Гәрәева Лина Авзал ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәева Лина Авзал ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Таңатар
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы, артист
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Гәрәева Лина Авзал ҡыҙы (1 май 1952 йыл — 11 ноябрь 2021 йыл) — йырсы. 1982—2007 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың халыҡ артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лина Авзал ҡыҙы Гәрәева 1952 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Борай районының Таңатар ауылында[1] тыуа. Юғары белемде Өфө дәүләт сәнғәт институтында ала. Уҡыу йортон тамамлағас Әстерханға йәш йырсылар йәрминкәһенә бара һәм унда уның һәләтен күреп, Пятигорск, Ырымбур, Коми Республикаһы, Алтай крайы оперетта театрҙары үҙҙәренә саҡыра. Әммә ул хеҙмәт юлын Барнаулдан башлай.
1982—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ошо 25 йылдың алты йылын эстрадала үткәрә, әммә төп эшмәкәрлеге музыкаль-әҙәби лекторий менән бәйле.
2021 йылдың 11 ноябрендә Өфө ҡалаһында 70-се йәшендә вафат була[2].

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лина Авзал ҡыҙының репертуарында 100-ҙән ашыу яҙма бар. Т. Кәримов, Р. Сәхәүетдинова йырҙары уның башҡарыуында халыҡ йырҙарына әүерелә. Репертуарында классик музыка — ариялар, башҡорт композитрҙары — М. Вәлиев, Ғ. Әлмөхәмәтов, З. Исмәғилев, К. Рәхимов, Т. Кәримов, Х. Әхмәтов, Р. Сәлмәнов, Р. Сәхәүетдинова, Р. Мортазин, А. Ҡобағошов, А. Кәримов, Н. Дауытов, Ф. Йыһанов, С. Низаметдинов һәм башҡаларҙың вокал әҫәрҙәре бар[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы йылдарҙа Лина Гәрәева «Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]