Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 25 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Мораҙым
Һөнәр төрө журналист, шағир
Эш урыны "Башҡортостан" гәзите
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы (25 сентябрь 1950 йыл) — журналист, шағирә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Журналистар (1996), Яҙыусылар союзы (1999) ағзаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирә, журналист Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаева 1950 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында (әҙерге Башҡортостан Республикаһының Мораҙым ауылында) тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә эшләй. Бәләкәйҙән китап, гәзит уҡырға әүәҫлеге, үҙенең дә яҙышырға яратыуы Башҡорт дәүләт университетына уҡырға алып килә. Уны уңышлы тамамлап хеҙмәт юлын матбуғат менән бәйләй. 1973 йылдан алып «Звезда», 1980 йылдан башлап— «Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләй, 1999 йылдан алып бүлек мөдире була. 2007—2008 йылдарҙа «Панорама Башкортостана» журналы редакцияһында тәржемә бүлеге мөдире[1]. Флүзә Мырҙабаева матбуғатта баҫылған бихисап мәҡәләләр, ижади портреттар, публицистик йыйынтыҡтар, шиғри әҫәрҙәр авторы. Ул әҙәбиәт, очерктар оҫтаһы булып таныла. Шиғырҙарында туған тәбиғәт тасуирлана, шағирәнең кисерештәре шулар аша асып бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты

— Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты[1]

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. «Ғүмер ағыштары, кеше яҙмыштары…» (2005)

2. «Заман сыңы йыһан‑күктәрҙә» (2010)

3. «Мөғжизәле донъям» (2000)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]