Мөйөш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
«∠», мөйөштөң билдәләнеше

Геометрияла мөйөш – ул бер нөктәнән (мөйөштөң түбәһе) сыҡҡан ике нур (мөйөштөң яҡтары) ярҙамында барлыҡҡа килгән фигура. Мөйөштәр ғәҙәттә Евклид яҫылығы йәки Евклид арауығында ҡулланыла, әммә Евклид булмаған геометрияларҙа ла билдәләнгән. Мәҫәлән, сферик геометрияла сферик мөйөштәрҙе билдәләү өсөн нурҙар урынына әйләнәләрҙең дуғалары ҡулланыла.

Мөйөштө билдәләү өсөн 1634 йылда француз математигы Пьер Эригон тәҡдим иткән \angle билдәһе ҡулланыла.