Грекова Анастасия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грекова Анастасия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Үмәр ауылы, Киләй ауыл Советы, Баҡалы районы
Вафат булған көнө 1 июнь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Грекова Анастасия Ивановна (24 ноябрь 1923 йыл — 1 июнь 2000 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анастасия Ивановна Грекова 1923 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Үмәр ауылында тыуған.

1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Артабан уның хеҙмәт юлы партия эше менән бәйле була. 1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағыындағы Ижтимағи фәндәр академияһында (Мәскәү) белемен камиллаштыра.

1953—1956 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы өс йыллыҡ өлкә партия мәктәбендә (Өфө) уҡыта. 1960 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй, бер үк ваҡытта 1966—1969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыта; 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында фәнни эштәр буйынса проректор вазифаһында эшләй[2].

Ғалим 2000 йылдың 1 июнендә Өфөлә вафат була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Н. Грекованың фәнни тикшеренеүҙәре социализмда рента мөнәсәбәттәренә, киңәйтелгән яңыртып етештереү проблемаларына, колхоз производствоһын иҡтисади дәртләндереүгә арналған.

50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

  • Материальное стимулирование развития колхозного производства. Уфа, 1962;
  • Экономические стимулы повышения доходов колхозов. Уфа, 1966;
  • Вопросы выравнивания экономических условий повышения доходов в колхозах. Уфа, 1972.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]