Моратша (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моратша

Моратша — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моратша исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп, фарсы телдәре аша ингән, морат-шаһ; моратына тура килгән тигән мәғәнәгә эйә. Был исемдән Моратшин фамилияһы яһалған[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моратша Сыртланов — башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Моратша Алдаров — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.

Әхмәтшин Моратша Әхмәтша улы (1910 йыл — апрель 1944 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы.

Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы (1915 йыл — 26 апрель 1945 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғүмәр Моратшин — урядник, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Моратшин Амран Миһран улы (1948 йыл) — ғалим-инженер-электрик, дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры. Рәсәй Сифат проблемалары академияһы академигы, техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Моратшин Риф Вәли улы (1943 йыл) — баянсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2002), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977).

Атаһы исемендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһиморатов Ғәлимйән Моратша улы (24 август 1933 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, механизатор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моратша — Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға!» трилогияһы персонажы.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моратша (рус. Муратшино) — Һамар өлкәһенең Оло Глушица районындағы башҡорт ауылы, Южный ауыл биләмәһенә керә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ