Куликов Борис Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борис Куликов
Файл:Борис Куликов.jpg
«Чудный месяц» (1972 йыл) йыйынтығындағы портрет
Тыуған көнө:

28.8.1937

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Семикаракорская станицаһы

Вафат булған көнө:

5.3.1993

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Ростов өлкәһе, Семикаракорск

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик

Жанр:

шиғыр, поэма, баллада, повесть, хикәйә, новелла

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Бори́с Никола́евич Кулико́в (28 август (Урағай), 1937 — 5 март, 1993) — рус совет шағиры һәм прозаигы.

Тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. Н. Куликов 1937 йылдың 28 авгусында Семикаракорская станицаһында тыумыштан дон казагы ғаиләһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та буласаҡ шағирҙың атаһы, Николай Филимонович Куликов, фронтҡа китә. Немец-фашист ғәскәрҙәре Семикаракорская станицаһына килеп еткәс, Бористың әсәһе Александра Александровна бомба ярсығы тарафынан үлемесле яралана[1]. Етем ҡалған балалар оләсәләре ҡарамағында ҡала. Улар оләсәләре менән бергә оккупацияны үткәрәләр. Бер көндө уларҙың өйөнә полицайҙар килеп инә, улар балаларҙың оләсәләрен полиция бүлегенә алып китәләр һәм уны ҡамсылар менән ҡаты туҡмайҙар. Станицаны азат иткәндән һуң, уға улының һуғышта үлеүе тураһында хат килә. Был ҡарт әсәнең хәлен ала, һәм ул тиҙҙән вафат була. Бористың һеңлеһе Элланы балалар әсәһенең һеңлеһе Анна тәрбиәгә ала һәм уны Алыҫ Көнсығышҡа алып китә, ә Борис дүрт балалы апаһы Екатерина Филимоновнала тороп ҡала. Борис Куликов был апаһын ғүмере буйы иҫендә тота, уға бағышлап «Тётя Катя», «Борис Годунов и Василиса Прекрасная» һәм «Наши пришли!» новеллаларынан торған «Память сердца» тигән повесын яҙа.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, фашист әсирлегенән Бористың атаһы ҡайта һәм Элла менән Алыҫ Көнсығыштан ҡайтҡан Аннаға өйләнә. Шулай итеп ғаилә яңынан тергеҙелә.

Борис мәктәптә уҡыған сағында уҡ урындағы гәзиттә һәм «Пионерская правда» гәзитендә шиғырҙарын баҫтыра.

Мәктәпте тамамлағас, Борис Куликов Ростов дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә[2]. Бында уҡыған сағында дуҫтары менән «СТИФ» студенттар театрында уйнай. Шул уҡ ваҡытта Ростов өлкәһе гәзит-журналдарында уның тәүге шиғырҙары баҫыла.

Б. Куликов бик күп һөнәрҙе үҙләштерә:комбайнер ҙа, слесарь ҙа, ташсы ла, асфальт бетонсыһы ла, таш ватыу цехында мастер ҙа булып эшләй[3].

Шиғырҙар яҙыу менән дә шөғөлләнә. 1964 йылда уның тәүге йыйынтыҡтар китабы баҫылып сыға. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был китап Ростов нәшриәтендә түгел, ә башта уҡ Мәскәүҙең «Молодая гвардия» нәшриәтендә баҫыла.

1968 йылда «Советский писатель» нәшриәтендә сыҡҡан «Вербохлёст», китабы өсөн Куликовты СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

Артабан ул шиғырҙар яҙыу менән бер рәттән проза яҙыуға күсә, байтаҡ хикәйәләр һәм повестар яҙа.

Советтар Союзы, СССР Яҙыусылар союзы тарҡалғандан һуң һәм РСФСР Яҙыусылар союзы икегә бүленгәндән һуң Куликов Рәсәй Яҙыусылар союзына беренселәрҙән булып инә.

Семикаракорскиҙа йәшәй.

Борис Куликов СССР-ҙың тарҡалыуын һәм үҙгәртеп ҡороуҙы бик ауыр кисерә. 1993 йылдың февралендә Ельциндың сығышын ҡараған саҡта уны инсульт[1] аяҡтан йыға, һәм 5 мартта ул вафат була[4].

Бүләктәре һәм премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. А. Шолохов исемендәге әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Халыҡ-ара премия (1994, вафатынан һуң)[5]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2007 йылдан алып Семикаракорскиҙа йыл һайын «Куликовская осень» байрамы үткәрелә.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Куликов Б. Н. Триединство жизни: [Писатель о себе, о жизни] // Комсомолец. — 8 июня 1982.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]