Зөбәржәт (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөбәржәт

Зөбәржәт — мосолман илдәрендә, фарсыларҙа, ғәрәптәрҙә, татарҙарҙа һәм башҡа төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөбәржәт башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән ҡатын-ҡыҙ исеме. Зәңгәр төҫтәге аҫыл таш исеменән алынған. Мәғәнәһе аҫыл таштай ҡиммәтле, ҡәҙерле тигәнде аңлата[1][2].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнбирҙина Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18 сентябрь 1945 йыл — 9 май 2009 йыл) — шағир, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (2001).

Шәйхисламова Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусыһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөбәржәт — үтә күренеп торған асыҡ йәшел төҫтәге аҫыл таш.

«Зөбәржәт» ансамбле («Изумруд») — «Байкал Тулҡыны (Волны Байкала)» татар-башҡорт йәштәр үҙәге базаһында милли йыр һәм бейеү ансамбле.

Зөбәржәт урамы — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы Жилино (Башҡортостан) ауылындағы (Октябрь районы ҡарамағындағы Нуғай ауыл Советына инә) урам.

Зөбәржәт (йыр) — башҡорт халыҡ йыры бар.

«Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы» («Волшебник изумрудного города») — ошо исемдәге әкиәт буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спектакль.

Зөбәржәт — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» әҫәрендәге герой.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ