Йәлил (ҡасаба)
Ҡала тибындағы ҡасаба | |
Йәлил (ҡасаба) татар. Җәлил | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85559 |
Почта индексы |
423368 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йәлил (татар. Җәлил) — Татарстан Республикаһының Сарман районындағы ҡала тибындағы ҡасаба. Күп тармаҡлы Әлмәт-Бөгөлмә-Ленин агломерацияһына инә.
Ҡасаба Абдрахман, Ҡыҙыл Баҡса һәм Яңы Миңзәләбаш ауылдары менән «Йәлил ҡала тибындағы ҡасаба» муниципаль берәмәгенә инә. Ҡасаба Әлмәттән 34 км., Ҡазандан 240 км. алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасаба янында Ыҡтың ҡушылдығы Миңзәлә йылғаһы аға.
Ҡасаба 1964 йылда нигеҙләнгән һәм шағир Муса Йәлил исемен йөрөтә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны, кеше | |||||
---|---|---|---|---|---|
1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 | |
3 856[2] | 7 671[3] | 11 298[4] | 14 769[5] | 13 938[6] |
Халыҡ һаны— 14491 кеше. Татарҙар (77,7 %), урыҫтар (19,6 %). Тыуым — 12,7 %, үлем — 9,5 % , халыҡ һаны үҫеше — 3,2 %. Ирҙәр — 48,0 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 52,0 %. Эш йәшендәге кешеләр - 57,1 %, йәштәр — 28,8 %, ололар — 14,1 %.
Иҡтсады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәт нигеҙе-нефть етештереү тармағы. «Йәлилнефть» нефть һәм газ етештереү идаралығы Татнефть-тең 18% нефтен етештерә. 2001 йылда Йәлилдә 500 тонна нефть сығарылған.
Социаль сфераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала бар:
- 6 балалар баҡсаһы
- 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- Гимназия
- Махсус һөнәрселеҡ училещеһы
- Балалар музыка мәктәбе
- Балалар сәнғәт мәктәбе
- Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе
- Спорт-һауыҡтырыу комплексы (бассейн менән)
- Боҙ спорт һарайы
- Саңғы базаһы
- Ипподром (эшләмәй)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2012 года
- ↑ Перепись 1970 года 2011 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Перепись 1979 года 2011 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Перепись 1989 года
- ↑ Перепись 2002 года 2018 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Бюллетень «Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам» (на 1 января 2010 года)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- terrus.ru — база данных России 2009 йыл 10 июнь архивланған.
- Почтовые индексы Татарстана 2013 йыл 20 май архивланған.
- ОКАТО 2012 йыл 5 март архивланған.