Мышыты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мышыты
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Мышыты - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атама башҡорт телендәге мышы һүҙенән барлыҡҡа килгән тип һанай Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович.Ул үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, "от распространенных в прошлом у башкир тюркских мужских имен Мышай и Мышты, связанных с культом животных", тип яҙа[2][3]. Йәғни, гидроним "мышы" һүҙенә Арғаяш һөйләшендәгесә һүҙ яһаусы аффикс "- ты" ҡушылып барлыҡҡа килгән. Әҙәби башҡорт телендә - "Мышылы"

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбегә тиклем алыҫлығы - 62 км, Екатеринбургҡа - 190 км-200 км диапазонында, Арғаяшҡа - 4 км.

Географик координаттары: киңлеге - 55°27′4.81″N (55.451335), оҙонлоғо - 60°49′59.75″E (60.833264).

Ярындағы тораҡ пункттар: Ҡорман, Оло Ултыраҡ ҡасабалары һәм Аргаяш [4].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2,75*1,7км
  • Һыу менән туйындырыу сығанаҡтары: Зюзелка (Үҙәнйылға) һәм яуым-төшөм.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 255 м
  • Майҙаны: 3,4км2

Күл тигеҙлектәр өсөн хас сифаттарға эйә. Сөңкәһе түңәрәк. Төбө ләмле [4]

Мышыты - һай күл: һыу ятҡылығының уртаһында тәрәнлеге бары тик 1,35 метр. Һыуынан тоҙ тәме итә. Яр һыҙаты тигеҙ[5].

Яр буйынан уҡ тәрәнәйә башлай һәм күл уртаһына тиклем бер сама тәрәнлектә ҡала (макс. 1,35 м).

Һыуы аҡмай, минераллылығы - 1148 мг/л, гидрокарбонатлы-натрийлы типҡа ҡарай [6].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡтан һәм көнбайыштан япраҡлы урмандар уратҡан. Көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарын ҡамыш ҡаплаған [5].

Күлдә табан балыҡ һәм сабаҡ тереклек итә. Шулай уҡ карп, ротан, гольян үрсей.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. 4,0 4,1 Мышты
  5. 5,0 5,1 Озеро Мышты 2019 йыл 2 июнь архивланған.
  6. Озеро Мышты 2019 йыл 17 июнь архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]