Эстәлеккә күсергә

Камаев Фәрит Хөснулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камаев Фәрит Хөснулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған көнө 13 ғинуар 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (48 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим

Камаев Фәрит Хөснулла улы (19 апрель 1944 йыл — 13 ғинуар 1993 йыл) — ғалим-музыка белгесе-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1979). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).

Фәрит Хөснулла улы Камаев 1944 йылдың 19 апрелендә Ҡаҙаҡ ССР-ы[1] Ҡостанай ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1972 йылда Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.

1973 йылда СССР Композиторҙар союзына ағза итеп алына.

1965 йылдан алып БАССР-ҙың Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында балалар музыка мәктәбендә уҡыта.

1971 йылдан башлап Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

1979 йылда «сәнғәт ғилеме кандидаты» тигән ғилми дәрәжәгә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1979 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтының фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса проректоы, 1989 йылдан башҡорт музыка һәм фольклоры кафедраһы мөдире, 1990 йылдан башлап фәнни эштәр буйынса проректор.

Фәрит Камаев 1993 йылдың 13 ғинуарында Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. Х. Камаевтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт халыҡ йыры мелодикаһына һәм инструменталь музыкаға, башҡорт композиторҙары ижадына арналған. Алтай, Монголия, Румыния, Башҡортостандың көньяғы, Башҡортостандың Урал аръяғы, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре буйлап экспедицияларҙа 4 меңдән ашыу халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен йыйған, 2 меңдән ашыуын нотаға һалған. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ғалим халыҡ йырсыларын эҙләп табыу һәм уларҙы пропагандалау өлкәһендә айырыуса уңышлы эшләй, улар хаҡында мәҡәләләр яҙып баҫтыра. Уның тырышлығы менән ҡурайсы Кәрим Дияровтың «Сал Уралдың моңдары» (1988) исемле китабы баҫылып сыға.

Сәнғәт белеме кандидатлығына яҡланған диссертация темаһы: «Башҡорт халыҡ йырҙары мелодикаһының композицион-ритмик законлылыҡтары». Сәнғәт белеме докторы Булат Ҡараҡолов (Алматы) шулай хәтерләй:

«Уның диссертацияһы айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Фәриттең структура анализына, фәнни билдәләмәләр, һығымталар теүәллегенә ынтылышы, күп йылдар ныҡышмалы эшләүе башҡорт музыка фәненә хаҡлы рәүештә ғорурланырлыҡ хеҙмәт өлгөһө бирҙе»

Был фәнни эш – донъя фәндәрендәге эштәр араһында башҡорт музыка фольклорына арналған өсөнсө генә диссертация була. Ошо монографияһында башланған бик мөһим фәнни күҙәтеүҙәрен ғалим артабанғы хеҙмәттәрендә үҫтерә, тәрәнәйтә. Фәрит Камаев башҡорт халыҡ йырҙарының, классик оҙон көйҙәребеҙҙең композицион-ритмик үҙенсәлектәрен йырҙарҙың һүҙҙәре, поэтик текстың төҙөлөшө менән сағыштырып өйрәнеүҙе асылда билдәле бер тикшеренеү методикаһы кимәленә күтәрә. Әхмәт Сөләймәнов билдәләүенсә,

«донъя музыка мираҫында феноменаль күренеш булған башҡорт йыр-көйөнөң эске булмышына тәрән үтеп инергә мөмкинлек биргән»

Фәрит Камаев башҡорттоң оҙон көйҙәрендә йыр тексының, көйҙөң, шуға нигеҙ булған тарихи ваҡиғаның органик берлеген, йырҙы, көйҙө ижад итеүсенең шәхесе, ул йәшәгән мөхит, тормош-көнкүреш шарттары, традицияларҙың йәшәйеше, халыҡ тарихын иҫәпкә алып өйрәнеүсе ғалим, киң ҡоласлы, тәрән һәм оригиналь фекерле музыка белгесе булып өлгөрә. Башҡорт халҡының тарихи йырҙарында Фәритте, бер яҡтан тарихилыҡ, уй-фекерҙәр юғарылығы таң ҡалдыра, икенсе яҡтан, һүҙ һәм көйҙөң теүәллеге, төҙөклөгө, камиллығы һоҡландыра. Халыҡ тарихы, этнография менән ҡыҙыҡһыныу уны башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа айырым ырыу-ҡәүемдәргә, тарихи-этнографик зоналарға хас локаль үҙенсәлектәрҙең тәбиғәтен асыҡлауға алып килә. Мәҫәлән, уның хеҙмәттәрендә шундай ҡыҙыҡлы асыштар иғтибарға лайыҡ. Фәрит Камаев халыҡ араһына сығып, йыр ҡомартҡылары йыйғанда ла, төрлө төбәктәрҙә һәм төрлө ваҡытта яҙып алынған йыр-көйҙәрҙе асыҡлағанда сағыштырма ысул ҡулланып (сравнительный анализ) хаталаныуға юл ҡуймайынса эш итеү ысулдарын аса.

“Көньяҡ-көнбайыш башҡорттарында йырҙы башҡарыу манераһында хикәйәләү элементы өҫтөнлөк итһә, көньяҡ-көнсығышта һуҙыңҡырап, биҙәкләп йырлау йыш осрай. Ә инде Ҡурған әлкәһендә йәшәүсе ялан-ҡатайҙар башҡарыуында йыш ҡына оҙон көйлө йырҙың һәр строфаһында беренсе, өсөнсө юлдарҙы, хатта һәр бер юлды һуҙып, «Э-э-эй» тип башлау киң таралған. Бына 1983 йылдың июлендә экспедиция ваҡытында Ҡурған әлкәһе Сафакүл районының Оло Солтан ауылында талантлы йырсы Хәлит Сабит улы Асҡаровтан яҙып алынған «Низаметдин» тигән йырҙың бер строфаһы нисегерәк йырлана:

  • Э-эй, Ҡара (й) ғына (у) диңгеҙ уртаһында (й)
  • Э-эй, ҡаҙ бәпкәһе (й) микән ҡағынған.
  • Э-эй, сәғәт кенә һайын, минут һайын
  • Э-эй, ата-инәһе микән һағынған.

Текста йәнә шуға ла иғтибар итегеҙ: һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә (Ҡара, ғына, уртаһында) күп ваҡыт -й йәки -у өндәре өҫтәлеп, үҙенсә ябыҡ ижек барлыҡҡа килтерә. Был күренеш тә йырҙы башҡарыу манераһынан килә.”

Ғилми эшмәкәрлеге араһында башҡорт халыҡ көйҙәрен нотаға һалыу, йыр-көй байлыҡтарын баҫып сығарыуға әҙерләү менән бәйле хеҙмәттәр мөһим бер йүнәлеште билдәләй. Ул башҡорт халҡының 3 мең йыр-көйөн йыйған, 2 меңдән ашыу халыҡ көйөн нотаға һалған. 80-се йылдар аҙағында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уның концепцияһы нигеҙендә өс томдан торасаҡ «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте» тигән капиталь хеҙмәт планлаштырыла. Ғалим нотаға һалып өлгөргән әлеге 2 мең йыр-көйҙөң күбеһе шул томдарҙа урын алырға тейеш була. 1991 —1992 йылдарҙа Фәрит Камаев инициативаһы менән Өфө дәүләт сәнғәт институғы уҡытыусыларының ғилми хеҙмәттәр каталогы төҙөлә. 1982 йылда Фәрит Камаевтың «Ҡурай моңо» тигән китабы донъя күрә. Йыйынтыҡҡа атаҡлы халыҡ ҡурайсыларынан яҙып алынған башҡорттоң тарихи йырҙары тупланған. Автор бөйөк Ғәбит Арғынбаев сәсәндән (1822—1921) башлап беҙҙең дәүерҙең күренекле ҡурайсылары Сәғәҙәт Бараков (1906—1978). Рәхмәтулла Бүләкәновҡа (1909—1981), йәштәрҙән Азат Айытҡоловҡа, Юлай Ғәйнетдиновҡа, Зыя Хәлиловҡа тиклем күп кенә халыҡ музыканттары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биргән.

Ҡулъяҙмала ҡалған хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» (1972),
  • «Ейәнсура районының башҡорт музыка фольклоры» (1972),
  • «Башҡорт халыҡ йырҙарының мелодикаһы» (1980— 1982) һ.б.
  • Ҡурай моңдары — Напевы курая. Өфө, 1991.
  • Стилевые и жанровые особенности башкирского музыкального фольклора // Научно-методические записки Уфимского государственного института искусств. Уфа, 1973. Вып.1.
  • 400 башкирских народных песен. Уфа, 2011 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
  • Фәрит Камаев исеме Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбенә бирелгән, унда 1998 йылдан алып йыл һайын Камаев иҫтәлегенә арналған Республика фольклор конкурсы үткәрелә.
  • Воспоминания о Фарите Камаеве: Сборник ст. Уфа, 2002.
  • С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, «Китап», 1999, 127-128-се б-р.