенный, заурядный фашизм // Советский пограничник. — 1991. — № 85, 6 ноября. (Статья опубликована под псевдонимом «Герберт Эрнст»; за подписью автора переиздана в сборнике «В борьбе против буржуазного национализма» наряду с несколькими другими, отображающими участие В. Бугеры в политической борьбе на Украине в начале 1990-х гг. Также опубликована ВКонтакте 24.01.2014 в Цитатнике Владислава Бугеры vk.com/vlad_bugera и в паблике журнала «Еретик» vk.com/eretiksamizdat .)
- Бугера В. Наследники Штрассера // Интервзгляд-Inprecor. — 1993. — № 5.
- Бугера В. Смысл жизни сегодня 2017 йыл 8 ноябрь архивланған. // Марксист. — 1993. — № 1. — С. 55-59.
- Бугера В. Социал-фашизм 2018 йыл 8 март архивланған. // Марксист. — 1994. — № 2. — С. 27-54 (переиздана в сборнике «В борьбе против буржуазного национализма»).
- Бугера В. Будет ли война между Россией и Украиной? // Рабочая демократия. — 1994. — № 2 (17). (Статья опубликована под псевдонимом «Дмитро Зализняк»; за подписью автора переиздана в сборниках «Теория и практика коллективизма» 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. и «В борьбе против буржуазного национализма». Также опубликована ВКонтакте 02.03.2014 в Цитатнике Владислава Бугеры vk.com/vlad_bugera и в паблике журнала «Еретик» vk.com/eretiksamizdat .)
- Wladislaw Bugera. Der Antisemitismus der «echten Internationalisten» // Direkte Aktion. — September 1994.
- Бугера В. Компьютеризация как предпосылка социалистической революции 2020 йыл 13 август архивланған. // Альтернативы. — 1999. — № 3.
- Бугера В. Завтра война? // «Истоки». — № 37 (597). — 10.09.2008. — С. 9.
- Бугера В. Неужели всё-таки будет война между Россией и Украиной? // ОБщественный РЕЗонанс. — 2009. — № 1(3). — С. 1, 3.
- Бугера В. Экономические причины очередного империалистического передела мира и грядущих революций // Антифашист. — 2009. — № 1 (5). — С. 3.
- Vladislav Bugera, Vladimir Sirotin and Peter Khrustalev. Political Repression in Russia. 2017 йыл 26 август архивланған. // Against The Current. — January-February 2011. — № 150. Публикацию статьи в переводе на испанский яз. см. здесь; источник, из которого статья была взята для перевода, см. здесь.
- Бугера В. Тезисы о современной буржуазной демократии // Губкин-инфо, 06.11.2012. (копия)
- Vladislav Bugera. The War in Ukraine and the Human Right to Free Play with Ethnic Identities. 27 October 2014 // Сайт Стивена Шенфилда
- Vladislav Bugera. Moscow, Kiev, and the West European Far Right. 17 April 2015 // Сайт Стивена Шенфилда (копия в издании LeftEast на сайте CriticAtac)
- Бугера В. Критика «бритвы Оккама»
Интервью
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байков Э. А. «Великий блеф XX века?» // «Истоки». — № 32 (488). — 9.08.2006. — С. 11. (копия) (на англ. яз., под заголовком THE GREAT BLUFF)
- Моргунова, Елена «Любовь по вертикали» умеет ли коллективный разум поправить власть? // «Поиск» — газета научного сообщества, № 4 (974), 25 января 2008 г. (копия) (на англ. яз., под заголовком THE RARITY OF LOVE)
- Фьюче, Дмитрий Встреча с Владиславом Бугерой // Nietzsche.ru, 22.02.2004
- Stephen Shenfield My inteview with Vladislav Bugera: from Stephen’s introduction // The Libertarian Communist. Issue 23, Summer 2013. — P. 20-23.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Королтайына Почет грамотаһы (2018)[56]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонов В. Г., Афанасьев В. Я., Годин В. В., Лялин А. М. Теория менеджмента: Учебник для вузов. — СПб: «Питер», 2009. — 464 с.
- Байков Э. А. О Дракуле и не только // Байков Э. А. Горизонты науки Башкортостана: Статьи, очерки, эссе. — 2-е изд. — Уфа: ООО «ХАН», 2008. — С. 35-36. — ISBN 978-5-457-48560-0
- Белоногов Г. Е. Роль антропоцентрических элементов в философии русского космизма 2014 йыл 12 июль архивланған. // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. — 2012. — № 5(19), ч. 2. — С. 22-24.
- Ломов О. К вопросу о социал-фашизме 2018 йыл 10 март архивланған. // Марксист. — 1995-96. — № 3-4. — С. 80-89.
- Овруцкий А. В. Производство и потребление: диалектика взаимодействия // Философия хозяйства. — 2010. — № 3. — С. 238—247.
- Суслов М. Г. Об анархизме наших дней. (Критический анализ программных документов РКРП). — Пермь: б.и., 2004. — 166 с.
- The information revolution continued
- Марксистская философия 2016 йыл 6 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 4. Л-О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2008. ISBN 978-5-88185-068-5
- Бугера, Владислав Евгеньевич 2016 йыл 6 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 7. Ф-Я, с дополнениями / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2011. ISBN 978-5-88185-075-3
- Бугера Владислав Евгеньевич 2016 йыл 5 апрель архивланған. // Башҡорт энциклопедияһы. 7 томда. 1-се т. А-Б / баш мөхәр. М. Ә. Илһамов. — Өфө: Башҡ. энцикл., 2014. ISBN 978-5-88185-153-8
- Марксистик философия 2016 йыл 21 апрель архивланған. // Башҡорт энциклопедияһы. 7 томда. 4-се т. М-Ө / баш мөхәр. М. Ә. Илһамов. — Өфө: Башҡ. энцикл., 2016. ISBN 978-5-88185-286-3
- Бугера Владислав Евгеньевич // Ученые России: Энциклопедия. Т. 4. — М.: «Академия Естествознания», 2008. ISBN 978-5-91327-028-3
- Бугера Владислав Евгеньевич // Ученые России: Энциклопедия. Т. 6. — М.: «Академия Естествознания», 2010. ISBN 978-5-91327-106-8
- Бугера Владислав Евгеньевич // Философы современной России. Энциклопедический словарь. 3-е изд. — М.: Изд. дом «Максимум»; СПб: Изд. дом «Мiръ», 2015. ISBN 978-5-98846-117-3
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Бугера Владислав Евгеньевич(недоступная ссылка) // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 7. Ф-Я, с дополнениями / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2011. — С. 499.
- ↑ О происхождении фамилии «Бугера» из Этимологического словаря украинского языка (Етимологiчний словник української мови, Київ, Наукова думка) — см.
- ↑ 3,0 3,1 «Используя при анализе философии Ф.Ницше классовый подход, российский философ В. Е. Бугера интерпретирует нацизм и сталинизм как два реализованных варианта ницшеанской концепции общества и указывает на то, что идеи Ф.Ницше явились теоретической основой расовой и радикально-националистической политики Третьего Рейха»." — Кирильченко Д. В. Социальный идеал Ф. Ницше и практика тоталитарных обществ : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.03, 09.00.11 / Кирильченко Дмитрий Викторович; [Место защиты: Твер. гос. ун-т]. — Тверь, 2010. — 171 с.
- ↑ 4,0 4,1 Stephen Schwartz Murder in Moscow // The Weekly Standard (англ.)русск., 23 February 2009 (перевод на русский язык, копия перевода на русский язык)
- ↑ 5,0 5,1 «Политический публицист, хорошо известный среди „краснознаменного“ политического андерграунда России и Украины. <…> В 2000 г. стал одним из основателей Группы пролетарских революционеров-коллективистов, регулярно выпускающей — в порядке „самиздата“ — журнал „Пролетарская революция“ и сборники политических статей.» — Фьюче, Дмитрий Встреча с Владиславом Бугерой // Nietzsche.ru, 22.02.2004
- ↑ Аюпов, Рашит Знаменитые уроженцы Уфы // газета «Вечерняя Уфа», № 80 (13260), 05.10.2018, с. 6
- ↑ В 1971 году в Уфе родился доктор философских наук, профессор кафедры философии гуманитарного факультета УГНТУ Владислав Евгеньевич Бугера. — Аюпов Рашит «День в истории» // газета «Вечерняя Уфа», 24-01-2013 (копия)
- ↑ Страница секции РФО «Материалистическая диалектика — научный атеизм»
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 9,8 Байков Э. А. «Новая философская школа» // «Экономическая и философская газета»
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Бугера Владислав Евгеньевич // Энциклопедия «Учёные России», 23.12.2011
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Бугера Владислав Евгеньевич // Официальный сайт кафедры философии УГНТУ
- ↑ Страница кафедры философии на сайте УГНТУ 2019 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Кулакова Т. По примеру Ромео и Джульетты // «Весть», 21.02.2008
- ↑ См. в блоге В. Бугеры запись «Моя глубокая благодарность тов. Хиллелу Тиктину и Сьюзан Вайсман» от 28 февраля 2014 г., где приведены тексты отзывов этих профессоров на докторскую дисс. В. Бугеры в англоязычном оригинале.(заархивированная копия аналогичной записи, сделанной в 2009 г., с прежнего официального блога В. 2014 йыл 7 март архивланған.
- ↑ См. в блоге В. Бугеры запись «Почему я ушел из БО НСМИИ РАН» от 28 февраля 2014 г.
- ↑ Колоколова, Любовь Статьи учёных и журналистов Башкортостана публикует информационный бюллетень Джонсона // ИА «Башинформ», 12.11.2008
- ↑ О В. Бугере на сайте Молодежного университета современного социализма (МУСС)
- ↑ Vladislav Bugera. Obituary for Stanislav Markelov (копия)
- ↑ «Кстати, с нами по вечерам будут философы, возглавляемые доктором философских наук Владиславом Бугера» — Радиостанция «Спутник 107 FM» подводит итоги года 2020 йыл 29 сентябрь архивланған. // Горобзор.ру, 26.12.2008
- ↑ Бикметова Н. Х. Становление экономической культуры российского общества : социально-философский анализ : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.11 / Бикметова Наиля Халимовна; [Место защиты: Башкир. гос. ун-т]. — Уфа, 2010. — 141 с.
- ↑ Богданов А. А. Новый мир / А. А. Богданов. Вопросы социализма: Работы разных лет. — М.: Политиздат, 1990. — С. 32-38.
- ↑ 22,0 22,1 22,2 Стивен Шенфилд.«Владислав Бугера: портрет ученого-постмарксиста» // Johnson’s Russia List, № 44, ноябрь 2008 года.
- ↑ Vladislav Bugera: Protrait of a Post-Marxist Thinker // Russian Politics in Review November, 12.12.2008
- ↑ Умланд А. Новые идеологические образования в современном русском антидемократизме: западные концепции, антизападные политические доктрины и постсоветский партийный спектр // НАЦІОНАЛЬНА АКАДЕМІЯ НАУК УКРАÏНИ. ІНСТИТУТ ПОЛІТИЧНИХ ЕТНОНАЦІОНАЛЬНИХ ДОСЛІДЖЕНЬ ім. І.Ф. Кураса. НАУКОВІ ЗАПИСКИ. ВИПУСК 33. — Київ, 2007.
- ↑ Белоногов Г. Е. Проблемы рационализации социогуманитарного знания — Уфа: БоНС:БашГУ. — 2005.
- ↑ Вахитов Р. Р. Марксистская философия(недоступная ссылка) // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 4. Л-О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2008. — С. 123.
- ↑ Овруцкий А. В. Личность, экономика, общество: креатив и креативность . ecsocman.hse.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. // Психология в экономике и управлении. — 2010. — № 1. — С. 20.
- ↑ Минаков П. А. Публичная власть: политологический аспект . www.dissercat.com. Дата обращения: 25 декабрь 2019. : диссертация … кандидата политических наук : 23.00.01; [Место защиты: Башкир. гос. ун-т]. — Уфа, 2007. — 198 с.
- ↑ Тулупов В. В. Системный взгляд на российское образование . www.relga.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. // RELGA — научно-культурологический журнал. — № 8 [188] 01.06.2009
- ↑ Концепция неоазиатского способа производства нашла своё отражение не только в научной, но и в художественной литературе (см. здесь . samlib.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019.)
- ↑ Статья В. Бугеры «Компьютеризация как предпосылка социалистической революции» (журн. «Альтернативы», № 3, 1999) на сайте Киевского горкома ЛКСМУ . lksmu.at.ua.
- ↑ П. Друкер. Эра социальной трансформации . www.archipelag.ru.
- ↑ В. Бугера. Критика «бритвы Оккама». bugerave.wordpress.com.
- ↑ Первое упоминание об этих принципах как о «бритве Бугеры» см. в плане методологического семинара «Проблема обоснования знания» на 2017/18 гг.. bugerave.wordpress.com.
- ↑ 35,0 35,1 Білоус А. О. Політичні об'єднання України. — Київ: «Україна», 1993. — С. 49-50. — ISBN 5-319-01289-6
- ↑ См. скан членского удостоверения В. Е. Бугеры в его блоге, запись «Как начиналась моя политическая жизнь» . bugerave.wordpress.com. Дата обращения: 25 декабрь 2019. от 28 февраля 2014 г. В этой записи см. также сканы ряда других документов, иллюстрирующих политическую активность В. Бугеры в 1989-97 гг.
- ↑ Путч. Хроника тревожных дней. Путч: день второй. 20 августа 1991 года 2016 йыл 4 март архивланған.. old.russ.ru.
- ↑ Пресса и политологи о Марксистской рабочей партии 2019 йыл 10 сентябрь архивланған. marxistparty.ru.
- ↑ 39,0 39,1 5.3.7. «Независимые марксисты». www.cprf.info. Дата обращения: 25 декабрь 2019. 2019 йыл 25 декабрь архивланған. // Коргунюк Ю. Г., Заславский С. Е. Российская многопартийность: становление, функционирование, развитие. — М.: Фонд ИНДЕМ, 1996.
- ↑ Упомянутая в монографии резолюция Уфимской организации МРП опубликована, наряду ещё с несколькими её резолюциями, в сборнике «Теория и практика коллективизма» . sbiblio.com. Дата обращения: 25 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 30 сентябрь 2020 года. 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ Татьяна Шавшукова. Социалистические и коммунистические организации в октябре 1995 года. 2.Основные события. 2.5.Леворадикалы www.igpi.ru.
- ↑ О том, как в этот период В. Бугера разоблачил международную аферу Олега Верника (сейчас являющегося председателем Всеукраинского независимого профсоюза «Защита труда» . zahist.wordpress.com. Дата обращения: 25 декабрь 2019.) и его группы, см. здесь: Виктор Зайцев, Наташа Барч. С помощью украинских спецслужб НАТО создает для себя левое и рабочее движение на Украине . left.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019., — и здесь: A Band of Political Impostors and Swindlers in Ukraine . www.internationalist.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.. Об афере Верника см. здесь: Party News: Ukraine // Socialist Standard. — September 2003. — Vol. 99. — № 1189 . www.worldsocialism.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.. — P. 15; Materials Relating to the Fraud in Ukraine . www.lrp-cofi.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.; Scam in the Ukraine . www.workersliberty.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.; Fraud against the workers’ movement. IBT Conned in Kiev . www.bolshevik.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.; Fraud Against the Workers' Movement. Cast List . www.bolshevik.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.; CWI Leadership’s Role in Ukrainian Fraud: No Innocent Explanation . www.bolshevik.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019.; Из жизни крыс: Верник и компания . eretik-samizdat.blogspot.com. Дата обращения: 25 декабрь 2019.
- ↑ Об истории конфликта между В. Бугерой и М. Инсаровым см.: В. Бугера. Заметки о чувстве ответственности . eretik-samizdat.blogspot.com. Дата обращения: 25 декабрь 2019.
- ↑ Работы В. Бугеры и др. материалы проекта «Союз коллективистов» на сайте журнала «ЕРЕТИК» eretik-samizdat.blogspot.com.
- ↑ vivalafora.livejournal.com/ vivalafora — блог анархистов-интернационалистов
- ↑ a-sindnicalism.livejournal.com/294576.html Публикация анархистов-интернационалистов в поддержку В. Е. Бугеры
- ↑ Документы «демократических централистов». leftcom.wordpress.com.
- ↑ Издания Группы пролетарских революционеров-коллективистов в подборке Стивена Шенфилда на scribd.com (англ.).. www.scribd.com.
- ↑ Работы В. Е. Бугеры на международном сайте «„Left Wing“ Communism — an infantile disorder?» (в разделе русскоязычных текстов; на этом же сайте есть и переводы текстов ГПРК на другие языки). www.left-dis.nl.
- ↑ Умланд А. Современные концепции фашизма в России и на Западе. magazines.russ.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 15 ғинуар 2018 года. // «Неприкосновенный запас». — 2003. — № 5 (31)
- ↑ Вайнманн У., Тупикин В. А. Левые и национализм в России. magazines.russ.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. // «Неприкосновенный запас». — 2005. — № 1(39)
- ↑ Подробнее о сотрудничестве Интернационалистической коммунистической тенденции с националистами см. в интернет-журнале «Еретик» на русском . eretik-samizdat.blogspot.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. и английском . eretik-samizdat.blogspot.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. языках. В своем заявлении The Problem of Nationalism and the GKM (Group of Communist Maximalists), Russia/Ukraine (ингл.). www.leftcom.org. Дата обращения: 25 декабрь 2019. Интернационалистическая коммунистическая тенденция признала отчасти справедливой критику этого сотрудничества со стороны В. Бугеры и его товарищей
- ↑ The International Bureau for the Revolutionary Party becomes the Internationalist Communist Tendency (ингл.). www.ibrp.org. Дата обращения: 26 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 26 ноябрь 2009 года., 26 September 2009
- ↑ «Служить науке и обществу» Интервью Эдуарда Байкова . www.globalistika.ru. Дата обращения: 27 май 2010. Архивировано из оригинала 27 май 2010 года. 2010 йыл 27 май архивланған. // «Истоки». — № 47. — 19.11.2008)
- ↑ Comment by Stephen Shenfield. — Vladislav Bugera. The War in Ukraine and the Human Right to Free Play with Ethnic Identities. stephenshenfield.net. Дата обращения: 25 декабрь 2019. 27 October 2014 // Сайт Стивена Шенфилда . stephenshenfield.net. Дата обращения: 25 декабрь 2019.
- ↑ Новости УГНТУ, 30.08.2018. 2019 йыл 26 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный блог Владислава Бугеры
- Работы В. Бугеры на интернет-портале «Материалистическая диалектика»
- Работы В. Бугеры в библиотеке сайта «Красная теория»
- Бугера В. Е. — Видео
- Бугера В. Е. — Аудио
- Работы В. Бугеры в интернет-журнале «Еретик»
- О политическом кредо В. Бугеры на сайте организации «Автономное действие»
- Новопольцев И. А. Анархiя (роман). Глава 14: Перекресток-2.
- О разоблачении аферы Олега Верника в воспоминаниях киевского полит. активиста Владимира Задираки
- Marxists Internet Archive
- 24 ғинуарҙа тыуғандар
- 1971 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә тыуғандар
- Философия фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса публицистар
- Рәсәй публицистары
- XXI быуат публицистары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса философтар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- XXI быуат философтары
- Рәсәй философтары
- Марксистар
- Материалистар
- Рәсәй революционерҙары
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары