Вәхитов Риф Хәйрулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәхитов Риф Хәйрулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 4 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Арҡауыл, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 сентябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре

Вәхитов Риф Хәйрулла улы (4 сентябрь 1940 йыл14 сентябрь 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары, 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риф Хәйрулла улы Вәхитов 1940 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ (хәҙерге Салауат районы) Арҡауыл ауылында колхоз төҙөүҙә актив ҡатнашҡан Хәйрулла менән Мәнзүмә Вәхитовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Хәйрулла Вәхитов «Игенсе» колхозының тәүге рәйесе була.

Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын 1958 йылдың сентябрендә «Йүрүҙән» колхозының Арҡауыл МТС-ы (һуңынан Малаяҙ РТС-ы) токары булып башлай.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алған йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып, «Һарғамыш» совхозында агроном булып эшләй башлай. Шулай уҡ совхоз партия комитетының сәйәси мәғрифәт кабинеты менән етәкселек итә.

1967—1974 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Салауат район комитетының беренсе секретары.

1974—1976 йылдарҙа — Свердловск юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия эштәре бүлегендә инструктор. 1979 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат районы Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1982 йылдан — КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары. Башҡор АССР-ы 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1995 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының ойоштороу бүлеге мөдире була, һәм шул уҡ йылдың май айынан 2000 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатын етәкләй.

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тыуған республика һәм тыуған районы тормошонда әүҙем ҡатнашыусы булып ҡала. Оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙы биләһә лә, халыҡ күңелен ябайлығы менән яулаған. Республика етәкселәре, РФ субъекттарындағы коллегалары, депутаттар араһында ҙур абруй менән файҙалана. «Салауаттар» яҡташтар төбәк берекмәһенең әүҙем ағзаһы.

Оҙаҡ ауырыуҙан һуң 2021 йылдың 14 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]