Мөлөков Әнүәр Бәхти улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөлөков Әнүәр Бәхти улы
Тыуған көнө

25 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районы Иҫке Супты

Вафат булған көнө

8 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

Саҡмағош

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

уҡытыусы

Наградалары һәм премиялары
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Мөлөков Әнүәр Бәхти улы (25 август 1923 йыл8 ғинуар 2008 йыл) — уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Башҡорт АССР-ының уҡытыусылар съезы делегаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөлөков Әнүәр Бәхти улы 1923 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Иҫке Супты[1] ауылында тыуған.

Саҡмағош 1-се урта мәктәбен тамамлағас, Рапат урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай.

1942 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби әҙерлекте Ғафури районынын Красноусол ауылында яңы төҙөлгән 219-сы дивизияла үтә.

1943 йылда Өфө хәрби йәйәүлеләр училищеһына ебәрелә. Пулеметчиктар взводы командирына уҡый.

1944 йылдың йәйендә 300 курсант менән бергә 4-се Украина фронтына ебәрелә. 18-се армия составында өлкән лейтенант дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Житомир, Львов, Ивано-Франковск, Мукачево, Ужгород, Кошице янындағы хәрби операцияларҙа ҡатнаша.

1945 йылдың февраль башында Прагала Бейек Татр янында ауыр яралана. Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршы ала.

1945—1971 йылдарҙа Яңы Ҡото урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы, уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, директор булып эшләй.

1958 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә.

1971 йылдан Саҡмағош 1-се урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.

1985—1988 йылдарҙа — Саҡмағош 1-се урта мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, математика уҡытыусыһы булып эшләй.

1988 йылдан хаҡлы ялда.

Дөйөм педагогик стажы: 44 йыл.

2006 йылдың 8 ғинуарында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районына ҡарай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]