Ишембай (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ишембай — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай башҡорт һүҙе — ишем + бай һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Ишем һүҙе шулай уҡ башҡорт һүҙе һәм дуҫым, иптәшем тигәнде аңлата[1]. Ишембай — дуҫҡа, иптәшкә бай мәғәнәһен бирә. Ишембай исеменән Ишембаев (Ишембаева) фамилиялары барлыҡҡа килгән.

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембаев Ринат Сәхиулла улы (5 август 1976 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, судья. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара мастер (2001).

Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (8 март 1908 йыл — 18 октябрь 1991 йыл) — I Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезы делегаты (1933).

Ауыл, район, ҡала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай (Салауат районы) (рус. Ишимбаево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге.

Иҫке Ишембай (халыҡ телендә — Һул яр) — Ишембай ҡалаһындағы биҫтә, уның көнбайыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Уға яҡын биҫтә — Тимер юл биҫтәһе, унда Ишембай станцияһы урынлашҡан.

Ишембай районы (рус. Ишимбайский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ишембай ҡалаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай нефть эшкәртеү заводы (Ишембай НПЗ-һы, ИНПЗ) — Ишембай ҡалаһында урынлашҡан нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы. Башҡортостанда нефть эшкәртеүҙе беренсе булып юлға һалыусы, СССР-ҙың Көнсығышында тәүге нефть эшкәртеү предприятиеһы.

Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — тарихи-ағартыу эштәрен алып барыу һәм Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының тарихын өйрәнеү өсөн ойошторолған муниципаль учреждениеһы.

Ишембай картина галереяһы — Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль учреждениеһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ