Бызылдауыҡ себендәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бызылдауыҡ себендәр
Episyrphus balteatus male - flying (aka).jpg
Episyrphus balteatus
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Syrphidae Rondani, 1856

Аҫ ғаилә
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   139621
NCBI   34680

Бызылдауыҡ себендәр (лат. Syrphidae, урыҫ.  Журчалки ) — ҡыҫҡа мыйыҡлылар отрядында ике ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе (Brachycera).

4,6 меңдән артыҡ төрө бар, Рәсәйҙә — бер нисә йөҙ. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 5—25 мм, һары, аҡ, ҡыҙыл йәки ҡара төҫтәге асыҡ буй-буй һыҙыҡтары йәки тимгелдәре бар. Ҡайһы берҙәре сағыусы элпә ҡанатлыларға: шөпшә, бал ҡортона оҡшаған. Сәскә нектары менән туйыныу сәбәпле ҙур безелдәүек себендәр үҫемлектәрҙе һеркәләндерә; ҡанаттары менән тиҙ елпенеп, ситкә тиҙ осоп китеүҙәре һәм яңынан үләнсел үҫемлек һәм ҡыуаҡ сәскәләренә осоп килеүҙәре, һауала оҙаҡ хәрәкәтһеҙ, элеп ҡуйған кеүек тора алыуҙары менән айырылалар. Безелдәүек себендәр личинкаларының йәшәү рәүеше төрлөсә: үҫемлек менән туйыныусылар ҡатҡан ҡабыҡ аҫтында, ағас ҡыуышлыҡтарында, үҫемлек туҡымаларында йәшәй, һуған безелдәүек себендәр (Eumerus) личинкалары һуғансаларҙы зарарлай, уларҙың үҙәген ашай; сапрофагтар тарҡалыу продукттарына бай булған һыуҙа йәшәй. «Күсе һымаҡ»тар тип аталыусы Eristalis ырыуы себене личинкаларының ҡорһаҡ осонда 15 мм-ға ҡәҙәр оҙонлоҡтағы һулыш көпшәһе бар; йыртҡыстары үҫемлектәрҙә йәшеренмәйҙәр, башҡа тигеҙ ҡанатлыларҙың личинкаларын юҡ итәләр, ҡайһы берҙәре бөжәк — ксилофагтарның йөрөү юлдарында, иңкеш, ҡырмыҫҡа һәм һағаҙаҡ ояларында туйыналар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]


Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Бей-Биенко Г.Я. Общая энтомология. М., 1966; Росс Г., Росс Ч., Росс Д. Этномология. М., 1985.