Ибраһим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Авраам (אַבְרָהָם)

«Ибраһим Исхаҡты ҡорбан итә»
Рембрандт, Эрмитаж
Заты: ир
Исеменең мәғәнәһе: «күп халыҡтар атаһы»
Исеме башҡа телдәрҙә: грек. Ἀβραάμ
лат. Abraham;  
Башҡа мәҙәниәттәрҙә: ғәр. ابراهيم‎ (Ибрахи́м)
Төбәк: Месопотамия, Ханаан
Атаһы: Фарра (Ҫерах)
Ҡатыны (ире): Сарра, Хәжәр (Хагар), Кетүрә (Хеттура)
Балалары: Исмәғил (Ишмаэль), Исаак (Исхаҡ)
Ерләнгән урыны: Махпела мәмерйәһе, Хеврон
Бәйле төшөнсәләр: Йәһүд, Ибраһим диндәре, Ибраһим урыны, Ибраһим васыяты
Бәйле ваҡиғалар: Сөннәтләү, Исхаҡты ҡорбан итеү
Төп һыҙаттары: шәфҡәтлелек, ҡунаҡсыллыҡ

Ибраһим (Авраа́м) (йәһ. אַבְרָהָם‎, Авраа́м, бор. грек. Ἀβραάμ, лат. Abraham, ғәр. ابراهيم‎, 'Ibrāhīm') — дини персонаж, күп халыҡтарҙың тәү атаһы (Башл.17:4). Туфандан һуң кешелеккә бирелгән Тәү ата. Башланмыш китабында (Книга Бытия) әйтелеүенсә, йәһүд[1] халҡы унан таралған[2]. Эвер тоҡомо, Нухтың тәүге улы Шемдең (Шема) бүләһе.

Изге Китаптарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ғәһедтә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһимдың күсенеүе. Венгр рәссамы Йожеф Молнар картинаһы , 1850.

Ибраһимдың тормош юлы Башланмыш китабында (Книга Бытия) һүрәтләнгән (11:26-25:10). Ибраһим, башта уның исеме Ибрам (אַבְרָם) була, Шумерҙағы Ур ҡалаһында б. э. т. XXI—XX быуатта донъяға килгән (Тәүратта (Библияла) «Ур Касдим» — «халдей Уры»), Көньяҡ Месопотамиялағы иң боронғо һәм мөһим ҡалаларҙың береһе. Шунда ул ғаиләгә аҫрауға алынған ҡыҙға — Сараға өйләнә (Башл.20:12). Ибрамдың атаһы Ҫерах (Фарра) Аллаһтың ҡушыуы буйынса Ур ҡалаһынан, балаларын алып, Ҡәнғәнгә күсенә (Башл.12:4). Юлда, Харан ҡалаһы янында (Төньяҡ Месопотамия), Ҫерах вафат була. Бынан һуң Аллаһ Ибрамға Үҙе күрһәткән тарафҡа юл тоторға ҡуша. Аллаһ унан бөйөк халыҡ башланырын хәбәр итә, Ибрамды юғары күтәрәсәген, уның аша Ерҙәге кешелеккә бәрәкәтен бирәсәген әйтә. Ибрамға был ваҡытҡа 75 йәш тулған була, ҡатыны Сараны, мәрхүм энеһенең улы Лутты, ҡул аҫтында булған кешеләрен һәм милкен алып, Харандан сыға ла хәнәниҙәр еренә күсенә. Аллаһ был ерҙәрҙе Ибрамдың тоҡомдарына ҡалдырырға вәғәҙә итә. Аллаһҡа ҡорбан килтерер өсөн ҡорбан усаҡтары ҡороп ҡалдырып, Ибрам көньяҡҡа юл тота, әммә унда аслыҡ була, шуға күрә Мысырға барырға ҡарар итә. Сараның матурлығын күреп, уны алыр өсөн үҙен үлтереүҙәренән ҡурҡып, Ибрам Мысырҙа Сараны һеңлеһе тип әйтә. Мысыр аҡһөйәктәре ысынлап та Сараның сибәрлеген фирғәүенгә еткерәләр. Фирғәүен Сараны үҙенә ала, Ибрам да шул арҡала мал, ҡолдар тотоп, етеш йәшәй. Әммә Аллаһ Сара өсөн фирғәүенгә һәм йортона ҡаза бирә. Фирғәүен Ибрамды саҡырып ала ла, ниңә Сараның ҡатының икәнен әйтмәнең, тип һорай. Фирғәүен шунан һуң Ибрамға туғандары, бар малы, мөлкәте менән китергә рөхсәт итә, уның кешеләре юлға оҙатып ҡуя (Башл.11:12).

Лутты айырым сығарыу

Ибрам менән Лут бик ҙур байлыҡҡа эйә була. Улар мөлкәтте бүлешәләр ҙә, Лут Иордан яғына китә, ә Ибрам Ҡәнғән эргәһендә урынлаша. Аллаһ яңынан был ерҙәр уның тоҡомдарына булағын раҫлай. Ибрам Хеврон янында Мамре имәнлеге буйында йәшәй башлай (Башл.13). Бер саҡ Ибрамға Содомға Элам батшаһы Кедорлаомерҙың һөжүм итеүе һәм шунда йәшәгән ҡустыһы Лутты, ҡала кешеләрен, байлыҡтарын алып китеүе тураһында хәбәр итәләр. Ибрам тиҙ генә 318 ҡолон алып, баҫҡынсыларҙы ҡыуа сыға. Хова янында уларҙы ҡыуып етеп, кешеләрҙе әсирлектән ҡотҡара, байлыҡтарын кире ҡайтара. Ибрамға рәхмәт йөҙөнән Содом батшаһы мөлкәт бирергә була, әммә Ибрам унан баш тарта, сөнки үҙен кемдең дә булһа байыттым тип әйтеүен теләмәй. Үҙ кешеләренә бирелгән бүләктәрҙе Ғәнергә, Эшколға һәм Мамрийға тарата

Аллаһ был хәлдәрҙән һуң йәнә Мысыр йылғаһынан Евфратҡа тиклем ерҙәр уның тоҡомдарына ҡаласағын, башта уларҙың ҡоллоҡҡа эләгәһен, әммә һуңынан ҡотолорон һәм байырын белдерә. Ибрам Аллаһтың талабы буйынса өс йәшлек тыуса, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек тәкә, алатуба менән күгәрсенде ҡорбанға килтерә. (Башл.15). Мәгәр Сара түлһеҙ була, үҙе урынына ҡолиәһе Һәжәрҙе иренә тәҡдим итә. Ауырға ҡалғас, Һәжәр Сараға өҫтән ҡарай башлай, Сара иһә Ибрамға дәғүә белдерә. Ибрам Сараға хеҙмәтсе менән ни эшләһә лә рөхсәт икәнен әйтә. Һәжәр хужабикәһенең йәберләүҙәренә түҙмәй, сүлгә ҡаса. Ҡоҙоҡ янында уға фәрештә тап була һәм кире ҡайтырға бойора. Аллаһ уның ялбарыуҙарын ишеткәнен, Исмәғил (Тәүратта — Измаил) исемле улы булырын хәбәр итә. Улы тыуғанда Ибрамға 86 йәш була (Башл.16).

13 йылдан Аллаһ Ибрамға ишле тоҡом һәм унан күп халыҡтар таралырын яңынан иңдерә. Тәүратта әйтелгәнсә, тыуғанда уның исеме Ибрам булһа, хәҙер Аллаһ тарафынан Ибраһим (Авраам, Авраһам) (йәғни күптәрҙең атаһы) тип үҙгәртелә. Ҡәнғәндең мәңгелеккә уның тоҡомдарына ҡалыры белдерелә. Аллаһ һәр сабыйҙы (көмөш биреп һатып алынғандарын да) тыуғандың һигеҙенсе көнөнә сөннәткә ултыртырға бойора. Сараның исеме Сарра тип үҙгәртелә. Сарра Исхаҡ тигән малай табыры тураһында иҫкәртелә. Ибраһим үҙе 99 йәшендә сөннәтләнә (Башл.17).

Ибраһим Мамре имәне аҫтында Өс Фәрештә менән осраша — мозаика Монреалдәге собор (XII быуат)

Сөннәтләнгәндән һуң Ибраһим янына Аллаһ өс юлсы ҡиәфәтендә килә. Ибраһимға улы тыуасағы хәбәр ителә. Быны ишетеп, Аллаһ уның ниңә көлөүе тураһында һорай. Ибраһим уның түлһеҙ булыуын әйтә. Ләкин Аллаһ уның тәғәйен ваҡытта ул табырын белдерә. Бынан ары Аллаһ үҙенең ниәттәрен һөйләп бирә, Ибраһимға улдарына Раббы ихтыярын үтәргә тейешлектәре тураһында һөйләргә ҡуша. Аллаһ Содомда ысынлап та аҙғынлыҡ артҡанмы икәнен белешергә ҡуша. Ебәрелгән ике кеше, ҡайтып, халыҡтың аҙғанлығын дөрөҫләй. Аллаһ ҡаланы юҡ итергә йыйына. Ибраһим гонаһлылар менән бергә һәләк булырға тейешле иманлыларҙы тере ҡалдырыуҙы һорап һатыулаша башлай. Аллаһ, һәләк булырға тейешле иманлыларҙы илленән унға кәметеп, уның янынан китә (Башл.18).

Сарра ул таба. Йөҙ йәшлек Авраам уға Исхаҡ тип исем ҡуша һәм һигеҙенсе көнгә сөннәтләндерә. Һәжәрҙең улы Исмәғил Исхаҡтан көлә. Сарра, асыуланып, быны иренә ошаҡлай. Ибраһим, икмәк менән һыу биреп, Һәжәрҙе улы менән сығарып ебәрә. (Башл.21).

Аллаһ Ибраһимдың иманлылығын тикшерергә була һәм Исхаҡты ҡорбанға килтерергә ҡуша. Мориаһ тауы башына менеп, Ибраһим ҡорбан өсөн ут яға, улын салырға тип киҙәнгәс, фәрештә килеп, Аллаһ уны һынарға ғына теләгәнен әйтә. Аллаһ уның был тиклем тәҡүәле булғаны өсөн ҙур рәхмәттәр менән ҙурлаясағын белдерә, еңеүҙәр вәғәҙә итә. Ибраһим бынан һуң Бәғәр-Шавағкә (Вирсавия) ҡайта (Башл.22).

Сарра 127 йәшендә Хеврон янында үлә. (Башл.23).

Ҡартайған Ибраһим, Исхаҡты өйләндерергә теләп, Төньяҡ Месопотамияға ҡыҙ күҙләргә ебәрә. Нахор ҡалаһы янында бер ҡыҙ юлсыларға ла, дөйәләренә лә һыу эсерә. Ҡыҙ Ибраһимдың туғаны Беҫуелдың (Бетуэль) ҡыҙы Рәбиға (Ревекка) булып сыға. Ата-әсәһе рөхсәте менән ҡыҙҙы алып ҡайталар һәм Исхаҡ уға өйләнә (Башл.24).

Ныҡ ҡартайған Ибраһим Кетүрәгә (Хеттура) өйләнә, ул Зимран, Йоҡшан (Иокшан), Медан, Мадиан, Йишбаҡ (Ишбак) һәм Шуах исемле балалар таба. Ибраһимдың тәүге улы Исмәғилдән халыҡ таралған кеүек үк, уларҙан да төрлө ғәрәп ҡәбиләләре тарала.[2] Ибраһим күп ҡәбиләләр атаһы тигәнде аңлата. Шул рәүешле уның исеме аҡлана. (Башл.17:5). Ибраһим бар байлығын улы Исхаҡҡа ҡалдыра, ә кәнизәктәрҙән тыуған улдарына бүләктәр биреп, шәреҡкә оҙата. Ибраһим 175 йәшендә вафат була, Хевронда ҡатыны Сарра янында Махпела мәмерйәһендә ерләнә (Башл.25).

Инжилдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авраам һәм өс фәрештә(«Коттон Генезисы», V—VI быуат)

Инжилдә Ибраһим — Муса (Моисей) менән рәттән иң йыш телгә алынған тәҡүәле кеше. Ғайса пәйғәмбәрҙең дә сығышын Ибраһим менән бәйләйҙәр. (Башл.22:18).

Иоанндан ингән Инжилдә, шулай уҡ насрани дин ғилемендә Ибраһим исеме Ғайса пәйғәмбәрҙең илаһи сығышын нарыҡлар өсөн ҡулланыла. Ғайса (Иисус) әйтә: «Прежде нежели был Авраам, я есмь»  (Ин. 8:58), йәғни ул мәңге булған.

Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фрескала — фәрештә Ибраһимды улын ҡорбанға килтереүҙән туҡтата (Шираздағы Хафт Танан музейы)

Ҡөрьәндә Авраам Ибраһим исеме менән телгә алына, уның хөрмәтенә Ҡөрьәндә «Ибраһим» сүрәһе индерелгән (14-се сүрә). Сүрә Мәккәлә иңгән һәм 52 аяттан тора.

Ибраһи́м (ғәр. ابراهيم‎) Исламда — пәйғәмбәр, ул Тәураттағы Ибраһим шәхесенә тура килә. Ҡөрьән буйынса Ибраһим пәйғәмбәр — хәниф, йәғни бер Аллаһҡа табынған.

Ибраһим йәһүди ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин бирелгән (мосолман) хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

— Ҡөрьән, 3 сүрә, 60(67).

Тарихи анализ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәнғәнгә күсеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Библиялағы Ибраһим ғаиләһенең Ҡәнғәнгә күсеүе тураһындағы хикәйәт  б.э.т. XIX—XVIII быуаттарҙа әмөриҙәр һәм сүтиҙәр тигән көнбайыш семит ҡәбиләләренең Үрге Месопотамиянан Сүриә-Фәләстин төбәгенә күпләп күсеүен сағылдыра. Үрге Месопотамия менән бәйләнеш, атап әйткәндә, Ибраһимдың атаһының, олатаһының һәм ҡарт олатаһының исемдәрендә (Фарра (Ҫерах), Нахор, Серух) шәйләнә, был исемдәр Урҙан күсеп килеп ултырған Харан төбәктәренең һәм ҡалаларының исемдәре булып тора. Уларҙың ата-бабаһының исеме  Евер (Эвер) «башҡа яҡ» йәки «йылға аръяғы» тигәнде аңлата һәм  иври — «Эвер (кешеһе)», йәғни йылға аръяғынан килгән эпитеты менән бәйле. Был эпитет («еврей» һүҙе шунан килеп сыҡҡан) Библияла тәүге тапҡыр Ибраһимға (Башл. 14:13), артабан бөтөн исраилдарға ҡарата ҡулланыла. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, иври эпитеты менән хабиру атамаһы (варианттары: хапиру йәки апиру) араһында бәйләнеш бар, ул аккад һәм мысыр сығанаҡтарында б.э.т. өсөнсө мең йыллыҡтан башлап осрай[34].  И. М. Дьяконов был ҡарашты инҡар итә, уныңса, иври һәм хапиру «араһында бер ниндәй уртаҡлыҡ юҡ; хапируҙар күсмәсе булмаған, ибримдар иһә күсмәсе булған, һәм уларҙың этник составы әмөри-сүти булыуға ҡарағанда нығыраҡ ҡәнғән менән аккадтан торған һәм, бәлки, унда хуррит та ингәндер һ.б.» Лингвистик йәһәттән ул  иври  һүҙен шулай уҡ хапиру менән бәйләп ҡарамай, уныңса, ул habaru («ҡыуылған булыу») тигән аккад ҡылымына тоташа[35]. Ләкин Дьяконовтың фекерҙәренә көнбайыш тикшеренеүселәр ҡаршы сыға, улар хапируҙарҙың күсмәсе булыуын раҫлаған дәлилдәр килтерә[36].

Ивримдар  Ҡәнғәнгә килеп ингән сит халыҡ була һәм Ҡәнғәндең ерле халыҡтарына дине, көнкүреше һәм мәҙәниәте буйынса ят булып ҡала. Ысынлап та, Ибраһимға, бер яҡтан, Месопотамиялағы үҙ иленең мәҙәниәтенән тулыһынса ваз кисеү, икенсе яҡтан, ҡәнғәндәрҙең динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү рәүешен ятһыныу хас. Ибраһимдың да, артабан уны улы менән ейәне — тәү аталар Исхаҡ менән Яҡуптың да — Ҡәнғәндә үҙ ер биләмәһе булмай һәм улар тулыһынса Ҡәнғәт ҡалаларының түрәләренән бойондороҡло була. Ул тирә-йүнендәге ҡәбиләләр менән араны боҙмай, әммә дингә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, хатта ырыу сафлығына ҡағылышлы айырымлыҡты һаҡлай. Улы Исхаҡҡа кәләш табып алып ҡайтыу өсөн ҡолон Төньяҡ Месопотамияла йәшәгән туғандары яғына ебәрә.

Икенсе бер фараз буйынса, Ибраһим дәүере б.э.т. XXI—XX быуаттарға тап килә. Был фараз Өсөнсө Батшалар китабындағы мәғлүмәткә нигеҙләнгән  (3Батш. 6:1), унда әйтелеүенсә, йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығыуынан алып Сөләймәндең Ҡорамды төҙөй башлауына тиклем 480 йыл үткән. Библия йылъяҙмаһына нигеҙләнеп, Ибраһимдың Ҡәнғәндән б.э.т. 2091 йылдарҙа сығып китеүен иҫәпләп сығарырға була. Хәйер, күпселек тикшеренеүселәр фекеренсә, 480 йылға һуҙылған ваҡыт арауығы шартлы мәғәнәгә эйә булыуы ихтимал (ҡырҡар йылға 12 быуын). Бынан тыш, археологтар XXI—XX быуаттарҙа Ҡәнғән ерендә тәү аталар тураһындағы хикәйәттә телгә алынған ҡалалар булыуына дәлилдәр тапмаған.

Ҫерах ғаиләһенең Урҙан б.э.т.  1740 йылда, Бабил (Вавилон) хакимы Самсу-илунаға ҡаршы ихтилалды баҫтырған осорҙа, сығып киткәнлеге тураһындағы фекерҙәр ҙә йәшәй. Б.э.т. 1739 йылда был фетнәлә ҡатнашҡан Ур ҡалаһы Самсу-илуна ғәскәрҙәре тарафынан емертелә, халҡының күп өлөшө үлтерелә, ҡала оҙаҡ ваҡытҡа кешеһеҙ ҡала. Йәнә Урҙы «Халдей Уры» (Башл. 11:31) тип атау ҙа анахронизм булып тора, сөнки халдейҙар Бабилда тик б.э.т. 1100—1000 йылдарҙа ғына пәйҙә була. Күрәһең, ҡаланың былай тип аталышы Яңы Бабил (Халдей) династияһынан һуңғы батша Набонид (б.э.т. 556—539 йылдар) осоронда Урҙың сәскә атыуы менән бәйлелер һәм Ибраһим тураһындағы хикәйәткә лә килеп ингәндер.

Сәнғәттә һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп сабый рәүешендә һүрәтләнгән иманлыларҙың рухтары менән өҫтәл артында ултыра. (Иконостастың төньяҡ ҡапҡаһындағы рәсемдәрҙең бер өлөшө, XVII быуат, Түбәнге Новгород)

Һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Питер Ластман: «Жертвоприношение Авраама» (1616 йыл, Лувр), «Авраам на Пути в Ханаан» (1614 йыл).
  • Гюстав Доре: «Три ангела посещают Авраама» (1852).

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ласло Бито. «Авраам и Исаак» (1998).
  • Вольтер. Философский словарь: Авраам

Урыҫ әҙәбиәтендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыкала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Arcade Fire төркөмө йыры — Abraham’s Daughter (Ибраһим ҡыҙы) http://megalyrics.ru/lyric/arcade-fire/abraham-s-daughter.htm

Кинематографта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Авраам — Ибраһим пәйғәмбәр телевизион фильмы

Иҫкәрмәләр һәм сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авраамдың генеологик ағасы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]