Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 25 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Кәрешкә, Татлыбай ауыл советы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 12 февраль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Йәнтилин Ғөзәйер Йыһанур улы (25 ноябрь 1917 йыл12 февраль 1985 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек министры. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), етенсе (1967—1971) һәм һигеҙенсе (1971—1975) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. [1]. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1966), «Почёт Билдәһе» ордендары (1971) кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғөзәйер Йыһанур улы Йәнтилин Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Кәрешкә ауылында Абдулхәйер-Йыһаннур Йәнтилиндәрҙең крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[2].

БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөмәйрә Йыһанур ҡыҙы Йәнтилина һаҡлаған шәжәрәлә шундай мәғлүмәт бар: боронғо олаталары Аҡтай (1630), уның улы Аҙнаш (1670), Алдар (1720), Ғабдулла Алдаров (1740), Аллағыуат Алдаров (1754-1828), Йәнтилә Аллағыуатов (1791) — Йәнтилиндәрҙең ата-бабаһы, Юлмөхәмәт (1829), Абдулхәйер - Йыһаннур (1889-1964) — Ғөзәйер (1917-1985)[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған ауылы Кәрешкә мәктәбендә тулы булмаған урта белемгә эйә була.

1937 йылда Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлай.

1938-1943 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1941 йылда Баймаҡ район комиссариаты тарафынан фротҡа саҡырыла. Дон фронтына ҡараған 41-се гвардия уҡсылар дивизияһының 124-се гвардия уҡсылар полкы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана[4].

1955 йылда Орджоникидзе ҡалаһында (хәҙер — Төньяҡ Осетия — Аланияның баш ҡалаһы Владикавказ) Төньяҡ Кавказ тау-металлургия институтын тамамлай.

Бүребай һәм Түбә мәғдән идаралыҡтарының тау-байыҡтырыу фабрикаларында смена мастеры, фабрика начальнигы булып эшләй.

19571961 йылдарСибай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе.

19611975 йылдар — КПСС-тың Сибай ҡала комитеты беренсе секретары

19751979 йылдар — БАССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1963, 1966)

«Почёт Билдәһе» ордены (1971)

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (16 октябрь 1942)

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы» (1945)[6][7].

БАССР Юғары Советының 7-се һәм 8-се саҡырылыш депутаты.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сибай ҡалаһында Ғөзәйер Йәнтилин урамы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]