Эстәлеккә күсергә

Дуҫлыҡ монументы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Монумент дружбы
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310006000№ 0310006000

Дуҫлыҡ монументыбашҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы 1965 йылда Өфө ҡалаһында, Ағиҙел ярында ҡуйылған һәйкәл. Скульпторҙары М. Ф. Бабурин, Г. П. Левицкая, архитекторҙары Г. И. Гаврилов, Е. И. Кутырёв.

1974 йылда РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән «дәүләт әһәмиәтендәге һәйкәл» статусы бирелә[1].

Ул Ағиҙел йылғаһы буйлап пароходта йөҙөүселәргә лә, күпер аша автобустарҙа үтеүселәргә лә мөһабәт булып күренеп тора.

Уға беренсе таш 1957 йылдың 14 июнендә һалына һәм буласаҡ монумент урынына «Здесь будет сооружён монумент в память 400-летия добровольного присоединения Башкирии к Русскому государству» тигән яҙыулы мәрмәр таҡтаташ урынлаштырыла. Монумент 1965 йылдың 7 авгусында тантаналы асыла, ул тарихи Өфө ҡәлғәһе урынында тора. Авторҙары: Михаил Бабурин; Галина Левицкая.