Геральдика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Герб төшөрөлгән кейем кейгән Франция короле. XV быуаттың 30-сы йылдары.

Гера́льдика (һуңғы дәүер лат. heraldica, heraldus - «һөрән һалыусы» һүҙенән) — гербтарҙы өрәнеү менән шөғөлләнә торған ярҙамсы тарихи фән[1]. Гербтарҙың килеп сығышы, уларҙы танып белеү, төҙөү, ҡабул итеү һәм файҙаланыу ҡағиҙәләре, герб эмблемаларын һүрәтләү алымдары менән шөғөлләнеүсе белемдәр тармағы булараҡ, геральдикаға герольдтар («геральдика» һүҙе уларҙан алына) - һарай церемонияләрын ойоштороусылар нигеҙ һала. Геральдика, фән булараҡ, башлыса, Европала үҫеш ала, әмма Азияла ла герб тамғаларын төҙөү тураһындағы белемдәр таралған була: улар X−XII быуаттарҙа төрки яҙма традицияһында, Алтын Урҙа хандарының ярлыҡау акттарында һәм юлламаларында ҡулланыла.

Ҡайһы бер ғалимдәр европалылар был белемдәрҙе тәре яуҙары ваҡытында үҙләштергән тип һанай. 14 быуатта Европа илдәрендә геральдикуның теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе ойошмалар − герольдиялар барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә геральдика 17 быуатта ойоша башлай. 1722 йылда Герольдмейстерлыҡ контораһы төҙөлә; һуңынан уның вазифалары Сенаттың Герб бүлексәһенә күсә. 1918 йылда Герб бүлексәһе Петроград тарих архивының гербтар музейы итеп үҙгәртелә. Геральдикуның үҫеше тарих фәненең, айырым алғанда, ярҙамсы тарихи фәндәрҙең үҫешенә бәйле рәүештә бара. Европала беренсе геральдика кафедраһы 1706 йылда Берлинда асыла. Рәсәйҙә геральдика кафедраһы 1726 йылда Петербург Фәндәр академияһы ҡаршыһында ойошторола. Ярҙамсы тарихи фән булараҡ, геральдика материаль культураны, мәҙәниәттә өйрәнгәндә, матди ҡомартҡыларҙың ниндәй даирәгә ҡарауын, осорон, эшләнеү урынын һ.б. детальдәрҙе асыҡлағанда, шулай уҡ яҙма сығанаҡтарҙы барлағанда ҙур әһәмиәткә эйә.

Геральдика археология, нумизматика, сфрагистика һ.б. тарихи фәндәр, айырыуса генеалогия (Шәжәрә) менән тығыҙ бәйләнгән. Хәҙерге ваҡытта геральдика менән шөғөлләнеүсе махсус йәмғиәттәр, үҙәктәр бар. 1994 йылда РФ Президенты ҡаршыһында Дәүләт геро́льдияһы (1999 йылдан Геральдика советы) ойошторола, ул хәҙерге Рәсәйҙә геральдика мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Уның вазифаларына шулай уҡ РФ субъекттары йәки ерле үҙ идара органдары тарафынан булдырылған рәсми символдар һәм айырымлау билдәләре проекттарын тикшереү ҙә керә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]