Куличков Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куличков Алексей Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 19 апрель 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Пенза, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһының театр институты[d]

Куличков Алексей Николаевич (19 апрель 1976 йыл) — Рәсәй шоумены, артист, ТНТ каналындағы киң билдәле «Такси» программаһын алып барыусы (2005—2009). 2001—2002 йылдарҙа — Башҡортостандың Рус дәүләт драма театры артисы (Өфө).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Николаевич Куличков 1976 йылдың 19 апрелендә Пенза ҡалаһында тыуған. Бала сағынан футбол менән мауыға, Пенза «Локомотив» клубына күнекмәләргә йөрөй[1][2]. 8 йәшенән театр студияһында шөғөлләнә, ул төп ролдәрҙә уйнай.

1993 йылда Пензала 70-се урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәүгә юллана. Актерлыҡ вуздарға инә алмай, шуға күрә Пенза мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһына «Массауи саралар ойоштороусы һәм үҙешмәкәр театр режиссеры» һөнәре буйынса документтарын тапшыра. у

Уҡыу ваҡытында Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында педагог-ойоштороусы булып эшләй, «Бригада-А» йәштәр төркөмө менән Рәсәй театр коллективтары фестивалендә Гран-при яулай, үҙе режиссер булараҡ һәләтлеген күрһәтә. Төрлө өлкә концерттарында ойоштороусы була.

1997 йылда Һарытау консерваторияһының театр факультетына (Александр Галко курсы) уҡырға инә[3].

2001—2002 йылдарҙа Башҡортостандың Рус драма театрында уйнай, бер миҙгел эсендә өс төп роль башҡара[1], капустниктар һәм ижади осрашыуҙар ойоштора.

2002 йылдан алып — Мәскәүҙә ТНТ телеканалында, 2002 йылдың сентябренән 2003 йылдың июленә тиклем —Николай басков һәм Светлана хоркина менән берлектә «Дом» ток-шоу мөхәррире[4].

2002—2007 йылдарҙа Театр.doc-тың бер нисә спектаклендә ҡатнаша[5]. 2004 йылда Надежда Бабкинаның «Рус йыры» коллективын етәәкләй.

2005—2009 йылдарҙа ТНТ-ла «Такси» шоу-уйыннын алып бара.

2010 йылда Муз-ТВ каналында Мария Кожевникова менән бергә «Хистәр лабораторияһы» программаһын алып бара[6]. 2011 йылда ДТВ-ла «Угон» программаһын алып бара[7]. 2012 йылдың мартынан 2013 йылдың авгусына тиклем «Борос» телеканалында шоу «Көнкүреш техникаһын алмаштырыу»[8]. 2012—2014 йылдарҙа «Радость моя» телеканалында «Едем, плаваем, летим» тапшырыуын алып бара"[9].

2010 йылдың уртаһына ҡарата театраль спектаклдәр һәм телесериалдар режиссеры булып эшләй[10]. 2018 йылды 26 авгусыннан — НТВ каналындағы «Первая передача» тапшырыуының алып барыусыһы[11].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Рус драма театрындағы ролдәре (2001—2002)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Бегущие странники» (Казанцев) — Дима

«Без вины виноватые» (А. Н. Островский) — Незнамов

«Годы странствий» (Арбузов) — А. Ведерников

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Меня спасло трепетное отношение к спорту(недоступная ссылка) Интервью с Алексеем Куличковым в газете «Спорт Бизнес Маркет» от 15 декабря 2006 года Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «СБМ» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. «Соболев бомбит»: Алексей Куличков в гостях (ингл.). VK. Дата обращения: 4 октябрь 2017.
  3. Избегайте интеллектуалов… Вокруг ТВ (21 июнь 2008).
  4. Алексей Куличков: Жена запрещает мне готовить! Комсомольская правда (20 март 2013).
  5. Куличков. Театр.doc.
  6. Кожевникова и Куличков ищут любовь. Татар-информ (18 август 2010). 2018 йыл 31 август архивланған.
  7. Наш земляк Алексей Куличков стал ведущим программы «Угон». Пензенская правда (11 май 2011).
  8. Бытовую технику будут менять на знания ежедневно. Комсомольская правда (9 апрель 2012).
  9. Едем, плаваем, летим. Радость моя.
  10. Алексей Куличков: Мечта сбылась, сейчас я в поиске интересной темы. Собеседник (19 декабрь 2017).
  11. Программа «Первая передача» на НТВ начинает телевизионный сезон с новым ведущим. НТВ (27 август 2018).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]