Киров исемендәге стадион

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киров исемендәге стадион
Нигеҙләү датаһы 1950
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Кем хөрмәтенә аталған Киров Сергей Миронович
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Хужаһы Зенит[d]
Архитектор Никольский, Александр Сергеевич (архитектор)[d]
Рәсми асылыу датаһы 30 июль 1950
Дата официального закрытия 17 август 2006
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2006
Обитатель Зенит[d]
Һыйым 100 000
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта
 Киров исемендәге стадион Викимилектә


С. М. Киров исемендәге стадион — мультиспорт стадионы / Санкт-Петербург, 1950—2006 йылдарҙа булған. Донъяла һәм Рәсәйҙә һыйҙырышлығы буйынса («Лужникиҙан» һуң икенсе урында) иң ҙур стадиондарҙың береһе. Футбол, еңел атлетика, регби буйынса ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Стадион Киров Сергей Миронович хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XX быуаттың беренсе яртыһындағы һәйкәл. 2001 йылда федераль әһәмиәттәге ҡомартҡы исемлегенә индерелгән. Мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарының федераль исемлегенән РФ хөкүмәте ҡарары № 240-р буйынса 2006 йылдың 22 февралендә сығарыла[1].

1950—1992 йылдарҙа һәм 1995 йылдың беренсе яртыһында «Зенит» ФК йорт аренаһы була.

2006 йылдың 6 июлендә Рәсәй чемпионаты сиктәрендә футбол буйынса һуңғы рәсми футбол матчы үткәрелә[2]. Әммә һуңынан стадионда тағы ла «Зенит-2» һәм «Петротрест» командаларының 7 матчы уҙғарыла.

2007 йылдың яҙ-йәй айҙарында стадионды һүтеп алыу буйынса эштәр алып барыла. Киров исемендәге стадион һүтелгәс, уның урынында «Газпром Арена» яңы стадионы «Зенит» ФК өсөн төҙөлә. 2016 йылдың декабрендә яңы стадион төҙөү тамамлана, ә 2017 йылдың апрелендә тәүге рәсми уйын үткәрә[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы һүрәттәр
Стадион имени С. М. Кирова
Панорама строительства стадиона в 1938 году
Фрагмент немецкой аэрофотосъемки 1941 года
Стадион в 1956 году[4]
Вид со стадиона на Петровский и Васильевский острова[5]
Панорама стадиона в 1998 году

Стадион проектын Никольский Александр һәм Константин Кашин бергә эшләйҙәр. Төҙөлөш 1932 йылда башлана. Уйһыу һаҙлыҡлы утрауҙың көнбайыш өлөшөндә төҙөлөш эштәре алып барыр өсөн, башта уны киптерәләр, ер ташып 16 метрлы валдар менән ураталар, стадион урынын 2 метр бейеклеккә күтәрәләр.1933 йыл майҙансығын әҙерләү тамамлана. 1948 йылға тиклем уны туранан-тура күтәреү буйынса эштәр алып барыла. Буласаҡ трибуналар ҡом менән ҡаплана, уларға бер нисә баҫҡыс рәүешендә бетон плитәләр һалына. Валдарҙың тышҡы яғын уратып өс рәт уба битләүҙәрендә террасалар яһала, улар стадион табағының баҫҡыстарын һәм павильондарҙың ҡабырғаларын тоташтырып тора. 1939 йылда көнсығыш трибуналарҙа еңел атлетика юлдарынан тышҡа тиклем диаметры 7 метрлы торба формаһында ике бетон тоннелдәр һалына. Уның киңлеге стадионға йөк транспортына, шул иҫәптән экскаваторҙар, тракторҙар һәм башҡа төҙөлөш техникаһына, инергә мөмкинлек бирә. Ошо ике тоннель, төҙөлөш тамамланғас, янғын машиналарына һәм тиҙ ярҙам машиналары өсөн файҙаланылар менән күмелә һәм трибуналар аҫтында ҡалдырыла.

1941 йылда Бөйөк ватан һуғышы һәм Ленинград блокадаһы ваҡытында стадион төҙөү туҡтатыла.

1945 йылдың йәйендә стадионды төҙөү дауам ителә. 1949 йылда уҡ стадион техник яҡтан 90 %-ҡа әҙер була (трибуна баштарындағы таблоларҙан башҡа). Стадионды 1950 йылдың 30 июлендә Ленинградтың «Зенит» һәм «Динамо» командалары матчы менән асалар, уйын 1:1 иҫәбе менән тамамлана. Башта стадион 100 000 тамашасыны һыйҙыра.

1959 йылдың 2-9 майында Мәскәүҙең МО ЦСКА һәм «Спартак» командаларының матчы өсөн стадиондың юғары түңәрәгенә өҫтәмә ағас трибуналар ҡуйыла, совет футбол тарихында был уйынды ҡарауҙа абсолют рекорд ҡуйыла — матчты ҡарарға 110 000-дән ашыу тамашасы килә[6].

1980 йылдағы Олимпия уйындары өсөн стадион реконструкциялана. Стадионтабағының дүрт яғына дүрт яҡтыртыу мачтаһы ҡуйыла, яңы комментаторҙар кабинаһы, VIP-ложалар барлыҡҡа килә, ултырғыстарҙың киңлеге һәм конфигурациялары үҙгәртелә, шуның һөҙөмтәһендә стадиондың һыйҙырышлығы 72 000 кешелек булып ҡала. Олимпиада-80 футбол турниры сиктәрендә бында дөйөм этаптың 6 матчы һәм сирек финалдың 1 матчы үткәрелә.

Күмәк мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киров исемендәге стадионды түбәндәге кинокартиналарҙа күрергә мөмкин:

  • Старик Хоттабыч (Ленфильм, 1956);
  • Человек идёт за солнцем (Молдова-филм, 1961);
  • Матч состоится в любую погоду (Рижская киностудия, 1985);
  • Стадион (Лентелефильм, 1985);

Стадионда 1993 йылда «Городок» телетапшырыуҙарын 1994 йылғы Изге ихтыяр уйындарына бағышлап төшөрәләр. 2003 йылдың йәйендә стадион эргәһендә («Невское кольцо» трассаһында) ун сериялы «На вираже»[<span style="" title="не указан источник на утверждение (13 августа 2018)">212 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>] кинокартинаһы төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]