Йылға системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылға системаһы

Йылға системаһы — бер уртаҡ йырҙала йәки тармаҡта диңгеҙгә, күлгә йәки башҡа һыу объекттарына һыуын ҡойоусы йылғалар йыйылмаһы.

Йылға системаһына исем биргән төп йылға - Яйыҡ Баймаҡ районында, Силәбе өлкәһе сиге.
Йылға системаһына исем биргән төп йылға - Ағиҙел

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул төп йылға (система олоно) һәм беренсе, икенсе һәм унан һуңғы дәрәжәләге ҡушылдыҡтарҙан тора. Беренсе дәрәжә ҡушылдыҡ тип аталғаны төп йылғаға туранан-тура ҡушыла, икенсе дәрәжәләгеһе — беренсе ҡушылдыҡтарҙың ҡушылдыҡтары, һәм артабан шул тәртиптә дауам итә.Ҡайһы ваҡыт йылғалар дәрәжәһе, киреһенсә, ҙур булмаған йылғаларҙан төп йылғаға ҡарай һанала.

Йылғалар системаһына исем төп йылға атамаһы буйынса бирелә, ғәҙәттә, ул системала иң оҙон һәм иң мул һыулы йылға булып тора .

Башҡортостан йылға системалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан йылғалар системаһында Ағиҙел йылғаһы һәм ҡушылдыҡтары, Яйыҡ (Йәнгел, Оло Ҡыҙыл, Төйәләҫ, Оло Урғаҙа , Таналыҡ һәм йылғалары) һәм Яйыҡтың иң ҙур ҡушылдығы Һаҡмар (ҡушылдыҡтары Ҡурғашлы, Урман Йылайыры, Ялан Йылайыры, Оло Эйек һәм Кесе Эйек менән) өс йүнәлештә — көнбайышҡа, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан атмосфера яуым-төшөмдәренә йүнәлеш биреүсе булып хеҙмәт итә.

Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел йылғаһы системаһы Башҡортостан Уралынан һәм уның ҡыҙырымдарынан — көнбайыш һөҙәклектән, Яйыҡ йылғаһы системаһы — көнсығыш һөҙәклектән, ә Һаҡмар йылғаһы системаһы Көньяҡ Урал пенепленынан һыу йыя[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гидрографик селтәр
  • Рәсәй йылғалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана. — Уфа: Китап, 2001. — 260 с. ISBN 5-295-02879-8.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хортон Р. Е. Эрозионное развитие рек и водосборных бассейнов. Гидрофизический подход к количественной морфологии. Пер. с англ. М.-Л., Изд-во иностр. лит., 1948. 158 с.
  • Маккавеев Н. И. Русло реки и эрозия в её бассейне. М., Изд-ва АН СССР, 1955. 346 с.