Енәйәт һәм яза (рок-опера)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Енәйәт һәм яза
Нигеҙендә эшләнгән Преступление и наказание[d]
Композитор Эдуард Николаевич Артемьев[d]
Либретто авторы Кончаловский Андрей Сергеевич, Ряшенцев, Юрий Евгеньевич[d] һәм Марк Григорьевич Розовский[d]
Текст авторы Ряшенцев, Юрий Евгеньевич[d]

«Енәйәт һәм яза» — рок-опера, Федор Достоевскийҙың шул исемдәге романы мотивтары буйынса Эдуард Артемьев музыкаһына, Андрей Кончаловский, Юрий Ряшенцев (Марк Розовскийҙың ҡатнашлығында) либреттоһына һәм Юрий Ряшенцев шиғырҙарына яҙылған. АНО «Театр мюзикл» театр компанияһы тарафынан ҡуйылған. Донъя премьераһы 2016 йылдың 17 мартында Рәсәйҙә, Мәскәүҙә, «Мюзикл театрында» ҡуйылған.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Данлыҡлы романдың музыкаль версияһын булдырыу идеяһын Андрей Кончаловский уйлап сығарған. 70-се йылдар XX быуаттың 70-се йылдарында АҠШ-ҡа эмиграцияға килгәс, Юрий Ряшенцев һәм Марк Розовскийҙҙар менән берлектә яҙған либреттоһын композитор Эдуард Артемьевҡа тапшыра. 1979 йылда Артемьев партитура яҙырға тотона. Артабан утыҙ йыл буйына ул бик эскиздар эшләй, уларҙың күбеһе оҡшамағанлыҡтан, ҡабаттан эш башлай. Башта ул әҫәрҙе «Раскольников» тип атап, мистерия рухындағы опера итеп яҙырға уйлай, тик йылдар үтеү менән жанр әкренләп зонг-операға, ә аҙаҡтан, рок-операға әйләнә.

2007 йылда музыкаль материал өҫтөндә эш тамамлана. Презентацияға шул йылдың көҙөндә ике дискылы альбом сығарыла. Уны яҙыуҙа Рәсәй дәүләт кинематография симфоник оркестры, Хор сәнғәтенең хор академияһы һәм бер нисә төрлө музыка йүнәлешендәге ансамбль ҡатнаша. Вокаль партияларын Владимир Ябчаник (Родион Раскольников), Наталья Сидорцова (Соня Мармеладова), Юрий Мазихин (Порфирий Петрович), Александр Маракулин (Свидригайлов), Галина Борисова (Алена Ивановна) һәм башҡалар башҡара. Әҫәр план буйынса, бер йылдан театр сәхнәһенә сығарылырға тейеш була, әммә был план килеп сыҡмай. Кончаловский хатта башҡа кешегә режиссураны тапшырырға тырыша, әммә бер кемдең дә быға йөрәге етмәй.

2013 йыл «Мюзиклдар театрының» етәксеһе Давид Смелянский авторҙарға әҫәрҙәрен театр постановкаһы итеп ҡуйырға тәҡдим итә. Кончаловский етәкселеге аҫтында яңы проект 2015 йылда эшләнә башлай. Либреттоны яңынан эшкәртергә тура килә, сөнки хәҙерге заман тамашасыһының можтажына уның утыҙ йылдан ашыу элек яҙылғаны яраҡһыҙ була. Авторҙар либреттоны ваҡытты төҫмөрләп кенә белерлек итеп яҙалар. Партитура ла үҙгәртелә :дүрт сәғәтлек материалды авторҙар ҡыҫа, әммә уның композитор уйлаған музыкаль стилдәрен һаҡлап ҡала. Әҫәрҙә опера ла, рок-опера ла, халыҡ һәм ҡала романстары ла була.

Рок-операны эшләүсе командаға сит ил белгестәре : Бөйөк Британиянан Мэтт Дииль (рәссам-ҡуйыусы); АҠШ-тан Юрий Посохов(хореограф-ҡуйыусыһы) һәм Уортон Куиин (хореограф)- саҡырыла. Спектаклгә декорациялар Лондонда эшләнә. Баштан уҡ уларҙы күсереп йөрөтмәле итеп эшләйҙәр.

Бөтә Рәсәй буйлап етди һәм масштаблы кастинг үткәрелә. Кончаловскийға «бик ҡатмарлы партияларҙы башҡарыу өсөн күренекле таланттар кәрәк була». Кастинг һөҙөмтәләре буйынса һәр бер ролгә биш кеше һайлана, шуларҙың иң көслөләре генә репетициялар осоронда ҡалдырыла. Спектакль труппаһына бөтәһе 60-тан ашыу артист йәлеп ителә.

Беренсе репетициялар өсөн «Мосфильм» павильоны ҡуртымға алына, унда шартлы декорациялар ҡуйыла. 2016 йылдың ғинуар уртаһында труппа спектаклдең премьераһына тулыһынса әҙерлек алып бара һәм инде «Мюзиклдар театры» сәхнәһендә репетициялар үткәрә. Был осорҙа театр компанияһы үҙенең эшләп килгән прокатын туҡтатып тора. «Енәйәт һәм яза» рок-операһының премьераһы 2016 йылдың 17 мартында була һәм романдың сығыуына 150 йыл тулыуға арнала (1866 йылдың декабрендә роман баҫылған була).

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Родион Раскольников Йәш студент. Процентщица әбейҙе үлтерә.
Соня Мармеладова Йәш ҡыҙ. Фәхишәлек менән шөғөлләнергә мәжбүр (аҡса эшләү өсөн).
Свидригайлов Олигарх. Эфебофил. Мармеладова Соня хеҙмәтенән файҙалана.
Порфирий Петрович Тәфтишсе.
Раскольниковтың әсәһе
Ҡыҙыл күлдәкле крәҫтиән.
Шарманщик
Мармеладов Эшһеҙ эскесе, Соня Мармеладованың атаһы.
Әбей-процентщица Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ кешегә процетҡа аҡса биреп тороу менән шөғөлләнә.
Урам музыканттары

Актёрҙар составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ролдәрҙә Артист
Родион Раскольников Денис Котельников, Станислав Беляев, Казьмин Александр, Александр Бобров
Соня Мармеладова Екатерина Новоселова, Дольникова Теона, Галина Безрукий, Мария Биорк, Ася Будрина
Свидригайлов Евгений Вальц, Александр Маракулин
Порфирий Петрович Ефим Шифрин, Владимир Ябчаник, Заусалин Максим
Раскольниковтың әсәһе Анна Гученкова, Елена Моисеева
Ҡыҙыл күлдәкле крәҫтиән. Алексей Петрухин, Андрей Гусев
Шарманщик Константин Соколов Андрей Вальц, Андрей Гусев Алексей Петрухин
Мармеладов Антон Деров
Әбей-процентщица Антон Аносов, Токарева Татьяна
Урам музыканттары Марат Абдрахимов, Сазонов Станислав

Оркестр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығарыусы дирижер — Ткаченко Арсентий, дирижеры — Сергей Иньков, музыка етәксеһе — Татьяна Солнышкина.

Постановкала йәнле яңғырау халыҡ инструменттары оркестры башҡарыуында яңғырай[1]. Эдуард Артемьев партитураһы яңғырашын һаҡлау өсөн ҡулланыла.

Постановкалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалалар (илдәр) Компания Театр майҙансығы Дата



асыу
Дата



ябыу
Кол-во



спектакль
Мәскәү (Рәсәй) АНО «Театр мюзикл» «Театр мюзикл» 17.03.2016 18.06.2017 89
Мәскәү (Рәсәй) АНО «Театр мюзикл» театр «Рәсәй» 15.11.2017 прокат. 16



(2.12.2017)

Наградалар һәм номинациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Премия Категория Номинант Һөҙөмтә
2017 «Алтын битлек» Иң яҡшы мюзикл Енәйәт һәм яза Номинация
Иң яҡшы режиссёр эше Андрей Кончаловский Номинация
Мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле. Мария роле өсөн Биорк Сонечка Еңеү
Мюзиклда иң яҡшы ир-ат роле. Владимир Ябчаник роле өсөн Порфирий Номинация
Иң яҡшы рәссам эше Мэтт Дииль (Англия) Номинация
Иң яҡшы композитор эше Эдуард Артемьев Еңеү

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ян Смирницкий. Кончаловский репетирует "Преступление и наказание" (16 июля 2015). 25 января 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]