Бөжәк менән туҡланыусы үҫемлектәр
Полифилетик төркөм төркөмө | |||
Инглиз ысыҡ үләне (Drosera anglica) ҡапҡанындазәңгәр энәғараҡ (Enallagma cyathigerum) эләктергән | |||
Исеме | |||
---|---|---|---|
Йыртҡыс үҫемлектәр | |||
Атамаһының статусы | |||
билдәләнмәгән | |||
Өҫтәге таксон | |||
Батшалыҡ үҫемлектәр (Plantae) | |||
Вәкилдәре | |||
| |||
|
Drosera regia, Ысыҡ үләненең бер төрө
|
Бөжәк менән туҡланыусы үҫемлектәр (шулай уҡ, йыртҡыс үләндәр һәм тереклек менән туҡланыусы үҫемлектәр терминдары ла осрай) — 630 йыйылма атамаһы бар. Биологик төр үҫемлектәр 19 ғаилә[1], улар ваҡ хайуандарҙы, күберәк осраҡта бөжәктәрҙе тотоп алып, улар менән туҡланыу өсөн ҡулайлашҡан[1]. Улар шулай итеп үҙҙәренең автотроф туҡланыуын тәьмин итә (фотосинтез).Был уларҙың туҡланыуының бер гетеротроф формаһы. Улар шулай итеп тупраҡтан органик булмаған азотлы ашлама алыуға мохтажлыҡтарын кисектерә, кәметә.
Бөжәк ашаусылар — күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр. Элекке СССР биләмәләрендә ысыҡ үләндәр һәм ҡыуыҡ һымаҡтар ике ғаиләгә ҡараған 4 ырыуҙа 18 төрө билдәле.
Улар сәскәле үҫемлектәр төркөмөнән биш айырым төркөмдә эволюция үткән тип иҫәпләнелә[2][3].
Тарихи сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөжәк ашаусы үҫемлектәр XVIII быуаттарҙан билдәле [4]. Беренсе дөрөҫ ботаник яҙма венерина себен аулаусы үләне (Dionaea muscipula) тураһында инглиз натуралисы Джон Эллистың Карл Линнейға 1769 йылда яҙылған хатында телгә алына. Ул унда бөжәктәр тотоусы үҫемлек тураһында бәйән итә [4].
1782 йыл немец врачы А. В. Рот ысыҡ үләненең үҙенсәлекле хәрәкәттәре, япраҡтар ярҙамында бөжәктәр аулауы тураһында яҙып ҡалдырған.
1791 йылда У. Бартрам Төньяҡ Америка штаттары буйынса сәйәхәте тураһында яҙған китабында Sarracenia ырыуы үҫемлеге тураһында яҙған. Ул үҫемлектәрҙең көршәк һымаҡ япраҡтары бөжәктәрҙе тотоу өсөн яраҡлашыуын бәйән итә. Ул беренселәрҙән булып тере йән ашаусы үҫемлек («плотоядные растения») терминын ҡуллана[4].
Эволюция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге бөжәк менән туҡланыусы үҙемлекArchaeamphora longicervia Sarraceniaceae ғаиләлегенән(реконструкция по ископаемому отпечатку)
|
Был үҫемлектәрҙең эволюцияһы тураһында мәғлүмәттәр юҡ тиерлек. Сөнки ташҡа әүерелгән үҫемлектәр тураһында әйткәндә уларҙы тик һеркәләре һәм орлоҡтары ярҙамында өйрәнелә. Ә был төр үҫемлектәр был структураларҙан төшөп ҡалған. Мәҫәлән ҡабығы һәм үҙағасы юҡ.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөжәк менән туҡланыусылар күп йыллыҡ күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Шулай уҡ ярым ҡыуаҡлылары һәм тәпәш ҡыуаҡ формаһында ла осрай.
Иң эре үҫемлек булып дәү библис (Byblis gigantea) иҫәпләнә. Ул ярты метрғаса етә. Австралияла таралған. Ул бөжәктәрҙе генә түгел, ҡусҡарҙарҙы, тәлмәрйендәрҙе , хатта кеҫәрткеләрҙе лә “йота”. Улар үрмәләп үҫеп, 4 метрғаса оҙонлоҡҡа етә.
Улар башлыса һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙамыҡтарҙа, сөсө һыу ятҡылыҡтарында таралған. Ысыҡ үләненең бер төрө булған дрозофиллюм (Drosophyllum) ярым ҡыуаҡ булып иҫәпләнә. Ул 30 сантиметрғаса етә. Улар Төньяҡ Африкала һәм Пиреней ярым утрауҙарында һаҙлыҡтарҙа, ҡоро ҡомлоҡтарҙа йәшәй. Урындағы халыҡ уларҙың йәбешкәк япраҡтарын борон замандарҙан себен тотоу өсөн файҙаланған.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөжәтәр менән туҡланыусылар сәскәле үҫемлектәр үҫкән бөтә экосистемала ла киң таралған. Арктиканан алып тропиктарғаса. Шулай уҡ диңгеҙ кимәленән алып Альп тауҙарының тау бүлкәттәренә ҡәҙәр. Бар ҡиғаларҙа ла осрай. Рәсәй биләмәһендә түбәндәге төр бөжәк менән туҡланыусы ҡырағай үҫемлектәр таралған:
- Түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне (Drosera rotundifolia) һәм инглиз ысыҡ үләне (Drosera anglica). Улар торфлы һәм мүкле һаҙлыҡтарҙа үҫә.
- Ҡыуыҡ һымаҡ Альдрованда (Aldrovanda vesiculosa). Һыу үҫемлеге. Рәсәйҙең Үҙәк һәм Европа өлөшөндә, Кавказда һәм Алыҫ Көнсығышта үҫә.
- Ҡыуыҡҡай (Utricularia). Башлыса Рәсәйҙең бар биләмәләрендә лә таралған. Тик төньяҡтың төпкөлдәрендә генә осрамай. Канауҙарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һай һыулы быуаларҙа һәм күлдәрҙә үҫә. Рәсәйҙә дүрт төрө билдәле.
- Майлыҡай (Pinguicula). Йылға ярҙарында, мүкле һаҙлыҡтарҙа, ҡайһы берҙәре эпифит булараҡ, мүктәрҙә һәм ағастарҙа ла осрай. Рәсәйҙа алты төрө таралған.
Ҡапҡан төрҙәре механизмдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аулау механизмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Себенде үҙләштереүсе ысыҡҡайҙың бер төрө
|
Бөтә бөжәк ашаусы үләндәрҙең ҡорбандарын аулаусы механизмдарын шартлы рәүештә ике төркөмгә бүлергә була [5]:
- әүҙем аулаусылар – шәп хәрәкәт итеүсе ағзалары менән аулаусылар (ысыҡ үләне, себен йотҡос үләне).
- яй аулаусылар;
- япраҡтарында бүленеп сыҡҡан лайлалары һәм йәбештереүсе шыйыҡсалары менән бөжәктәр аулаусылар росолист (Drosophyllum), майлыҡай (Pinguicula));
- кескәй көршәктәре һәм ҡыуыҡтар, уларға оҡшаған күбектәр ярҙамында аулаусылар (ҡыуыҡҡай, непентес, генлисия, саррацения).
Ҡапҡандар төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәр табыш өсөн биш төрҙәге ҡапҡандар ҡуллана [5]:
- көршәктәргә оҡшаш япраҡтар;
- ҡапҡан һымаҡ ике яҡлап ҡыҫыусы япраҡтар ярҙамында;
- йәбешкәк ҡапҡандар;
- һурыусы, имеүсе ҡапҡандар;
- ҡыҫаланың ҡыҫҡысына оҡшаш ҡапҡандар.
Ҡапҡан төрҙәре ниндәйҙер бер төргә тәғәйен генә билдәләнмәгән..
Йыртҡыслыҡтарын юғалтыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] Көршәк һымаҡ непентес ҡойолған япраҡты тотоуға яраҡлашыуы
|
Көл төҫлө ҡыуыҡҡай (Utricularia purpurea) өлөшләтә йыртҡыслығын юғалтҡан. Шул уҡ ваҡытта ул мутуалистик мөнәсәббәт күрһәтеп, үҙенең ҡыуыҡтары менән ылымыҡтарға һәм зоопланктондарға мөхит әҙерләй [6][7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 McPherson, S.R. 2009. Pitcher Plants of the Old World. Redfern Natural History Productions Ltd., Poole.
- ↑ Albert, V.A., Williams, S.E., and Chase, M.W. (1992). «Carnivorous plants: Phylogeny and structural evolution». Science 257: 1491–1495. DOI:10.1126/science.1523408. PMID 1523408.
- ↑ Ellison, A.M., and Gotelli, N.J. (2009). «Energetics and the evolution of carnivorous plants — Darwin's 'most wonderful plants in the world'.». Journal of Experimental Botany 60: 19–42. DOI:10.1093/jxb/ern179. PMID 19213724.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Чарлз Дарвин. Насекомоядные растения / Н. Г. Холодный. — 1-е изд. — Москва-Ленинград: АН СССР, 1948. — Т. 7.
- ↑ 5,0 5,1 Williams, S. E. 2002. Comparative physiology of the Droseraceae sensu stricto—How do tentacles bend and traps close? Proceedings of the 4th International Carnivorous Plant Society Conference. Tokyo, Japan. pp. 77-81.
- ↑ Clarke et al., 2009
- ↑ Fountain, 2009
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөжәк менән туҡланыусы үҫемлектәр — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Насекомоядные или мясоядные растения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2009)
- Михаил Ругаль — Хищные растения острова Борнео
- Насекомоядные растения в Энциклопедии Кольера (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2009)
- Популярная статья о хищных растениях 2005 йыл 13 сентябрь архивланған.
- International Carnivorous Plant Society Homepage
- Видео с записью процесса кормления плотоядного растения Венерина Мухоловка
{{|it}}