Волин Анатолий Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волин Анатолий Антонович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 июль 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Темрюк[d], Темрюкский район[d]
Вафат булған көнө август 2007[1] (104 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө уҡытыусы, сәйәсмән, юрист
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Волин Анатолий Антонович (9 [22] июль 1903, Темрюк, Кубань өлкәһе — август 2007, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, юрист. 1948—1957 йылдарҙа СССР Юғары суды Рәйесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анато́лий Анто́нович Во́лин балыҡсы Антон Прохорович Волин һәм Ирина Ивановнаның (ҡыҙ фамилияһы Ганычева) күп балалы ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған.

1920—1921 йылдарҙа — Темрюк ҡалаһының балыҡ заводында эшсе. 1921 йылдан — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының частарының береһендә йәшерен часть штабы начальнигы. Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1923—1926 йылдарҙа — Краснодарҙа эшселәр факультеты студенты. 1925 йылдың октябренән РКП(б) ағзаһы.

1930 йылда Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. 1930—1931 йылдарҙа — Ленинградта Коммунистик академия аспиранты.

1931—1932 йылдарҙа — Ленинград университетының кафедра мөдире һәм уҡытыусыһы, унан һуң 1932 йылда Автономиялы Карел ССР-ына мәҙәниәт һәм халыҡ мәғарифы секторы мөдире вазифаһына күсерелә. Петрозаводск университетында кафедра мөдире булып эшләй. 1933—1935 йылдарҙа — Петрозаводск прокуроры. 1935 йылдан — Володар районы прокуроры ярҙамсыһы, Ленинградтың Сокольники районы прокуроры.

1937 йылдан 1939 йылға тиклем — РСФСР прокуроры урынбаҫары. 1939—1948 йылдарҙа — РСФСР прокуроры.

1948 йылдың авгусынан 1957 йылдың февраленә тиклем — СССР-ҙың Юғары Суды рәйесе. Шул уҡ ваҡытта 1948—1952 йылдарҙа юстиция органдарын таҙартыуҙа ҡатнаша. Судьялар ҡылған енәйәттәрҙе ҡарау буйынса суд составтарын ойоштора һәм улар менән етәкселек итә[2]. Юғары Суд пленумының реабилитацияланған граждандарға 1954 йылдың ғинуарынан торлаҡтарын реституциялау мөмкинлеге тураһында аңлатыуы менән бәйле, вазифаһынан бушатыла, КПСС етәкселеге быны хата тип таный.

1957—1969 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Госарбитраждың баш арбитр урынбаҫары. Юстиция органдарын контролдә тотоу өсөн көрәшә.

1969 йылдан — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Бер нисә йыл дауамында «Кеше һәм закон» журналы консультанты булып эшләй.

РСФСР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты.

Введенский зыяратында ерләнгән (7 уч.)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Ленин ордены

- 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.07.1953)

Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Wolin Anatoly commemorative plaque in Petrozavodsk.JPG
Петрозаводскиҙа Карелия Республикаһы прокуратураһы бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ

2010 йылда Карелия Республикаһы прокуратураһы бинаһында А. А. Волиндың Петрозаводск ҡала прокуратураһында эше иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 100 лет Волину Анатолию Антоновичу // Вестник Высшего Арбитражного Суда Российской Федерации. — М.: ЮРИТ-Вестник, 2003, № 7. — С. 144—146

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Anatolij Antonovič Volin // NUKAT — 2002.
  2. [Кодинцев А. Я. Государственная политика в сфере юстиции в СССР. 30-50-е годы XX века. — Куртамыш, 2008. — С.390]
  3. Могила А. А. Волина
  4. В прокуратуре чествовали ветеранов. Дата обращения: 22 декабрь 2011. Архивировано 23 март 2014 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]