Зөфәр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Зөфәр — башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Зөфәр исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм еңеусе тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (4 март 1951 йыл) — рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы (3 сентябрь 1951 йыл) — журналист, ғалим, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә Матбуғат министры (1991—1994, 2000—2004). «Китап» нәшриәте (2005—2012) һәм Дәүләт китап палатаһы директоры. Философия фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2004). Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009).
Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы (30 ғинуар 1951 йыл) — дәүләт эшмәкәре, табип, ғалим, медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1999). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1989). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры (1995—1999).
Вәлитов Зөфәр Зәки улы (псевдонимы Зөфәр Вәлит; 1 февраль 1949 йыл) — башҡорт шағиры, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева (2015) һәм Фәтих Кәрим (2019) исемендәге премиялар лауреаты.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |