Мәжүсилек
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Мәжүсилек — күпселек аллаларға йәки рухи заттарға табынған ерле халыҡтарҙың дини тәртип-йолалары.
Төрлө өлкәләрҙә "мәжүсилек" атамаһы түбәндәгесә билдәләнә йәки аныҡ билдәмәһеҙ ҡулланыла:
- тәүтормош халыҡтарҙың дини йолалары: шул иҫәптән анимизм, ата-бабаларға табыныу, магия, тотемизм, фетишизм, шаманизм һ.б.
- Яңы мәжүсилек ҡайһы бер Көнбайыш халыҡтарында христианлыҡты ҡабул итеүгә борон таралған (мәҫ. славян халыҡарында родноверие, скандинав халыҡтарында асатру, АҠШ-ла викка) дини ҡараштарын һәм тәртип-йолаларын тергеҙеү менән шөғөлләнә.
- Ниндәй ҙә булһа халыҡтың, ҡәбиләнең йә этностың үҙенсәлекле дини йолалары - күпселек халыҡтар араһында таралған диндәргә ҡаршы ҡуйыла.
- ибраһими диндәр тәртибенә тура килмәгән барлыҡ донъя диндәре. Христианлыҡ, ислам менән йәһүҙилек күҙлегенән брахманизм, буддизм, даосизм, конфуцианлыҡ, синтоизм һымаҡ хәҙерге диндәр мәжүсилеккә ҡарай.