Эстәлеккә күсергә

Миндек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миндек
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Ҡайын
 Миндек Викимилектә
Ҡайын миндеге

Миндек — ингл. broom; исп. escoba) — ағас, йәки ҡыуаҡлыҡтар ботаҡтарынан йыйылған бәйләм, төрлө ағастарҙан һәм шифалы үҫемлектәр ҡушып мунсала сабыныу өсөн ҡулланыла .

Миндек элек-электән тәнгә массаж яһау өсөн, таштарға һалып, һыу һибеп, һауаға хуш еҫле пар таратып дауаланыу өсөн дә (ингаляция), ауырыуҙарҙы дауалау сараһы булараҡ ҡулланыла. Халыҡ телендә «миллек», «миннек», хатта «мунса һеперткеһе» тигән атамалары ла осрай (япраҡ — Ейәнсура һөйләшендә).

Миндеккә яраған үҫемлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миндек бәйләү өсөн төрлө ағастарҙың тәлгәштәре, дарыу үләндәре ҡулланыла. Хәҙер миндекте ҡайын, имән менән аҡ шыршы йәйегенән генә түгел, башҡа ағас тәлгәштәренән дә яһайҙар[1]:

Июнь — ҡайын миндеге бәйләү өсөн иң ҡулай осор. Халыҡта «май миндеге» иң шифалы тигән инаныс та бар. Уны иҫкесә июнь ингәнгә тиклем әҙерләп ҡалырға тырышалар.

Һуңғараҡ ҡалғаны нығыраҡ, тығыҙыраҡ япраҡлы була. Сәскә атҡан, һарғая башлаған тәлгәштәре миндеккә бармай.

Ҡайын миндек быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бына тигән дауа, ул тирене лә таҙарта, яраларҙы уңалта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Ваҡ бронхыларҙы ла асып, ҡаҡырыҡты сығара. Япраҡтарҙағы витаминдар, файҙалы матдәләр тире аша ыңғай тәьҫир яһай. Ә миндек бешергән һыу менән сәсте сайҡатыу уны нығыта, ҡауаҡты бөтөрә.

Ул тире майлы булғанда бигерәк йәтеш. Сабыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Еҫе сабынғанда ҡан баҫымы күтәрелеүҙе тотҡарлай. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн ҡулланыла. Имән миндек имән көсө бирә ул…

Баш ауыртыуын бөтөрөргә,бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртырға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Яралар тиҙ төҙәлә, тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара.

Ерек миндекте һыуыҡ тейгәндә, быуындар, тән һыҙлағанда ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.

  • Аҡ шыршы, артыш миндектәре

Сайырының еҫе лә дауаға эйә, сәнскеләберәк тирене ҡуҙғыта, тир сығарта, ҡан әйләнешен көсәйтә. Умыртҡа ауыртҡанда, невралгия, радикулит булғанда тәбиғи массаж булараҡ та бик файҙалы. Һауаны таҙарта, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә. Был миндектәрҙе бешергән һыуҙы ҡайнар таш өҫтөнә һибеп, мунса һауаһын тағы ла шифалыраҡ, хуш еҫлерәк итәләр.

  • Мышар (миләш) һәм гөлбаҙран (пижма) миндеге

Улар иртәнге мунсалар өсөн килешә. Кешегә дәрт-ҡеүәт өҫтәп ебәрә, тәнде еңеләйтә. Кискә тиклем арымай-талмай эшлә лә эшлә генә…

Кесерткән миндеген бил ауыртҡанда, тән һыҙлағанда дауа итеп ҡулланалар. Быуында тоҙ, ревматизм булғанда халыҡ электән уны тотонған. Ҡан баҫымын төшөрә, тынысландыра. Һынған, имгәнгән, күгәргән ағзаларға шифа икәне лә билдәле. Кесерткән сағыуы — үҙенсәлекле, һөҙөмтәле массаж да ул. Бында миндекте ҡайнар һыуҙа саҡ ҡына бешекләп алалар ҙа елпетеп, еңелсә генә сабыналар.

Кесерткән биҙгәге (крапивница) сире һуғылғанда халыҡ табибтары кесерткән менән сабынырға кәңәш итә.

  • Ҡатнаш миндектәр

Ағыулы, сәнскеле булмаһа, дөрөҫөн әйткәндә, һәр ағастан да миндек бәйләргә мөмкин. Ҡатнаштырып та әҙерләргә була. Ғәҙәттә күк, һары мәтрүшкә лә ҡыҫтырып ебәрәләр.

Миндектәргә саған, ҡарама, сәтләүек, йәш сейә тәлгәштәрен дә ҡушыусандар.

Миндекте ҡояш төшмәгән, еләҫ, һауа инеп торған урында һаҡлау файҙалы сифаттарының яҡшыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итә.

Йәй көнө, һис шикһеҙ, яңы бәйләнгән миндектәр ҡулланыу файҙалы, уларҙа витанминдар, файҙалы матдәләр, фитонцидтар юғары кимәлдә була.

Миндектәр кешегә төрлөсә тәьҫир итә. Берәүҙәре (киске) тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала (ҡайын, имән миндектәр), икенселәре (иртәнге), киреһенсә тәнде «уятып» ебәрә, көс-дәрт өҫтәй (мышар (миләш), гөлбаҙран). Үҙегеҙгә нимәнең нисек йоғонто яһағанын күҙәтеп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу яҡшыраҡ.

Үрҙә әйтелгәнсә, иң шифалыһы тип май миндеге һанала. Уны июнь урталарына тиклем әҙерләргә була. «Һырғалы» тәлгәштәр миндекккә яраҡһыҙ. Миндеклек тәлгәштәрҙе аяҙ көндә, иртәнге яҡта алалар. Ысыҡ булһа, кипкәнен көтөргә кәрәк. Дауа өсөн тәғәйенләнгән бындай миндек күп бәйләнмәй. Башҡа осраҡтар өсөн миндек әҙерләр япраҡтың «бешеп» етеүе мөһим — был июль урталарына тура килә. Япраҡтар һарғайғанса ла әҙерләргә була, тик ундай миндек ҡатыраҡ була, япраҡтары ла ҡойолоп барыусан.

Хәҙер миндек бәйләү ҡырҡылған ботаҡтарҙы бергә бәйләүҙән генә ғибәрәт. Ул, ғәҙәттә, бер генә мунсаға етә. Халҡыбыҙҙа миндек әҙерләүҙең боронғо ысулдары ла булған, миндектәр ике-өс мунсаға еткән, ә бит ул ваҡытта ғаиләләр ҙур булған. Ошо уҡ ысул менән миндектәрҙе Ырымбур өлкәһендә лә әҙерләр булғандар.

Халыҡ телендә ҡайынды «инә» һәм «ата»ға бүлеү бар. Июль башында ҡайындың япраҡтары бешкәс, «инә» ҡайынды һайлап, 50 см тирәһе ҡырҡып алғандар. Инә ҡайын менән ата ҡайынды айыра белмәгәндәр иғтибар менән ҡараһалар, күрерҙәр: «инә» ҡайындың ботаҡтары тал ағасыныҡы һымаҡ аҫҡа эйелеп тора, «ата» ҡайындың ботаҡтары үрә ҡарай. Ғәмәлдә, ҡайындың ата йәки инәһе булмай, былар ике төр ҡайын. Йәғни, миндекте тәлгәштәре һәленке төр ҡайындан бәйләгәндәр. «Һырғаһыҙ» ботаҡтарҙы һайлағандар. Сабыныуҙың тәмен белгәндәр миндеккә хуш еҫле үҫемлектәр: мәтрүшкә (душица), бөтнөк (мята), һары мәтрүшкә (зверобой), кейәү үләне (чабрец) һ.б. ҡушып эшләгәндәр һәм әле лә эшләйҙәр.

Миндектәрҙе һаҡлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миндектәрҙе еләҫ, ҡояш төшмәгән урында киптерәләр.

Ҡараңғы ерҙә, мәҫәлән, һарайҙа ергә йоҡа ғына сепрәк йәйгәндәр. Беренсе кейем миндекте һалғас, бер сүмес һыу бөрккәндәр. Икенсе парҙы тигеҙ итеп беренсеһенең өҫтөнә ҡуйғандар, тағы сүмес менән һыу бөрккәндәр. Шулайтып, миндектәрҙе парлап өҫтө-өҫтөнә теҙә барғандар, һәр парҙың өҫтөнә сүмес менән һыу бөркә барғандар. Теҙеп бөткәс, өҫтөнә иҫке юрған япҡандар. Тын сыҡмаҫлыҡ итеп юрған өҫтөнә ауыр әйбер һалып баҫтырып ҡуйғандар. Шулай бер тәүлек тотҡандар. Япраҡтар йылыла бешекләнгәнгә ҡойолмаған. Шунан һуң алып, берәй ҡараңғы ергә, мәҫәлән, һарайға теҙеп элеп ҡуйғандар.

Һабаҡтарын тигеҙ итеп ҡырҡҡандан һуң, бәйләнгән миндектәрҙе парлап, икешәрләп ышыҡҡа эләләр, ҡайһы бер төбәктәрҙә шул парҙарҙы «кейем» тиҙәр. Мәҫәлән, «Егерме кейем миндек бәйләнек».

  1. Некоторые советы по пользованию баней. В книге В. А. Сафин. Строим баню. — М., 1990. — с.174. — ISBN 5-274-00919-0
  • Банные веники — особенности выбора и изготовления[1] 2017 йыл 28 ноябрь архивланған.