Йомшаҡ тәндәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йомшаҡ тәндәр
Cantharis rustica1.jpg
Ҡыҙыл аяҡлы йомшаҡ тән (Cantharis rustica)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cantharidae Imhoff, 1856

Аҫ ғаилә
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   113837
NCBI   41097

Йомшаҡ тәндәр (лат. Cantharidae, (урыҫ.  Мягкоте́лки ) — ҡанаттары булмаған йәки йомшаҡ ҡанаттары ғына була торған, тәндәре хитин менән ҡапланмаған ҡуңыҙҙар ғаиләһе[1]; төрлө аҙыҡ менән туҡланыусылар аҫ отрядынан ҡуңыҙҙар ғаиләһе.

Кәүҙә оҙонлоғо 15 мм-ға ҡәҙәр, яҫыланған, төксәләр менән ҡапланған. Кәүҙәнең тышҡы ҡапламы йомшак (исеме шунан). Төҫө ҡара, ҡыҙғылт-көрән йәки металл һымаҡ йәшел. Ҡайһы бер төрҙәрҙең инә заттарында өҫкө ҡанатлары юҡ. Мыйыҡтары еп һымаҡ йәки бысҡы һымаҡ. 3 меңдән артыҡ төрө билдәле, Рәсәйҙә — 200 гә яҡын. Айырыуса ҡоңғорт йомшаҡ тәндәр (Con¬tha¬ris fusca) йыш осорай. Кәүҙә оҙонлоғо 11—15 мм, ҡара төҫтә; башының алғы өлөшө, майыҡ урыны һәм ҡорһаҡ өлөшө һары-ҡыҙыл; ғәҙәттә, арҡаһының ян ҡыры уртаһында ҡара тап бар; аяҡтары тоташ ҡара. Ҡуңыҙҙар йәй башында күренә башлай, сәскәләрҙә йыш осорай; ҡорттары тупраҡта, һирәк кенә ағас ҡайыры аҫтында йәшәйҙәр. Йыртҡыстар. Бөжәктәр менән туҡланалар. Ҡорбандарын ҡаҙналыҡтары менәнт уратып алалар ҙа туҡымаларҙы эретә торған ферменттар керетәләр, һуңынан шайыҡ аҙыҡты һуралар. Элек был ғаиләгә утлы ҡуңыҙҙар ҙа керетелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]