Вощинин Александр Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вощинин Александр Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 апрель 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Петровка, Мичуринск ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание вице-адмирал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Вощинин Александр Николаевич (15 апрель 1914 йыл — 11 ноябрь 1986 йыл) — совет хәрби етәксеһе, СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының 6-сы идаралыҡ начальнигы, вице-адмирал (1968).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Николаевич Вощинин 1914 йылдың 15 апрелендә Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Шаран районы Яңы Петровка ауылында тыуа. Татар.

1937 йылда Ленинград ҡалаһындағы М. В. Фрунзе исемендәге Юғары команда хәрби-диңгеҙ училищеһының артиллерия факультетын тамамлай. Сумы өлкәһенең Шостка ҡалаһына хәрби заводҡа йүнәлтелә, унда өлкән техник, Хәрби-диңгеҙ флоты вәкиле урынбаҫары, завод директоры вазифаларында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941—1943 йылдарҙа Хәрби-диңгеҙ флоты Артиллерия идаралығының оператив берекмәһе составында яр буйы нығытма линияһы буйынса эштәрҙе ойоштора. 1943 йылдың апреленән алып Мәскәү ҡалаһында Хәрби-диңгеҙ флоты Артиллерия идаралығында өлкән офицер. Һуңыштан һуң Семипалатинск полигонында ядро ҡоралдарын тәүге һынауҙарҙа ҡатнаша. 1954—1966 йылдарҙа ХДФ-ның бүлек мөдире һәм 6-сы идаралығы начальнигы урынбаҫары. 1966—1975 йылдарҙа ХДФ-ның 6-сы идаралығы начальнигы. Яңы Ерҙә ядро ҡоралын һынау етәкселәренең береһе. 1975 йылда отставкаға сыға.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1953)[1]
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1]
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[1]
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972)[1]
ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1949, 1972)[1]
III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн»[1]
СССР миҙалдары[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Вощинин Александр Николаевич(недоступная ссылка)