Йәнекәев Вил Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнекәев Вил Ғүмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d]
Биләгән вазифаһы профессор[d], кафедра мөдире[d] һәм проректор[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены Почёт ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Йәнекәев Вил Ғүмәр улы (рус.  Еникеев Виль Гумерович; 16 октябрь 1936 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1962—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1967 йылдан — хәҙерге Санкт-Петербург аграр университеты (Пушкин ҡалаһы) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 19852013 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм АСК-ны мәғлүмәт менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире. Дуҫлыҡ (2001) һәм Почёт (2006) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996), Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вил Ғүмәр улы Йәнекәев 1936 йылдың 16 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, 19621964 йылдарҙа шул уҡыу йортонда эшләй.

1967 йылдан башлап Санкт-Петербургтың аграр университетында[2] (Пушкин ҡалаһында) уҡытыусы, 1984—2003 йылдарҙа ошо уҡ уҡыу йортоноң фәнни эштәр буйынса проректоры. 19852013 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм АСК-ны мәғлүмәт менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире вазифаһында (башҡалары менән рәттән).

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы производствоһын автоматлаштырыуға арналған.
Вил Ғүмәр улы тарафынан агрегаттарҙың эшен күҙәтеү һәм уларҙың сифатлы эшләүенә идара итеү системалары төҙөлә һәм ҡулайлаштырыла; Ауыл хужалығы производствоһын техника менән йыһазландырыуҙы иҫәпләү программаларын тәҡдим итә һәм уны тормошҡа ашыра, улар Рәсәй Федерацияһында һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә индерелгән. 220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы[1].

1986 йылдан Йәнекәев Вил Ғүмәр улы етәкселегендә 40 фән кандидаты һәм 16 фән докторы әҙерләнә[3].

  • «Сельскохозяйственные машины» /1998 йыл, (авторҙаш);
  • «Информационные технологии в агропромышленном комплексе» / 1999 йыл, (авторҙаш);
  • «Становление агроинженерной науки и образования в России (XIX—XX вв.)» / 1999 йыл, (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]