Ирәкташ
Ирәкташ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 1161 м |
Урынлашыуы | |
54°15′50″ с. ш. 58°21′44″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ирәкташ Викимилектә |
Ирәктәш (Инзерские зубчатки) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан (Башҡортостан).
Ирәкташ Башҡортостандағы Көньяҡ Урал төбәгенә инә. Башҡортса атамаһы — Ирәкташ — ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк — киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәгә эйә. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай атала. Урыҫса атамаһын — Инзерские зубчатки — туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек тырпайып торған ҡаяларына ҡарап биргән. Ҡаялар бер нисә саҡрымға теҙелеп киткән. Белорет районы буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. . Ул Оло Инйәр йылғаһы һәм Тирлән ҡасабаһы араһында урынлашҡан. Һырттың оҙонлоғо — 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 2 км яҡын, көньяғыныҡы 3 км яҡын, абсолют бейеклеге — 1161 м. Биләнле 3 өлөштән тора.
Рельефы ҡатмарлы. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора: 150 м яҡын тәрәнлектәге билән менән бүленгән көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ.
Тау биттәре тигеҙ (ауышлыҡ — 25—30 градус), көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә текә (ауышлыҡ — 70 градустан ашыу). Ҡырасында тигеҙһеҙ ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тештәр бар. Урта рифейҙың Егәлге свитаһы кварциттарынан һәм кварцитлы ҡомташтарынан тора.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кварциттан, кварцит ҡомдан тора. Урта Рифей геохронологик осоронда барлыҡҡа килгән, Егәлге свитаһына инә. Һырттың иң күренекле урыны — ырғаҡ рәүешле киртләс ҡаялары. Ул һырттың төньяғында урынлашҡан һәм ҡая циркы тигән атама ла алған.[1]
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге беленә: урмандары һирәк ағаслыҡтар һәм бейек тау болондары м‑н алмашына, уларҙан өҫтәрәк тау тундралары урынлашҡан. Ландшафты бейек тауҙарға хас: ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслыҡтар, тау болондары, тундра үҫемлектәре. Тау итәктәрен ҡәҙимге ҡарағастар, шыршы һәм аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ҡаплап алған. Йәнлектәргә ла бай: айыу, ҡабан, төлкө, мышы, бүре, ҡуян, терпе, йыландар, төрлө ҡоштар төйәкләнгән.[2]
Башҡорт фольклорында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ай Ирәкташ-Ирәкташ,
Киртләс-киртләс һирәк таш.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. М. Япаров. Инзерские зубчатки . БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йыл 25 апрель архивланған.
- И.М. Япаров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.