Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары
Дәүләт  Рәсәй
Урын Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе
Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы штабы. Петроград, 1919

Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары — Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе территорияһында йәшәүсе башҡорттар диаспораһы. Был төбәккә улар төрлө йылдарҙа күсеп килгәндәр, автохтон халыҡ иҫәбенә инмәйҙәр. Ваҡытлы ғына йәшәп китеүсе башҡорттар шулай уҡ күп — студенттар, фәнни, миҙгелле эшкә килеүселәр килеп-китеп тора. Ҡалала башҡорт йәштәре үҙ йәмәғәт ойошмаһын булдырған.

Төбәктә башҡорттар һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына ярашлы 2002 йылға ҡарата башҡорттар һаны Рәсәй Федерацияһы субъекттары исемлегенә ингән, 2008 йылдың 1 мартына ҡарата административ-территориаль бүленештәге үҙгәрештәр иҫәпкә алынған.

Был мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 1 673 389 башҡорт, йәғни бөтә халыҡтың 1,15 проценты, йәшәй. Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса башҡорттарҙың һаны исемлегенән күренеүенсә, шуларҙың 2453 вәкиле Санкт-Петербург ҡалаһында һәм 1102-һе Ленинград өлкәһендә көн итә[1]


Төбәк Башҡорттарҙың дөйөм һаны Башҡорттарҙың проценты
Санкт-Петербург 2453 0,05
Ленинград өлкәһе 1102 0,07

Төбәктең башҡорт йәмәғәт ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары был төбәктә күпләп йәшәгән этник төркөмдәр иҫәбенә инмәһә лә, диаспора йәмғиәте , әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә бер нисә башҡорт йәмәғәт ойошмаһы эшләй:

  • Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары Конгресы (Ҡоролтай) - рәйесе Шакиров Рәлиф Радик улы. Конгресс ҡалалағы һәм өлкәләге барлыҡ башҡорт йәмәғәт ойошмаларын үҙ ҡанаты аҫтына алған, бергә эшмәкәрлек алып баралар
  • Санкт-Петербург Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы
  • "Башҡортостан" Мәҙәни үҙәге" Төбәк йәмғиәт ойошмаһы, етәксеһе Люция Ғафар ҡыҙы Буканова
  • "Аманат" Башҡорт йәштәре ассоциацияһы
  • "Юлдаш" Башҡорт-татар йәмғиәте - Ленинград өлкәһенең Гатчина ҡалаһы
  • "Татыулыҡ" Башҡорт йәмғиәте - Кронштадт ҡалаһы [2].

Йәмәғәт ойошмаларының барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт фольклор ансамбле – 1985 йылда Ленинград ҡалаһының Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайында ойошторола. Уның инициаторы ЛДУ тамамлаған Учалы егете Ғәзим Малаев һәм талант эйәләре, ленинградлы Зәйнетдиновтар ғаиләһе - Рәшит һәм уның ата-әсәһе була. Уларға төрлө яҡтан килгән һөнәрле башҡа милләттәштәр - - йәштәр һәм студенттар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, төрлө йәштәге һәм төрлө профессия кешеләре килеп ҡушыла. Ансамлгә "Ирәндек" атамаһы бирәләр.

Ишетеп ҡалған яҡташ тамашасылар арта бара. Ҡалаға эш буйынса ғына килгән кешеләр ҙә уны күреп китә.

Төньяҡ баш ҡалалағы башҡорт фольклор ансамбле тураһында иң беренсе мәҡәлә «Ҡыҙыл таң» гәзитендә донъя күрә. Авторы - Башҡорт дәүләт университеты ғалимы Үзбәк Ибраһим улы Ғимаҙиев. "Ҡәҙерле хәтирәләр" тигән мәҡәләһендә ул ансамбль тураһында осраҡлы ғына белеп ҡалыуын, хатта Өфөлә үҙешмәкәр башҡорт фольклор ансамле булмағанын яҙа. [3]

1989 йылда иһә ошо фольклор ансамбле нигеҙендә Ленинград ҡалаһында беренсе Башҡорт мәҙәниәт-мәғрифәт йәмғиәте ойошторола. Уның рәйесе итеп ошоғаса "Ирәндек" фольклор ансамбле етәксеһе булған, һөнәре буйынса врач Люция Ғафар ҡыҙы Буканова һайлана. Урынбаҫары - Рәмил Ниғмәтуллин, хәрби хеҙмәткәр, флот офицеры.

Йәмғиәт С.М. Киров исемендәге Мәҙәниәт йортонда урынлаша.

1995 йылда Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң петербург башҡорттары «Башҡортостан» Санкт-Петербург йәмәғәт ойошмаһын (СПбОО «Башкортостан») теркәй [4]

«Башҡортостан» милли мәҙәни ойошмаһын ойоштороусылар: Буканова Л.Ғ. (врач) - Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты һәм Президиум ағзаһы, Хәйруллин К.А. (эшҡыуар) - Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Аҡманов А.Ғ. (отставкалағы хәрби офицер) - ҡала аҡһаҡалдарынан [5] .

2015 йылда Йәмғиәт яңынан теркәлеү үтә һәм хәҙер Санкт-Петербург Төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Башҡортостан» Мәҙәни Үҙәге (ТЙО СПб Мәҙәни Үҙәге «Башҡортостан») тип атала [6]. Йәмғиәткә Л.Ғ. Буканова етәкселек итә.

2015 йылда Санкт-Петербург йәмәғәтселеге ике ҙур юбилей үткәрә: «Ирәндек» фольклор ансамблена - 30, «Башкортостан» Санкт-Петербург йәмәғәт ойошмаһына 20 йыл тула [7] .

1997 йылда Санкт-Петербургта Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы (БММА)ойошторола. Уның инициаторы Альмира Талха ҡыҙы Бикҡолова – академик, химия фәндәре докторы, шағирә һәм яҙыусы. Ул бынан тыш Санкт-Петербург Милләттәр Йортонда Күп милләтле яҙыусылар союзына да ойошторған шәхес. Ул ойошмаға 2013 йылға тиклем етәкселек итә. 2013 йылдан әлеге көнгә тиклем Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Л.Ғ. Буканова [8]

2005 йылда – Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойошторола. Уны ойоштороусы һәм рәйесе - Рәлиф Радик улы Шакиров.

2009 йыл – «Ирәндек» ансамбленең йәш ҡатнашыусылары инициативаһы буйынса «Аманат» Башҡорт йәштәре ассоциацияһы (БЙА «Аманат») ойошторола. «Аманат» БЙА-һының тәүге етәксеһе итеп Азамат Түҙбәков һайлана. Әлеге ваҡытта «Аманат»ҡа Нәзифә Иҫәнбаева етәкселек итә.

2015 йылда – «Гүзәл» тип аталған Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторола. Уның әлеге етәксеһе (2019) - Илүзә Йосопова.

2017 йылда – быуындар күсәгилешлеге маҡсаты менән Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе Башҡорттары конгресы -«Ҡоролтай»ы ойошторола һәм уның рәйесе итеп Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаған Шамил Моталов тәғәйенләнә.


Йәмғәтселек эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Санкт-Петербургта башҡорт диаспораһы йәмәғәт ойошмаларынан тыш «Башҡортостан» һәм «Ирәндек» тигән спорт, интеллектуаль уйындар командалары командалары барлыҡҡа килгән.
  • Санкт-Петербургта 1993 йылда Киров ис. Мәҙәниәт Йортонда "Мәктәп" йәкшәмбе мәктәбе асылған булған. Ул 1998 йылға тиклем эшләгән, әммә бинала урын булмау сәбәпле шул йылда уҡытыуҙы туҡтатырға мәжбүр була [9]. 2019 йылда Санкт-Петербург Милләттәр йортонда Йәкшәмбе мәктәбе яңынан эшләй башлай.
  • Ленинград өлкәһе Милләттәр йортонда Башҡорт мәҙәниәте музейы асылған [10]
  • «Санкт-Петербург hылыуҡайы» конкурсы үткәрелгән
  • Тәүге башҡорт театры «Аманат» ойошторолған.
  • Башҡорт КВН-ы - ШТК (шаяндар hэм тапҡырҙар командаhы) ойошторолған

Был ойошмалар даими рәүештә төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреп тора, Санкт-Петербург Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итә [11] .

Төбәк менән бәйле арҙаҡлы шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәтзәки Вәлидигә Санкт-Петербургта ҡуйылған һәйкәл

Башҡорттар ҡәҙимдән Рәсәйҙең мәркәз ҡалаһы Санкт-Петербург менән бәйләнеш тотҡан, ул төбәктең тарихына данлы биттәр яҙып ҡалдырған, үҙ өлөшөн индергән.

«Тау мәктәбен булдырыу тураһында» Тасимовтың тәҡдимен хуплап, 1773 йылдың 21 октябрендә (яңы стиль буйынса 3 ноябрҙә) Екатерина II Рәсәйҙә беренсе юғары техник мәктәбен булдырыу тураһында Сенат ҡарарын раҫлай. Ул кадет корпусы тип түгел, ә «дворян балаларынан тыш, башҡалар ҙа уҡый алһын өсөн» Тау училищеһы тип атала. Тау кадет корпусын тамамлаусы академик Дмитрий Соколов 1830 йылда үҙ хеҙмәттәренең береһендә: «Төпкөл ауылдан ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусына тәүге нигеҙ ташы һалыуына ышанырлыҡ түгел», — тип яҙа.

Санкт-Петербург тау академияһына Тасимовҡа таҡтаташ ҡуйылған.

  • Зәки Вәлиди 1914 йылда академик В. В. Бартольд тәҡдиме буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан ғилми тикшеренеү маҡсаты менән Бохара ханлығына командировкаға бара һәм шул уҡ йылды Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә Төркөстанға ғилми сәйәхәттәре тураһында доклад менән сығыш яһай[12].

1915 йылда Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһына Өфө губернаһы мосолмандарынан вәкил итеп һайланып, Петроградҡа бара һәм унда ул консультант эшен башҡара. 1916 йылда мосолман фракцияһы эргəһендə сəйəси эшмəкəрлеген башлай.

2008 йылда Санкт-Петербург дəүлəт университетының шəреҡ факультетында «Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төрки халыҡтарҙы өйрəнеү үҙəге» асыла[13]. Бында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[14]

  • Темир Мутин сотник, һуңыраҡ Гәрә волосының старшинаһы була. Темир Мутин Ете йыллыҡ (17561763) һуғышта ҡатнаша. 1759 йылда Темир Мутин Санкт-Петербургта императрица Елизавета Петровнаға бирелгәнлек (верность) белдергән башҡорт халҡы вәкилдәре делегацияһы составына инә. Иптәштәре менән берлектә Мутин Сенатҡа башҡорт ерҙәрен талап алыуҙы тыйыу һәм купчий ҡағыҙҙарын волостың бөтә халҡының рөхсәтенән генә ҡултамға менән нығытыу тураһында үтенес менән белдермә юллай. Темир Мутин 1759 йылда Санкт-Петербургта вафат була.
  • Низаев Әбүзәр Ғаяз улы - (19 июль 19147 ғинуар 1997) — Дан орденының тулы кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.Бөйөк Ватан һуғышы башланғас үҙ теләге менән фронтҡа киткән һәм 1941 йылдың июненән Ленинград районы Һауа оборонаһының 14‑се артиллерия дивизионында зенит орудиеһы командиры булып хеҙмәт итә. Блокада ваҡытында Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнаша.Блокаданан һуң 1944 йылдан Ленинград фронтының уҡсылар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 12 февралендә Ленинград өлкәһенең Луга тимер юл станцияһынан көнбайыштараҡ барған алыш барышында ҡул пулемёты менән дошмандың ике контрһөжүмен кире ҡағып, был алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1944 йылдың 24 февралендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
  • Әхәт Әхмәтйәнов -68-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы инструктор-снайперы, өлкән сержант. Барлығы 502 дошманды юҡ иткән (1944 йылдың 17 ғинуарына ҡарата). 1942 йылдың авгусынан Ленинград фронтының Ораниенбаум плацдармында хеҙмәт итә башлай [15]. 1942 йылдың 11 ноябрендә 83 дошманды юҡ иткәне һәм 25 снайпер әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына лайыҡ була. 1943 йылдың 5 июнендә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[16].

Ҡаһарман яугир иҫтәлегенә 2019 йылдың 8 майында Ленинград өлкәһе Дуҫлыҡ йортонда "бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай", Еңеү көнөнә арналған күргәҙмә асыла. Унда Башҡортостан Республикаһының Милли архивынан Ленинград фронтының мәргән снайперы Әхәт Әхмәтйәнов тураһында архив материалдары күрһәтелә[17].

Санкт-Петербургта йәшәгән арҙаҡлы шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы - (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Репортаж на телеканале "Санкт-Петербург" о дне РБ и башкирских блюдах
  • YouTube сайтында Видео О башкирах в Санкт-Петербурге
  • YouTube сайтында Видео Тай-Тулак. Башкиры в Питере

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Перепись населения 2002. Том4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 3. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2007 йыл 17 февраль архивланған.
  2. Постоянное Представительство Республики Башкортостан в городе Санкт-Петербурге 2019 йыл 14 май архивланған.
  3. Ү. Ғимаҙиев. Ҡәҙерле хәтирәләр - "Ҡыҙыл таң", 27 сентябрь, 1986 йыл
  4. Свидетельство о гос. регистрации № 204 ЮР от 25.10.1995 г.
  5. Маргарита Платова. Башкиры - дети природы. - Петербургский дневник, 2014 июль.
  6. Свидетельство о гос. регистрации ЮЛ от 19.05.2015 г., ОГРН – 1157800002359
  7. Юбилей башкир на берегах Невы - "Мы - вместе", 2016, март, сс. 45-50
  8. (Протокол совместной конференции общественных объединений башкир Санкт-Петербурга от 27.11.13)
  9. ВИДЕО учащихся Башкирской воскресной школы "МАКТАП" из Санкт-Петербурга, снятый в августе 1997 года
  10. Дом дружбы Ленинградской области
  11. Юбилей башкир на берегах Невы - "Мы - вместе", 2016, март, сс. 45-50
  12. Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.
  13. Башҡорт энциклопедияһы 2019 йыл 14 май архивланған.
  14. Дань памяти просветителю
  15. Арғынбаев К. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш [1] 2015 йыл 8 декабрь архивланған.Башҡортостан|, 2014
  16. Акт к награждению медалью «За оборону Ленинграда» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 6749, оп. 95427, д. 2)
  17. «НИКТО НЕ ЗАБЫТ, НИЧТО НЕ ЗАБЫТО»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]