Кесерткән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесерткән
Кесерткән
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Рауза сәскелеләр
Ғаилә: Кесерткән һымаҡтар
Триба: Кесерткәндәр
Ырыу: Кесерткән
Төр: Кесерткән
Латинса исеме
Urtica dioica L.
ITIS 19152
NCBI 3501

Кесерткән (рус. Крапи́ва двудо́мная, лат. Urtíca dióica) — кесерткән һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ, бейеклеге 120 см-ға етә алған, сағыусы үлән үҫемлек.

Майҙан алып октябргәсә йәшкелт сәскә ата, емеше июль-октябрҙә өлгөрә. Кесерткән әрһеҙ үлән: йорт эргәһендә, юл буйында, йылға-күл ярҙарында, дымлы тупраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар араһында һ.б. ерҙәрҙә үҫә.

Латинса атамаһы dioicus боронғо грек теленән килеп сыҡҡан: δι— «ике тапҡыр» һәм οἶκος — «йорт, торлаҡ» мәғәнәһендә.

Башҡа урыҫ атамалары: жегала, жигалка, стракива, стрекава, стрекучка[1], жигачка, жгучка, стрекалка[2].

Ботаник тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесерткән — көслө тамырлы һәм горизонталь тарбаҡлы, оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. 60 — 200 см бейеклеккә етә (идеал климат шарттарҙа һәм үҫемлектәр үҫкән урында урынлашыу тығыҙлығы юғары булғанда). Бөтә үҫемлек ҡуйы, сағыусан төк менән ҡапланған.

Сәскәһенең формулаһы: и [3].

Бер үҫемлек 22 000 тиклем орлоҡ бирә[4]. Май айынан көҙгә тиклем сәскә ата, емеше бер үк ваҡытта өлгөрә. Ел ярҙамында һеркәләнә.

Хромосома йыйылмаһы 2n = 26, 48, 52[5].

Тамыр системаһы
Һабағы (киҫелеше;
ҙурайтылған)
Япрағы
Һабаҡтағы сағыусы сәнскестәр
(сильно увеличено)
Ата сәскәләр
(увеличено)
Инә сәскәләр
(увеличено)
Емештәре
(увеличено)
Кесерткән күбәләге ҡарышлауыҡтары
кесерткәндә

Таралыуы һәм экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә ерҙә лә ике ярымшарҙың да уртаса зонаһында: Европала, Кавказ аръяғында, Алғы һәм Кесе Азияла, Ҡытайҙа, Һиндостан субконтинентында (шул уҡ ваҡытта Непал тауҙарында диңгеҙ кимәленән 3500-4000 м тиклем бейеклектә үҫә ала[6]) таралған, Төньяҡ Африкала Ливиянан Мароккоға тиклем осрай, Төньяҡ Америкаға һәм Австралияға индерелгән һәм яраҡлашҡан.

О. В. Томе Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz (1885) китабынан ботаник иллюстрация

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм Көнбайыш Себерҙә үҫә, Көнсығыш Себергә һәм Алыҫ Көнсығышҡа индерелә һәм киң тарала. Урман һәм урман-дала зоналарында өҫтөнлөк итә.

Рудераль үҫемлек. Ҡыйлыҡта, торлаҡ һәм ҡоймалар, мал аҙбарҙары янында, юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә, урман ҡырҡындыларында, дымлы болондар һәм урмандар (айырыуса ереклектәрҙә) буйлап, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, канауҙарҙа һәм йырындарҙа үҫә. Оҙон тамырһабаҡтар ярҙамында вегетатив юл менән үрсей, йыш ҡына киң, тик кесерткәндән торған кесерткәнлек барлыҡҡа килә[7].

Орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсей. Орлоҡтан барлыҡҡа килгән кесерткән үҫемлектәренең күбәйеүе күпселек осраҡта вегетатив рәүештә бара, тамырҙары бер йылда 35-40 сантиметрға тиклем үҫә ала[8]

Нетрофиль үҫемлек. Азотлы матдәләргә бай булған тупраҡ күрһәткесе булып хеҙмәт итә[9].

Баҡсаларҙа ныҡ тамыр йәйгән ҡый үләне, бөтөрөүе ауыр.

Әһәмиәте һәм ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Злое семя крапива: не сварить из него пива!
С ним водиться, что в крапиву садиться.
Не садись под чужой забор, а хоть в крапивку, да под свой.
Хороша слобода, да крапивой поросла.
Кабы на крапиву не мороз, с нею б и ладов не было!

Русские пословицы и поговорки
Толковый словарь В. Даля[1]

Кесерткән — ашарға яраҡлы үҫемлек. Яҙ көнө йәш япраҡтарҙан һәм үренделәрҙән аш бешерелә, уларҙы айырыуса яҙ көнө, организмда витаминдар запасы кәмегәндә, диетик булған борщтарға һәм аштарға өҫтәйҙәр. Кавказда йәш япраҡтарҙан салат эшләйҙәр, башҡа йәшелсәгә ҡушалар, тоҙлайҙар[7].

Уны эре мөгөҙлө мал, ат, сусҡа һәм ҡош-ҡорт яратып ашай[10]. Быҡтырылған кесерткән һыйырҙарҙың һауымын һәм һөттә май миҡдарын арттыра[4]. Уның емештәре хайуандарҙың енси әүҙемлеген арттыра, тип иҫәпләнә; тауыҡтарға йомортҡа һалыуҙы арттырыу өсөн бирәләр[7].

Үҫемлек силос һалыу өсөн яраҡлы[11].

Кесерткән медицинала борондан ҡулланыла. Цезарҙың легионерҙары Галл һуғышы ваҡытында, йылыныр өсөн кесерткән менән сабынған. Урыҫ үләндәре араһында кесерткән XVI быуаттан алып яраларҙы уңалтыусы сара итеп телгә алына. Дарыу булараҡ кесерткәндең япрағы (лат. Folium Urticae) ҡулланыла, уны май — июль айҙарында йыйып алалар. Үҫемлектәр ҡырҡып йәки сабып алып, 2 — 3 сәғәт киптергәс, япраҡтары өҙөп алалар. Киптергестә 40 — 50 СС температурала йәки яҡшы елләтелгән бинала киптерелә, 3 — 5 см ҡалынлыҡтағы туҡымаға йәки ҡағыҙға йәйеп һалына. Сеймалды һаҡлау ваҡыты ике йыл[12].

Кесерткән япраҡтарынан төнәтмә — аналыҡ, геморрой һәм ашҡаҙан-эсәктән ҡан киткәндә борондан ҡулланылған сара. К[7] витамины булғанға шыйыҡ экстракт һәм япраҡтарҙың төнәтмәләре үпкәнән, бауырҙан һәм башҡаларҙан ҡан киткәндә ҡанды туҡтатыусы сифатында ҡулланыла; ул ҡандың ойошоусанлығын күтәреүгә булышлыҡ итә[12]. Яңы кесерткән һуты матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Халыҡ медицинаһында япраҡтары һәм һабаҡтары радикулит һәм быуын ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла[4].

Һабаҡтарының сүстәренән элек еп иләп, туҡыма етештергәндәр, әммә был кәсеп үҫешмәй. Япрағынан йөн өсөн йәшел, тамырынан һары буяу алынған[7].

Япрағы күп кенә косметик саралар яһағанда ҡулланыла[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Даль, 1880—1882
  2. Дмитриев Ю. и др. . Книга природы. — М.: Дет. лит., 1990. — С. 196—198. — ISBN 5-08-000604-8
  3. Барабанов Е. И. Ботаника: учебник для студ. высш. учеб. заведений. — М.: Издат. центр «Академия», 2006. — С. 280. — 448 с. — ISBN 5-7695-2656-4.
  4. 4,0 4,1 4,2 Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 442. Urtica dioica L. — Крапива двудомная // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 40. — ISBN 9-87317-128-9.
  5. Числа хромосом цветковых растений флоры СССР : Moraceae — Zygophyllaceae / под ред. А. Л. Тахтаджяна. — СПб.: Наука, 1993. — С. 369. — 429 с. — ISBN 5-02-026693-0.
  6. Urtica dioica in Annotated Checklist of the Flowering Plants of Nepal @ efloras.org. Дата обращения: 29 май 2008. Архивировано 21 июль 2012 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Губанов И. А. и др. Дикорастущие полезные растения СССР / отв. ред. Т. А. Работнов. — М.: Мысль, 1976. — С. 101—102. — (Справочники-определители географа и путешественника).
  8. Greig-Smith P. Urtica L.: Biological Flora of the British Isles // Journal of Ecology. — 1948. — Vol. 36. — № 2. — P. 339—355. — ISSN 0022-0477.
  9. Работнов Т. А., Меднис Я. А. Ольха как азотсобиратель // Природа : журнал. — 1936. — № 6. — С. 96.
  10. Александрова В. Д. Кормовая характеристика растений Крайнего Севера / В. Н. Андреев. — Л.М.: Изд-во Главсевморпути, 1940. — С. 62. — 96 с. — (Труды Научно-исследовательского института полярного земледелия, животноводства и промыслового хозяйства. Серия «Оленеводство»). — 600 экз.
  11. КормРастСССР|автор=Ларин И. В., Ларина В. К.|том=3|стр=800|часть=Общие выводы и заключения
  12. 12,0 12,1 Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь : Справ. пособие / Под(недоступная ссылка) ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 198. — ISBN 5-06-000085-0. Архивировано 20 апрель 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 442. Urtica dioica L. — Крапива двудомная // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 40. — ISBN 9-87317-128-9.* Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Urtica dioica

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кесерткән: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.  (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2016)
  • Крапива двудомная на сайте USDA NRCS (инг.) Проверено 16 февраля 2009