Косово географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово географияһы
Дәүләт  Косово
Топографическая карта атлас Косово[d]
 Косово географияһы Викимилектә
Косово Республикаһының физик картаһы

Косово РеспубликаһыЕвропаның көньяҡ-көнсығышында Балҡан ярымутрауында урынлашҡан өлөшләтә танылған дәүләт.

Майҙаны — 10 887 км², халҡы — яҡынса 2,2 миллион кеше.

Дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 550 метр тирәһе. Косово башлыса тауҙар менән ҡапланған, иң бейек нөктәһе — Албания менән сик буйында урынлашҡан Джяравица тауы (бейеклеге — 2656 метр). Шар-Планина тауҙары көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Македония Республикаһы сиге уйлап урынлашҡан. Башлыса Сербияла ятҡан Капаоник тауҙары Косовоның төньяҡ өлөшөн биләй. Республиканың баш ҡалаһы Пришитинанан көнбайышҡа табан ятҡан Дреница убалы өлкәһе ике тигеҙлекте айырып тора — көнбайыштан Аҡ Дрин йылғаһы буйлап һуҙылған Метохия тигеҙлеге һәм көнсығыштан Ситница йылғаһы буйлап һуҙылған Косово яланы тигеҙлеге.

Косово биләмәләрендә бер нисә ҙур йылғалар бар: Аҡ Дрин, Ситница, Көньяҡ Морава һәм Ибар. Уларҙан иң оҙоны — Аҡ Дрин (оҙонлоғо 175 км), ул Албанияның Кукес ҡалаһы эргәһендә Ҡара Дрин йылғаһы менән ҡушыла һәм Дрин йылғаһын барлыҡҡа килтерә. Аҡ Дрин йылғаһы бассейнының майҙаны 4964 км² тәшкил итә.

Иң ҙур һыу ятҡылығы — Газивода һыуһаҡлағысы, уның күләме — 380 млн м³. Икенсе урында 113 млн м³ күләме менән Радонич һыуһаҡлағысы тора. Республикала Батлава (40 млн м³) һәм Бадовац (26 млн м³) күлдәре бар.

Шарлауыҡтары:

  • Радовац ауылы янында Аҡ Дрин йылғаһындағы шарлауыҡ (бейеклеге 25 метр).
  • Метохияла урынлашҡан Мируша шарлауыҡтары.
Климаты

Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ, әммә ул Адриатик диңгеҙҙән алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Климаты дымлы континенталь[1]. Был төбәк өсөн йылы йәй һәм һалҡын, ҡарлы ҡыш хас. Максималь йәйге температура — +30 °C, минималь ҡышҡы температура — −10 °C[2].

Халҡы

Халҡы — яҡынса 2,2 миллион кеше. Иң ҙур ҡала — республиканың баш ҡалаһы Приштина (яҡынса 200 мең кеше), икенсе урында — Призрен (180 000). Халыҡ тығыҙлығы — яҡынса 200 кеше/км2. Этник составы: башлыса албандар (88 %), сербтар (7 %), шулай уҡ төрөктәр, босняктар һәм сиғандар йәшәй[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Strahler и Strahler. «Физическая география»
  2. Geography 2013 йыл 21 июнь архивланған.
  3. Population. Kosovo State of the Environment Report 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.