Метрәй (Аҙнаҡай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Метрәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Асеевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423310
Карта

Метрәй (Яңы Метрәй, Йәнәй-ауыл, Жүнәй[2]; татар. Митрәй, рус. Митряево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда 2 һыу тирмәне, мәсет теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 175 башҡорт һәм 99 типтәр; 1834 йылда — 34 аҫаба башҡорт һәм 152 керҙәш башҡорт; 1859 йылда — 785 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
185918891910192019261938194919581970197919892002
7858621109143314601268826599571463289331

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 565. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.