Киров ауыл Советы (Күгәрсен районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киров ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Күгәрсен районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Киров ауыл Советы — Күгәрсе районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек типтарының). Почта индексы — 453331. ОКАТО коды — 80238835000. Мораҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Николаевский ауылы— административ үҙәк, Ҡанаҡас ауылы[1][2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[3]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Күгәрсе районы буйынса:


Мораҡ ауылында административ үҙәге менән, «Мораҡ» атамаһын һаҡлап, Мораҡ һәм Киров ауыл Советтарын берләштерергә.
Мораҡ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Киров ауыл Советын алып ташларға

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылға Ибрай ауыл Советы, Мораҡ ауыл Советы, Яңы Петровка ауыл Советы, Теләүембәт ауыл Советы, Чапаев ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш[4] («Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з (ред. от 19.11.2008) „О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан“»)[2][5].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Советы сигенән  Ерек-Солоҡ, Оло Эйек,  Суражҡа, Наҡаҫ йылғалары аша үтә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]