Косово тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово тарихы
 Косово тарихы Викимилектә

Косово һәм Метохия үҙ тарихы дауамында төрлө дәүләттәр составыныа ингән.

Косово һәм Метохия антик осорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.э.т. I мең йыллыҡта Косово территорияһында Иллирий һуғыштары барышында Рим империяһы составына индерелгән[1] иллирийлылар йәшәгән.

Урта быуаттарҙа Косово һәм Метохия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Славяндарҙың Балҡанға күсенеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим империяһы тарҡағандан һуң хәҙерге Косово һәм Метохия территориялары Византия империяһы составына ингән. VI быуат аҙағына Косовоны, шулай уҡ Балҡан ярымутрауының күп урынын славяндар баҫып алған, өлөшләтә ассимиляциялаған, һәм урындағы романлашҡан халыҡты яр буйына ҡыҫырыҡлап сығарған. Славяндар таралып ултырған территориялар Византияның номиналь сюзеренитетында булһа ла, ысынында составына Косово ла ингән Сербия территорияһында власть бер нисә протодәүләт ҡәбилә берләшмәһе — жупанийҙар барлыҡҡа килтергән урындағы славян ҡәбилә башлыҡтары (жупандар) ҡулында булған. Жупанийҙар яйлап ҙур булмаған кенәзлектәргә берләшкән, әммә дәүләтселекте булдырыу процесы, төрлө серб ҡәбиләләренең айырым территорияларҙа йәшәгәнлеге, уларҙың ҡалаларҙан һәм сауҙа үҙәктәренән алыҫ урынлашҡанлығы һәм үҙ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙең булмағанлығы, дәүләтселекте булдырыу процесын һиҙелерлек аҡрынайтҡан. Ғәҙәттә жуптар йылғалар ағымы һәм тауҙар менән сикләнгән райондарҙы биләгән. Уларҙың үҙәктәре нығытылған ултыраҡтар йәки ҡалалар булған. Административ территориаль берәмек булараҡ, жуптар артабан Серб дәүләтенең ныҡлы нигеҙе булған[2]. Әммә византийҙар бөтә ошо ерҙәрҙе «склавиния» тип атағандар. Славяндар Балҡанда таралып ултырғандан һуң, византий сығанаҡтарында Салониктан алып Константинополгә саҡлы бик күп склавиниялар, ә һуңғараҡ ҡалаларҙан үргәрәк далматин яр буйында урынлашҡан склавиниялар хаҡында күп мәғлүмәт һаҡланған.

Серб короллеге үҙәге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XII быуат башында, Константин Бодиндың вафатынан һуң, Дуклян дәүләте тарҡалған. Косово яңынан тергеҙелгән Рашка кенәзлеге һәм Византияның ҡапма-ҡаршы тороу аренаһына әйләнгән. Был көрәштең һынылышы Рашка тәхетенә Неманичтар династияһына нигеҙ һалыусы Стефан Неманяның ултырыуына тап килгән. 1160-сы йй. аҙағында ул Косовоның төньяҡ өлөшөн буйһондорған, ә 1180-се йй. аҙағында Косовоны, Метохияны һәм Македония Республикаһын (Вардар Македонияһын) яулап алған. 1190 йылда Стефан Неманя Морав ҡаты алышында византийҙарҙан еңелһә лә, Косово һәм Метохияның күп өлөшө бойондороҡһоҙ Серб дәүләте биләмәһе тип танылған. 1208 йылда, Призрень һәм Липлянды яулағандан һуң, хәҙерге Косово территорияһының Сербия составына һуңғы күсеүе булған.

1217 йылда Стефан Первовенчанный кенәз Сербия тәхетенә король булып ултырған. 1219 йылда автокефаль Серб православие сиркәүе барлыҡҡа килгән. Косово территорияһында, үҙәктәре Хвоснола, Призрень һәм Липлянда торған, өс православие епискоблығы формалашҡан. XIII быуат аҙағында серб митрополиты резиденцияһы Печҡа (Косово) күсерелгән. Косово Сербияның дини, мәҙәни һәм сәйәси үҙәгенә әүерелгән. Бында бик монастырҙар һәм сиркәүҙәр, айырып әйткәндә, Призрендағы Богоматерь Соборы (1307), Высокие Дечанылағы монастырь (1327), Приштин янындағы Грачаница монастыры (1335), барлыҡҡа килгән. Ҙур ер биләмәләре, бигерәк тә Косовоның көнбайышында, Метохияла, сиркәүгә бирелгән. Приштина, Призрен һәм Неродимьелағы һарай (замок) серб королдәренең резиденцияһы булған. Үҙәктәре Ново-Брдола һәм Приштинала булған сауҙа, тау эштәре һәм һөнәрселек әүҙем үҫешкән. Косово һәм бөтөн Сербияның иҡтисади һәм мәҙәни сәскә атыуы Стефан Душан идара иткән (1331—1355), серб дәүләте составына Македония, Төньяҡ Греция һәм Албания ингән, дәүергә тура килгән. 1346 йылда Стефан Душан «сербтар һәм гректар батшаһы» тип иғлан ителгән, ә Печ архиепискобы Печ патриархы статусына эйә булған. Был периодта Косово халҡының күпселеге славяндар, башлыса сербтар булған. Ул осорҙан һаҡланып ҡалған монастырские грамоталарында тик славян исемдәре телгә алыныуы ошо хаҡта һөйләй. Сербтарҙан тыш, ихтимал, Косовола күпмелер албан, валахтар, шулай уҡ гректар, болғарҙар, немецтар (ҡалаларҙа) булған.

Ғосман империяһы власы аҫтында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жуптар һәм наместниклыҡтарҙы эре ер биләүселәр күҙәтеүе аҫтында ҡалдырып, уларға таяныу сәйәсәте Стефан Душандың вафатынан һуң Серб дәүләтенең тарҡалыуына килтергән. Сербтарҙың номиналь батшаһы Стефан Урош V һанға һуҡмаған кенәз Воислав Войнович (1363 й. үлгән) Косовала үҙ сәйәсәтен тормошҡа ашырған һәм үҙ власын урынлаштырған. 1360-сы йй. аҙағында Косово Никола Альтоманович, серб кенәзе Лазарь һәм Вукашин Мрнявчевич (король Вукашин) биләмәләре араһында бүленгән. Ғосман империяһы яғынан янаған хәүеф шарттарында урындағы хакимдар араһындағы даими һуғыштар Сербияны һиҙелерлек ҡаҡшатҡан. 1371 йылда король Вукашин ғәскәренең Мариц ҡаты алышында ҡыйратылыуы һөҙөмтәһендә Македония һәм Көньяҡ Косово төрөктәргә буйһонған. Кенәз Лазарь, Печ патриархияһына таянып, Сербияны берләштерергә тырышҡан. Ләкин 1389 йылда Косово яланындағы ҡаты алышта кенәз Лазарҙың берләштерелгән серб армияһы Морат I солтандың һан яғынан өҫтөн ғәскәре тарафынан ҡыйратылған, ә кенәз үлтерелгән. Сербия Ғосман империяһы сюзеренитетын таныған.

XV быуат башында Стефан Лазаревич осоронда серб дәүләте ҡыҫҡа ваҡытлы яңырыу дәүере кисергән: серб ерҙәренең берлеге тергеҙелгән. Әммә дәүләт үҙәге төньяҡ өлкәләргә, төрөк баҫҡынсылығынан аҙыраҡ интеккән Смедерево районына, күскән. Косово Сербияның мөһим иҡтисади (Ново-Брдо көмөш һәм алтын рудниктары) һәм дини үҙәгенә әйләнгән. XV быуат уртаһында төрөктәрҙең яңы һөжүме башланған. 1448 йылда икенсе Косово ҡаты алышында Янош Хуньядиҙың венгр армияһы ҡыйратылған. 1454 йылда төрөк ғәскәрҙәре Приштинаны, Призрен һәм Ново-Брдоны яулап алғандар. Ахырҙа, 1459 йылда серб дәүләтенең баш ҡалаһы Смедерево ла ҡолатылған. Сербия территорияһы Ғосман империяһы тарафынан тотош баҫып алынған.

Төрөк яулап алыуы хужалыҡ өсөн һәләкәтле эҙемтәләргә эйә булған. Һуғыш, талау, традицион ер биләү мөнәсәбәттәренең һыныуы, яңы һалым (харадж, джизья, испендже) индереү, крәҫтиәндәрҙең иркен сикләү (крепостнойға әйләндереү), ауыл хужалығының сауҙа бәйләнештәрен өҙөү һөҙөмтәһендә Косово тау тоҡомдары һәм һөнәрселек етештереп сығарыуы (производство) бөлгөнлөккә төшкән. Тотош райондар бушап, ҡалалар үҫеше туҡталып ҡалған. Иҡтисади стагнацияға милли иҙеү факторы ҡушылған: урындағы аристократияны мосолмандар, өлөшләтә ислам динен ҡабул иткән славяндар (потурченцы), ҡыҫырыҡлап сығарған, христиандарға ҡорал йөрөтөү, дәүләт хеҙмәтенә урынлашыу тыйылған. Былар барыһы ла серб халҡының тигеҙ урындарҙан тау араһына йәки Ғосман империяһы сиктәренә, бигерәк тә Дунайҙан төньяҡтағы венгр ерҙәренә ағымына килтергән. Бушап ҡалған ерҙәргә айырым привилегиялар (харадждан бушатыу, үҙҙәренә айырым «влах законы», дәүләт ихтыяжын мал менән тәьмин итеү) менән файҙаланған малсы-влахтар, албандар, күсерелгән. Косово һәм Көньяҡ Сербияның тигеҙлек өлкәләрендә патриархаль ижтимағи ҡоролошта йәшәгән влахтарҙы урынлаштырыу артта ҡалған хужалыҡ һәм йәмғиәт ҡоролошоноң һаҡланыуына (консервацияланыуына) килтергән.

XV—XVI быуаттарҙа серб мәҙәниәте һәм милли берләшеүенең төп үҙәге булып Печ патриархаты етәкләгән православие сиркәүе торған. Серб сиркәүенең Охрид архиепискобына бер нисә тиҫтә йыл буйһонғанынан һуң XVI быуат башында 1537 йылда Печ патриархатының үҙ аллылығы тергеҙелгән, ә патриарх Константинополь патриархына тиң хоҡуҡ алған. Сиркәү үҙ ерҙәренең һәм мөлкәтенең күп өлөшөн һаҡлап ҡала алғанлыҡтан, ул Ғосман империяһы шарттарында йәшәгән серб халҡының милли берләшеүенең үҙәге булырлыҡ сәйәси һәм ижтимағи әһәмиәтен нығытыу мөмкинлегнә эйә булған.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гузикова М. О., Нестеров А. Г. Косово на пути к суверенитету: к истории вопроса // Вестник Кемеровского государственного университета. — 2015. — Т. 2 — № 3 (63). — С. 178
  2. История Югославии. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. 1. — С. 63.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гуськова Е.Ю,. Агрессия НАТО 1999 года против Югославии и процесс мирного урегулирования.. — Москва: Индрик, 2013. — 304 с. — ISBN 978-5-91674-270-1.
  • Гуськова Е. Ю. История югославского кризиса (1990—2000). — М.: Русское право / Русский Национальный Фонд, 2001. — 720 с. — ISBN 5-9419-1003-7.
  • Тренин Д., Степанова Е. Косово: международные аспекты кризиса. — Москва: Московский Центр Карнеги, 1999. — 303 с.
  • Гуськова Е.Ю. Югославская федерация в 1960-е годы // Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — 888 с. — ISBN 9785916741216.
  • Никифоров К.В. Карделевская Югославия (1974—1990) // Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — 888 с. — ISBN 9785916741216.
  • Никифоров К. В. Сербия на Балканах. XX век. — М.: Индрик, 2012. — 176 с. — ISBN 978-5-91674-209-1.
  • Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — 448 с. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
  • Dimitrijević B. Modernizacija i intervencija: jugoslovenske oklopne jedinice. — Beograd: Institut za savremenu istoriju, 2010. — 406 с. — 400 экз. — ISBN 978-86-7403-138-4.
  • R. Craig Nation. War in the Balkans 1991-2002. — U.S. Army War College, 2003. — 388 с. — ISBN 1-58487-134-2.
  • Sabrina Petra Ramet. Balkan Babel: The Disintegration Of Yugoslavia From The Death Of Tito To The Fall Of Milosevic. — Westview Press, 2002. — 448 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]