Даръя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Даръя́ — сиге күренмәгән бик ҙур һыу, бик ҙур йылға.

  • Һыу һыуға ҡойор, һыу даръяға ҡойор (мәҡәл)
Һырдаръя (башҡортса — Һыр йылғаһы)
Ҡашҡадаръя йылғаһы. Китаб ҡалаһы.

Күсмә мәғәнәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Нимәнеңдер күплеге, сикһеҙлеге, киңлеге: даръя кеүек күл; нефть даръяһы

  • Ғилемлелек — даръялыр (Аҡмулла).
  • Тормош — икһеҙ-сикһеҙ даръя (Мөхөтдин Тажи).
  • Күҙ йәштәре даръя булып аҡты
Амударъя дельтаһы — Йыһандан

2.Күҙ даръя — тейешен дә, тейеш түгелен дә күреп барыу[1]

Даръя һүҙе — атамаларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур йылға мәғәнәһендә ул Урта Азиялағы киң билдәле Амударъя, Һырдаръя (Сырдаръя), Ҡашҡадаръя, Сурхандаръя атамаларында ҡулланылған. Урта Азияла «даръя» һүҙе менән барлыҡҡа килгән йылға атамалары йыш осрай.

Башҡорттарҙа Һырдаръя Һыр тигән атама менән дә билдәле. Был атама менән ул башҡорт тарихына ла инеп ҡалған һәм уға бағышланған ошо исемле Һыр тигән йыр ҙа бар.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993.
  • Нәҙершина Ф. А. башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . — Өфө: 1997. −288 бит.
  • Реки Узбекистана [1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 265-се бит