Ермак майҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Ермак һәйкәле
Новочеркасскҙа Ермак майҙаны
Новочеркасскҙа Ермак майҙаны
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Координаталар 47°24′52″ с. ш. 40°06′35″ в. д.HGЯO
Скульптор Михаил Осипович Микешин,
Владимир Александрович Беклемишев
Төҙөлөшө 1903 й. 6 майы—1904 й. 6 майы йылдар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110050000№ 6110050000
Бейеклеге 4 м (скульптура)
Материал Бронза, гранит

Новочеркасскиҙа Ермакка һәйкәл — казак атаманы, Себерҙе буйһондорған казак атаманына скульптур һәйкәл.

Ермак майҙаны — Новочеркасск ҡалаһы үҙәгендәге майҙан. Унан нур рәүешендә Ермаковский һәм Платовский проспекттары һәм Красный Спуск урамы таралып китә. Майҙан уртаһында федераль әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле Вознесенский кафедраль соборы — 1812 йылғы Ватан һуғышы батырҙарының: М. И. Платов, В. В. Орлов-Денисов, И. Е. Ефремовтың төрбәһе[1] урынлашҡан. Соборҙы Ермак, Я. П. Бакланов, М. И. Платов һәйкәлдәре һәм Тыныслыҡ һәм Берҙәмлек монументы уратып алған. Майҙан 7,5 га территорияны биләй.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ермак майҙанында Икенсе Вознесенский соборы (емерелеренән аҙ ғына элек)

Ермак майҙаны тарихы 1805 йылдан, ҡалаға нигеҙ һалғандан бирле, башланған. Новочеркасск ҡалаһы тарихы Вознесенский соборына тантаналы нигеҙ һалынғандан башлана. Ҡала Собор майҙанынан башлап үҫкән. Һабан менән бураҙналар һалып, беренсе проспекттар, урамдар һәм тыҡрыҡтарҙы билдәләгәндәр.

Тәүҙә майҙанда ағас бәләкәй сиркәү (часовня) һалынған. Таш храмды төҙөү 1846 йылға саҡлы дауам иткән. Соборҙың классик стилдәге беренсе проектын архитектор А. И. Руска әҙерләгән. Храм бинаһы өс яҡтан инеү аралыҡтарын билдәләүсе коринфский ордерының алты колонналы портиктары менән биҙәлгән кубҡа оҡшаған нигеҙле, алтарь сығынтыһы ла шул уҡ ордерҙың ярымколонналары менән эшкәртелгән. Бейек ҡыйыҡлы, фонарлы, формаһы буйынса күркәм баш көмбәҙҙе ҡабырға главкалары йәтеш күтәреп тора. Собор фасады майҙандың Платов проспектына киң булып асылған яғынан күренерлек нөктәгә иҫәп тотоп эшләнгән. Төҙөлөш тамамланыр саҡта, баш көмбәҙҙе урынлаштырыу эштәрен алып барғанда, храмдың бер өлөшө, эзбиз фундамент ныҡ булмағанлыҡтан, емерелеп төшкән.

Шул уҡ урындағы икенсе, хәҙер инде кирбестән һалынған, храмды И. О. Вальпреде проектлаған. Был соборҙы төҙөү (1852—1863), баш көмбәҙ тағы ла емерелеп төшөү сәбәпле, тамамланмай ҡалған. Махсус комиссия емерелеү сәбәбе, таяныс (подпружный) аркаларҙы һәм баш көмбәҙ барабанын төҙөгәндә, эзбиз иҙмәһен етерлек киптермәйенсә, ашығыс һалыуҙан тип билдәләгән.

Революция йылдарына тиклемге асылмала Ермак майҙаны

Яңы византия стилендәге өсөнсө храм проектын ғәскәри идаралыҡ алдағы төҙөлөштәрҙә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән А. А. Ященкоға ышанып тапшыра. Төҙөлөп бөтмәгән соборҙы, нигеҙенә саҡлы, ҡутарып алғандар, һәм яңы храмдың нигеҙ соҡоро тәрәнәйтелгән. Фундаментты бутовый һалыу (кладка) 1892 йылда тамамланған. 1893 йылда А. А. Ященко ҡапыл вафат булған һәм төҙөлөш етәксеһе итеп уның ярҙамсыһы — епархиаль архитектор И. П. Злобинды тәғәйенләгәндәр, ә төҙөлөшөн хәрби инженер К. X. Лимаренко тамамлаған. Ул шулай уҡ, бинаның нигеҙенә артыҡ ауырлыҡ төшмәһен өсөн, ғәҙәттәге кирбесте ҡыуыш кирбес менән, кирбес көмбәҙҙе — «Монье системаһы» буйынса тимер-бетон менән алмаштыртып, проектҡа конструктив үҙгәрештәр кереткән. Архитекторҙар С. И. Болдырев һәм Г. М. Сальников уның ярҙамсылары булған. Соборҙы күтәреү һәм биҙәү эштәре 1904 йылда тамамланған, 1905 йылда — изге иткәндәр (освящён).

Новочеркасскиҙа Ермак һәйкәлен ҡуйыу идеяһы 1870 йылда барлыҡҡа килгән. Башта статуя эшләү заказы скульптор М. М. Антокольскийға тапшырылған, һәм 1888 йылда ул скульптураны яһаған. Әйтер кәрәк, был әҫәрҙең бөтөн лайыҡлы яҡтарынан тыш, скульптор монументаль образ тыуҙыра алмаған, шул сәбәптән ҡабул ителмәгән (скульптура хәҙер Рус музейында һаҡлана). Шул уҡ йылда эшкә скульптор М. О. Микешин тотонған, ә уның вафатынан һуң (1896) В. А, Беклемишев монумент һалыу буйынса алып барылған күп йыллыҡ эште тамамлап ҡуйған. Ермак һәйкәлен тантаналы асыу 1904 йылдың 6 майында уҙған.

Собор майҙанының тарихи күренешен тамамлау уның ҡаршы яғында Яков Петрович Бакланов һәйкәлен төҙөү менән бәйле. 1911 йылда Я. П. Бакланов һәйкәлен, бер ҙә үҙгәртмәй генә, Петербургтан Новочеркасскиға килтергәндәр һәм собор майҙанында урынлаштырғандар[2].

2005 йылда ҡаланың 200 йыллығына бағышлап, Граждандар һуғышының[3] ҡыҙғаныс ваҡиғаларының символик хәтере булған Тыныслыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле асылған.

Майҙандың ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вознесенский соборы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110049000объект № 6110049000

Собор, апсидаһы ҡырланған, баш көмбәҙ һәм ҡырҙағы көмбәҙҙәрҙең үҙ-ара килешеп торған пропорциялары, ҡаты-ҡаты менән архитектур бүлгеләнгән планда, тәрегә оҡшаған (крестчатое) ҡоролма булып һынлана. Соборҙың тамамланышы булып торған баш көмбәҙ, ҙур һәм кескәй тәҙрәләр тажынан тороп, ҡарар күҙгә еңеләйтелгән кеүек күренә. Сиркәү манараһында, кескәй көмбәҙҙәр барабаны кеүек үк, киң сыңлау уйымдары бар. Соборҙың эске ҡоролошо ла уникаль. Ул өс төрлө төп өлөштән тора: баш сиркәүҙән һәм ике — юғарғы һәм түбәнге подвалдан тора. Иркен көмбәҙ аҫты арауығы яҡтылыҡҡа тулған (барабан диаметры — 17 м)[2].

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110050000объект № 6110050000

Ермак һәйкәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ермак һәйкәле

Ермактың дүрт метр бейеклектәге бронза һыны А. Марандың Петербургтағы металдан ҡойоу (литейный) фабрикаһында, баҫҡыслы ҡойолған, пьедесталын хасил иткән гранит ҡаяға ҡуйылған. В левой руке Ермак һул ҡулында хәрби байраҡ, уң ҡулында — үҙе буйһондорған Себер ханлығы (Себер башлығы) тажын тотҡан. Кейеме өҫтөнән алтын гривналы (аҡса) тимер күлдәк (кольчуга), риүәйәт буйынса — батша Иван Яуыз Грозный)[2] бүләге. Һәйкәл Рәсәй[4] мәҙәни мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән.

Я. П. Бакланов һәйкәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Я. П. Бакланов һәйкәле

Я. П. Баклановҡа һәйкәл шымартылмаған (полировкаланмаған) аҫҡы яғы «путилов плитаһы» менән биҙәлгән ҡыҙыл гранит ҡая булып һынлана. Ҡаяла — аҫтынан яугир генералдың ҡылысы күренеп торған бурка һәм эйелтеп ҡуйылған байраҡтың һынған таяғына беркетелгән значок. Бурка өҫтөндә папаха ята. Бурка, папаха, значок һәм ҡылыс ҡара йәшел бронзанан, деталдәргә алтын йүгертелгән. Алғы яҡтан беркетелгән бронза медальонға: «Войска Дон Ғәскәре генерал-лейтенанты Яков Петрович Бакланов, 1809 й. тыуған, 1873 й.18-се октябрендә вафат булған»[2] тип яҙылған.

Тыныслыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Памятник Примирения и Согласия.JPG
Тыныслыҡ һәм Берҙәмлек һәйкәле

Скульптур композиция, эргәһендә ярымтүңәрәк булып, һәр береһенә дан яулаған казак ғәскәре атамаһы соҡоп яҙылған 12 таш теҙелеп ятҡан ҡәберлеккә ҡуйыла торған тәренән тора. Тәренең уң яғында казак фуражкаһы, башлығы һәм ҡылысы, ә һул яғында — винтовка һәм ҡыҙылармеец будёновкаһы ята. Тәре ҡаршыһында ялбарыулы ҡулдарын һуҙған казак ҡатын-ҡыҙы фигураһы, ә уның алдында — казак үҫмере скульптураһы. Скульптор А. А. Синарин һәм архитектор И. А. Жуковтың әйтергә теләгән төп фекере — донъяның бөтөн казактары берләшһен һәм дошмандары — ҡыҙыл гвардиясылар[5] менән татыулашһын.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Войсковой Вознесенский собор. ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 27 декабрь 2016. 2016 йыл 28 декабрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Елена Абидова. Ансамбль площади Ермака. Rostov region. Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  3. Описание Площадь Ермака. Rutraveller. Дата обращения: 27 декабрь 2016.
  4. Памятник Ермаку. ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 28 декабрь 2016.(недоступная ссылка)
  5. Памятник Примирения и Согласия в России. Vip Geo. Дата обращения: 28 декабрь 2016.