Йосопов Харис Монасип улы
Йосопов Харис Монасип улы | |
рус. Харис Мунасипович Юсупов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 24 август 1929 |
Тыуған урыны | Арҡауыл, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 июнь 2009 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Рощино[d], Сосновка районы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Силәбе өлкәһе |
Балалары | Йосопов Марсель Харис улы |
Һөнәр төрө | көрәшсе |
Спорт төрө | Спорт көрәше[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йосопов Харис Монасип улы (24 август 1929 йыл — 7 июнь 2009 йыл) — спортсы-көрәшсе, тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1995). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса Бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1989). Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы.
Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Рәсәй көрәшселәре араһында иң билдәле шәхестәрҙең береһе[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Харис Монасип улы Йосопов 1929 йылдың 24 авгусында Башҡорт АССР-ы-ның Мәсәғүт кантоны (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә Союз (1970-85) һәм Бөтә Рәсәй (1971 йылдан) дзюдо федерацияһы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1969)
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1989)
- Салауат Юлаев ордены (2004)
- Почёт ордены (2005)
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың классик көрәш буйынса спорт мастеры (1959),
- СССР-ҙың ирекле көрәш буйынса спорт мастеры (1960),
- СССР-ҙың самбо буйынса спорт мастеры (1967),
- РСФСР-ҙың милли көрәш буйынса спорт мастеры (1960),
- Дзюдо буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1975),
- Самбо буйынса Бөтә Союз категорияһындағы судья (1970),
- Грек-рим (1956) һәм ирекле (1959) көрәш буйынса республика категорияһындағы судья,
- Милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың тәүге чемпионы (1960)[2],
- Ирекле көрәш буйынса РСФСР чемпионы (1958-60),
- Классик көрәш буйынса СССР Ҡораллы Көстәре чемпионы (1953).
- Көрәш буйынса күп тапҡыр БАССР чемпионы.
- Бихисап тәрбиәләнеүселәре араһында 4 Донъя, 14 Европа чемпионы, 2 атҡаҙанған, 11 халыҡ-ара класслы, 250 спорт мастерҙары бар[3].
Уның тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймөхәмәтов А. Харис Йосоповтан ҡалған васыят: «Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ! Үҙегеҙгә ышанығыҙ!» «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь[4].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өлкән улы — Морис Харис улы Йосопов, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты[5], Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе[6], 2015 йылдың 18 декабрендә ойошторолған Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы[7] Советы рәйесе урынбаҫары[8].
- Кесе улы Марсель Харис улы Йосопов — Рәсәй Федерацияһының V һәм VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты[9].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1993 йылдан алып Силәбелә йыл һайын Х. М. Йосопов призына (2009 йылдан алып — иҫтәлегенә) дзюдо буйынса асыҡ Бөтә Рәсәй турниры ойошторола[10].
- Туған ауылы Арҡауылда йыл һайын Харис Йосопов приздарына милли көрәш буйынса ярыштар уҙғарыла[11].
- Салауат районының почётлы гражданы[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Челябинский рабочий — Башкиры 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ VI чемпионат мира по борьбе на поясах: интересные факты 2018 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь 2016 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Морис Юсупов возглавил Всероссийскую федерацию борьбы на поясах(недоступная ссылка)
- ↑ Морис Юсупов вновь избран председателем исполкома Башкирского Курултая Челябинской области
- ↑ Рәсәйҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 18 декабрь
- ↑ Лилия Гумерова избрана председателем Совета Федеральной национально-культурной автономии башкир — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 18 декабрь (рус.)
- ↑ Юсупов Марсель Харисович 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Йосопов Харис Монасип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Аюпов Р. А. Самый благородный вид борьбы // Ватандаш. — 2008. — № 8. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Юсупов Харис Мунасипович 2019 йыл 22 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2019)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Харис Монасип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2019)
- 24 августа тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 7 июндә вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Силәбе өлкәһендә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың спорт мастерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренерҙары
- Шәхестәр:Салауат районы
- Башҡортостан көрәшселәре
- Салауат районында тыуғандар
- Силәбе өлкәһе башҡорттары
- Салауат районының почётлы граждандары
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары:Салауат районы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәрҙәре