В. И. Упатчев йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. И. Упатчев йорто
Нигеҙләү датаһы 1913
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Василеостровский районы[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q50531627?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться 12-я линия Васильевского острова, 13
Карта
 В. И. Упатчев йорто Викимилектә

: Был мәҡәләлә В. И. Упатчев йорто тураһында һүҙ бара, йорт xx быуат башында Санкт-Петербург ҡалаһында төҙөлгән

төбәк архитектура ҡомартҡыһы

В. И. Упатчев йорто — ХХ быуат башында төҙөлгән төкәтмәле ҙур кирбес ҡоролма. Санкт-Петербург ҡалаһындағы Васильевский утрауының 12-се линияһында урынлашҡан. Йорт төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм әҙәбиәт ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта был ҡоролма Санкт-Петербург дәүләт университетының Психология һәм социаль хеҙмәт институтының уҡыу корпусы сифатында ҡулланыла.

Тарих һәм архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкт-Петербургтың Васильевский утрауының 12 линияһында 1913—1914 йылдарҙа архитекторҙар Михаил Иванович фон Вилькен һәм Владимир Иванович Упатчев дөйөм белем биреү ихтыяждары өсөн алты ҡатлы ҙур кирбес килем йорто төҙөйҙәр, йорт флигелле һәм етенсе ҡатында мансардалы булған, халыҡ араһында был йортто Упатчев йорто тип йөрөткәндәр[2].

1916 йылда В. Упатчев был йортто һата һәм яңынан икенсе, ҙур, киң йорт төҙөй башлай. Йорттоң хужаһы Стелла Генриховна Рубинштейн була һәм ул бында ире Дмитрий Львович Рубинштейн менән бергә йәшәй. 1916 йылдың йәйендә Д. Л. Рубинштейн үҙе дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнә һәм ҡулға алына[3].

Йорттоң биҙәлеше

Бинаның ихата корпусы һәм янында флигеле була, уларҙы Бөйөк Ватан һуғышына тиклем дөйөм белем биреү мәктәбе биләй. 1990-сы йылдарҙа бында Рәсәй Фәндәр академияһының транспорт проблемалары институты һәм хәрби округ универмагы урынлаша.

2000-се йылдарҙа был бина Санкт-Петербург дәүләт университетының психология һәм социаль хеҙмәт институты ихтыяжына тапшырыла.

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бинаның фасады рококо архитектура стиле элементтары менән биҙәлгән. Өсөнсө ҡатта ярым түңәрәк өҫлө тәҙрәләр биҙәүестәр менән урынлаштырылған. Стеналар аралыҡтары кәрниз менән биҙәлгән. Өсөнсө ҡаттағы эркерҙың үҙәк тәҙрәһе ҡабырғаларында декоратив кронштейндарҙа гөл һауыттары сылбырҙарҙа аҫып ҡуйылған.

Дүртенсе һәм бишенсе ҡаттағы ҡабырсаҡ-рокайлле тәҙрәләре тура мөйөшлө формала. Бишенсе ҡатта урынлашҡан тәҙрәләр тупһаһы аҫтары лавр япрағы формалы фестондар менән биҙәлгән. Стеналар аралары пилястрлы[4].

Әлеге ваҡытта, төкәтмәлә, һул күркәм ишек алдында, баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрәләрҙә витраждар һаҡланып ҡалған. Витраждар төрлөсә һаҡланған, уларҙың ҡайһы берҙәре сатнаулы, икенселәрендә һаҡһыҙ буяғандан ҡалған эҙҙәр бар[5].

2009 йылдағы янғындан һуң бинаның һул яғына әлегә ремонт үткәрелмәгән[6].

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда Упатчев йортонда Санкт-Петербург дәүләт университетының психология һәм социаль хеҙмәт институты урынлаша. Институт бинаның авария хәлендәге флигеленә, ремонт яһап, уның элекке матур торошон ҡайтарып биргән. Бөгөн бында ғәмәли психология факультеты һәм психологик-социаль факультеты эшләй.

Урамға ҡарап торған бинаһы ла белем биреү һәм фән менән шөғөлләнеү маҡсатында файҙаланыла: бында Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Соломенко исемендәге транспорт проблемалары институты, «Телмәр» нәшриәте һәм шулай уҡ Сит ил телдәре институты эшләй[7].

Документ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Постановление Правительства Санкт-Петербурга от 30.12.2019 г. № 1021 г. Санкт-Петербург. «Об утверждении перечня объектов (выявленных объектов) культурного наследия, являющихся жилыми домами, в отношении которых планируется проведение мероприятий по сохранению в рамках подпрограммы «Наследие» государственной программы Санкт-Петербурга «Развитие сферы культуры в Санкт-Петербурге».

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://kgiop.gov.spb.ru/deyatelnost/uchet/list_objects/1063/
  2. Из-за пожара одна из парадных дома обрела действительно необычный вид - адрес объекта, история, фото, как попасть - Проект Трущобы. Дата обращения: 12 декабрь 2020. 2022 йыл 15 март архивланған.
  3. Доходный дом В. И. Упатчева - Школа - Институт психологии и социальной работы (двор), Эклектика, Архитектор Упатчев В. И., Вилькен фон М. И., 12-я линия ВО, 13. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  4. Доходный дом архитектора Упатчева в Санкт Петербурге – «Парадная Сатаны». Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  5. Доходный дом В. И. Упатчева - Школа - Институт психологии и социальной работы (двор), Эклектика, Архитектор Упатчев В. И., Вилькен фон М. И., 12-я линия ВО, 13. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  6. kudago. Дом Упатчева. Дата обращения: 12 декабрь 2020.
  7. История одного дома: Доходный дом Упатчева. Дата обращения: 12 декабрь 2020. 2020 йыл 24 октябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]