Эстәлеккә күсергә

Мәскәү башҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәү башҡорттары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 10 000 самаһы
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт теле

Дин

Мосолман сөнниселәр

Халыҡ

башҡорттар

Мәскәү башҡорттары — Мәскәү ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе башҡорт диаспораһы.

Мәскәү һәм Мәскәү губернияһында башҡорттар XIX быуат аҙағында уҡ йәшәгәндәр. 1897 йылда Рәсәй империяһында уҙғарылған халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Мәскәү губернияһында 64 кеше уҙенең туған теле итеп башҡорт телен күрһәткән[1]. 1920 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Мәскәү ҡалаһында 18 башҡорт теркәлгән, Мәскәү губернияһында башҡорттар теркәлмәгән[2]. XX быуаттың икенсе яртыһынан алып бөгөнгө көнгә тиклем Мәскәү үҙәк регионында башҡорттар һаны күбәйә килә. 2010 йылда үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Мәскәү ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе башҡорттар һаны 10 меңдән артҡан (Мәскәүҙә — 6609 кеше, Мәскәү өлкәһендә — 3975 кеше).

1926
[3][4]
кеше
% 1939
[5][6]
кеше
% 1959
[7][8]
кеше
% 1979
[9]
кеше
% 1989
[10][11]
кеше
% 2002
[12]
кеше
% 2010
[13][14]
кеше
%
Мәскәү 165 0,01 % 902 0,02 % 987 0,02 % 3332 0,04 % 5417 0,06 % 5941 0,06 % 6609 0,06 %
Мәскәү өлкәһе 20 0,0004 % 1129 0,02 % 933 0,02 % 2521 0,04 % 2993 0,05 % 3565 0,05 % 3975 0,06 %
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге

Ижтимағи һәм мәҙәни ойошмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүлексәһе — «Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы[15].
  • «Мәскәү башҡорттары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы[16].
  • «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы[17].
  • «Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы[18][19].
  • «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге[20].
  • Мәскәү башҡорт бейеүе ансамбле «Алтын ай»[21].
  • Мәскәү башҡорт халыҡ театры «Илһам»[22].

Мәскәү башҡорттарының күренекле вәкилдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы (14 июль 1923 — 23 декабрь 2016) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы (1946), авиация полковнигы (1967).
  • Сәғитов Марат Усман улы (8 июль 1925 йыл — 15 ноябрь 1988 йыл) — астроном-ғалим, гравиметрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979), СССР-ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986).
  • Абдуллин Бикжан Дауыт улы (23 февраль 1929) — Рәсәй Федерацияһының Юғары Судының отставкалағы судьяһы[23].
  • Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (1 ғинуар 1929 — 28 август 1995) — әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле рәсәй театр һәм кино актеры Никита Ефремовтың олатаһы.
  • Абдуллин Азат Хаммат улы (26 июнь 1931) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
  • Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2 апрель 1937) — ғалим, механик-математик, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000).
  • Корни́лова Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы (23 февраль 1939 — 14 май 2015) — табип-пульмонолог, фтизиатр, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
  • Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы (13 апрель 1940) — педагогия фәндәре кандидаты, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСРҙың һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944) — ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад һәм фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
  • Щербаков Салауат Александр улы (15 ғинуар 1955) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, профессор, Рәсәй художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы.
  • Насыров Илшат Рәшит улы (30 сентябрь 1960) — фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
  • Биҡҡолова Дилә Шәфҡәт ҡыҙы — медицина фәндәре докторы, профессор, табип анестезиолог-реаниматолог.
  • Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (29 март 1970 йыл) — билдәле рәсәй актеры.
  1. Демоскоп. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям: Московская губерния, в городах
  2. Труды Центрального статистического управления. Т. 18 : Сборник статистических сведений по Союзу ССР 1918—1923, 1924.
  3. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам России: Московская губерния, городское население, в том числе г. Москва
  4. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам России: Московская губерния
  5. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по регионам России: Москва
  6. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по регионам России: Московская область без г. Москвы
  7. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по регионам России: Москва
  8. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по регионам России: Московская область
  9. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по регионам России: Москва
  10. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по регионам России: Москва
  11. Демоскоп. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по регионам России: Московская область
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года 2011 йыл 20 апрель архивланған.: Население по национальности и владению русским языком по субъектам РФ 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
  13. Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2020 йыл 30 апрель архивланған.
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.
  15. https://vk.com/kurultaymoscow(недоступная ссылка)
  16. https://vk.com/bashkort.moscow
  17. http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/page/obshchestvennye-organizacii 2017 йыл 24 октябрь архивланған.
  18. https://vk.com/bashkortostan_students 2016 йыл 2 июнь архивланған.
  19. https://bashstudy.timepad.ru/events/
  20. https://vk.com/club73485488
  21. https://vk.com/alttin_ai
  22. https://vk.com/club92475700
  23. http://test.vsrf.ru/veterans.php 2018 йыл 7 июль архивланған.