Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ҡатындары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡалып:Мухаммед

Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәре йәки өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) (ғәр. أمهات المؤمنين‎) - Мөхәммәд пәйғәмбәргә кейәүгә сыҡҡан ҡатындар. Билдәле тарихсы Әл-Мәсуди «Муружуҙ-ҙәһәб»[1] тигән китабында Пәйғәмбәребеҙҙең 15 ҡатыны булған, тип яҙа. «Сирейи-Ибн Һишам» китабында 11 ҡатын телгә алына[2], шулай уҡ копт Мәрйәм һәм Өммө-Шәрик Ғазийә исемдәре бар[3]. (Кардауи, Йософ туғыҙ ҡатынды иҫәпкә алған, мәгәр Хәдижә (Хәдисә) әйтелмәгән; Ибн Һишам әйтеүенсә, былар Пәйғәмбәребеҙҙән һуң вафат булған. Уотт, Монтгомери күп ҡәбиләләр Мөхәммәд Пәйғәмбәргә туған булып күренергә тырышыуын әйтә, ҡатындары һаны бик арттырып әйтелгән булыуы ла мөмкин. Ул Хәҙисәне (р.ғ.) лә телгә алып , 11 ҡатын һанай (ике кәнизәкте лә әйтеп үтә)[4]. Мәхәммәт Пәйғәмбәр ҡатындарына Аллаһы тәғәләнән дүрттән артыҡ ҡатынға өйләнеүҙе тыйыу килгәнгә тиклем өйләнгән булған.[5]. Ғиффәтле Ғәйшәнән (р.ғ) башҡа ҡатындары уға сыҡҡансы ирҙә булған. Һәммә ҡатындары ла өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) дәрәжәһенә эйә булған».

Ғәрәптәрҙә Исламға тиклем ғаилә (ҡыҫҡаса күҙәтеү)[үҙгәртергә]

Пәйғәмбәребеҙҙең хәләл ефеттәре тураһында хикәйәттәргә күсер алдынан шул замандың әхлаҡи мөхитен бер аҙ иҫкә төшөрөү кәрәктер. Балбалдарға табынған Мәккә халҡы тормош-көнкүрештә тәүфиҡһыҙ, эскелеккә, төрлө боҙоҡлоҡтарға батып йәшәгән. Ҡатын-ҡыҙға бик кәмһетеп ҡарағандар, уларҙың мираҫҡа хоҡуғы ла булмаған. Ер бүлгәндә лә иҫәпкә алынмағанлыҡтан, ҡыҙ баланы тыуыу менән йә бик бәләкәй сағында тереләй күмеү киң таралған.

Ғаилә ҡороу ниндәйҙер тәртипкә һалынмаған, мал кеүек, кем нисек теләй, шулай бәйләнешкә ингәндәр. Бер ҡатын әллә нисә ирҙе ҡабул итеүе тәбиғи һаналған, тыуған балаларын иһә ул кемдеке тип әйтһә, шул аҫрап үҫтергән. Абруйлы, дәрәжәле, бай нәҫелдәр генә был йәһәттән иплерәк булған, әммә ирҙәрҙең ҡатындары һаны сикләнмәгән. Ғүмер буйы бер-береһенә тоғро берлектәр ҙә булған, әлбиттә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдең ғаиләһе, уның иң яҡындары – хәләл ефеттәре, мосолмандарҙың рухи инәләре булараҡ, тәрән ихтирамға, һоҡланыуға, тормоштарын йәшәйеш һабаҡтары итеп өйрәнеүгә лайыҡ шәхестәр. Билдәле булыуынса, донъяның иң олуғ кешеһенең яҙмыш юлдарын бергә үтеү бәхете Аллаһ тарафынан 11 ҡатынға насип ителгән. 11 һайланмыш зат, фәрештәләргә тиңләрлек нурлы, хуш еҫле йәннәт баҡсаһына торошло мөслимә. Аллаһ үҙе һайлап Рәсүл тиклем Рәсүлгә тәғәйенләгән һәр тормош юлдашы - сәхәбәләр бейеклегенә күтәрелгән изге зат.

Хәҙисә р.ғ. ((Хәдиджә бинт Хүвәйлид)[үҙгәртергә]

Хәдижә бинт Хүвәйлид (ғәр. خديجة بنت خويلد‎, 555619) — Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең беренсе һәм вафатына тиклем берҙән-бер ҡатыны булған.Башҡа ҡатындарға Пәйғәмбәребеҙ ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә өйләнгән.

Рәсүлебеҙҙең тәүге хәләл ефете - Хәҙисә (Хәдиджә бинт Хүвәйлид) Мәккәнең ҡеүәтле ҡөрәйеш ырыуынан булып, бик бөтмөр, эшлекле, кешелекле, намыҫсан булараҡ даны таралған бай ҡатын. Таһира тигән ҡушаматы булыуы уның саф күңелле, пак шәхес булыуын иҫбатлай. Ул сауҙа менән шөғөлләнгән, кеше яллап, каруан оҙатҡан, сит яҡтарҙан ҡыҙыл мал ҡайтартҡан. Яллаған кешеләре араһынан Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм башҡаларға ҡарағанда табышлыраҡ эшләүе, бик намыҫлы, тоғро һүҙле булыуы менән Хәҙисә Инәбеҙҙең иғтибарын йәлеп иткән.

Хәҙисә Инәбеҙ был ваҡытҡа ике тапҡыр тол ҡалып, дүрт бала әсәһе булған. Шул уҡ ваҡытта ҡалала кәләш итеп алырлыҡ уға тиңләшерлек, унан да ҡыҙмалы зат күренмәгән – ифрат ҡеүәтле, абруйлы нәҫелдән, үҙе лә яҡшы даны сыҡҡан, бай, һөйкөмлө, аҡыллы, эшлекле ҡатын. Күптәр уға күҙ һалған. Үрҙә әйтеүемсә, ҡатын-ҡыҙ үтә лә түбәнһетелгән бер мәлдә уның йәмғиәттә шундай урын яулауы әйтеп бөткөһөҙ гүзәл сифаттарға эйә булыуын күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙ иһә, белеүебеҙсә, иртә атай-әсәйһеҙ ҡалып, дәрәжәле булһа ла урта хәлле генә туғандары араһында буй еткергән, үҙ көсөнә генә таянып тормош көткән. Әммә Хәҙисә Инәбеҙҙең күңелендә тап уға ҡарата мөхәббәт уты тоҡанған һәм туғандары аша ошоно белгерткән.

Рәсүлебеҙҙе аҫрап, егет ҡорона еткергән ағаһы Әбү Талиб Инәбеҙ Хәҙисәне уға әйттергән, һәм кешелек затының иң күркәм ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Мәһәргә егерме баш йәш дөйә бирелгән. Был ваҡытта Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә - 25, уның хәләл ефетенә - 40 йәш.

Ғаиләлә нур өҫтөнә нур өҫтәп алты бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Фатима, Өммөгөлсөм, Зәйнәб һәм Руҡайяны аталары оло мөхәббәт менән ҡабул итә, уларға йомшаҡ мөнәсәбәте, кешелеклеге менән бар йәмғиәткә үрнәк була. Ике улдары – Ҡасим менән Ғабдулла сабый сағында уҡ мәңгелек донъяға күсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ балалары ла ҡыҫҡа ғүмерле була һәм бары тик Фатима, атаһынан һуң бер нисә генә айға ҡалып, фаныйлыҡтан үтә.

Рәсүлебеҙгә үәхий (откровение) иңә башлауҙың тәүге шаһиты ла, уға Ислам таратыуҙа тәүге ярҙамсы һәм арҡалаш та була Хәҙисә Инәбеҙ.Иң беренсе булып Пәйғәмбәребеҙгә иңдерелгән динде Хәҙисә Инәбеҙ шул рәүешле бер тамсы ла шик тотмай ҡабул итә һәм артабан вафатына тиклем ошо ауыр вазифаны үтәүҙә иң яҡын арҡалашы ла, байлығы менән ярҙам итеүсе лә була.

Пәйғәмбәрлек вазифаһы ғаиләгә бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлебеҙҙе кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүкһендәрме, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлаһындармы, таш бәрһендәрме. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Рәсүлебеҙҙең туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар. Бик ныҡ өҙлөгә уның ғаиләһе менән нәҫел-нәсәбе. Шул шарттарҙа Хәҙисә Инәбеҙ иренең бар ғазаптарын бергә күтәрешә, уның күңелен күтәреүсеһе лә, кәңәшсеһе лә була, күҙ ҡарашынан аңлап, уның өсөн өлтөрәп тора. Буп-буш ҡалған тауар келәттәренә бер саҡ барып ингәс, Пәйғәмбәребеҙҙе йыуатыр йылы һүҙен дә таба.

Пәйғәмбәребеҙҙең нәҫел ебен дауам итергә тейешле аҫылдарҙан-аҫыл улдары вафат булыу ҡайғыһын да күтәрә бит әле ул. Хәҙистәрҙә риүәйәт ителеүенсә, Ябраил фәрештә бер килгәнендә Пәйғәмбәребеҙгә Хәҙисә бинт Һүвәйлидте ожмахта тыштан һис бер тауыш инмәҫ мәрйен йорт бүләк ителәсәге менән һөйөндөрөргә ҡуша. Хәҙисә Инәбеҙ менән йәшәгәндә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм башҡа бер кемгә лә өйләнмәй, ул тыуҙырған ожмах донъяһында йән тыныслығы табып, оло мөхәббәт менән 25 йыл йәшәй, Аллаһ тарафынан үҙенә шундай юлдаш бирелгәненә шөкрана ҡыла. Хәләл ефетенең вафатын ул бик ауыр кисерә һәм ғүмеренең ахырына тиклем уның яҡты рухын хөрмәтләп йәшәй.

Иң йәш, иң зирәк ҡатыны Инәбеҙ Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә хәтерләүенсә, Хәҙисә Инәбеҙҙең әхирәттәрен Пәйғәмбәребеҙ оло хөрмәт менән, ҡәҙерләп ҡаршы алып торорға ҡушҡан. Тәүге ҡатынын гел һағынып иҫләгәнен күреп, йәше көнсөлөк кисерә һәм үҙен күҙҙә тотоп, бер саҡ:

- Һин ниңә урты ҡыҙыл (йәғни, теше төшөп бөткән) бер ҡарсыҡты иҫләйһең дә ултыраһың, уның урынына Аллаһ яҡшырағын бирҙе ләһә! – ти.

- Юҡ, иң яҡшыһы ул ине, - тип яуаплай ире. – Барыһы ла мине алдаҡсы тип иҫәпләгәндә ул миңә ышанды. Бөтә кеше минең янымдан ҡасҡанда, мине күрмәмешкә-белмәмешкә һалышҡанда бер ул ғына миңә үҙ байлығын биреп ҡуйҙы. Бары тик унан ғына миңә Аллаһ балалар бүләк итте.

Сәүдә р.ғ.(Сәүдә бинт Зәмғә)[үҙгәртергә]

Сәүдә бинт Зәмғә (ғәр. سودة بنت زمعة‎, ингл. Sawda bint Zamʿa) — Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең икенсе ҡатыны,уға Рәсүлебеҙ Хәҙисә р.ғ. вафатынан һуң, 53 йәшендә, Мәҙинәгә күскәс өйләнә.

Хәҙисә Инәбеҙ хәләл ефетенә пәйғәмбәрлек иңгәненә 10 йыл тигәндә яҡты донъяны ҡалдырып киткәс, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Сәүдә бинт Зәмғә менән никахлана. Сәүдә Инәбеҙ тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул итеүселәрҙән. Эҙәрлекләүҙәргә сыҙамай, динен һаҡлар өсөн ул хәләл ефете Сакран ибн Әмир менән Хәбәшстанға (Эфиопияға) сығып китә. Бар мал-мөлкәте, йорттары Мәккәлә ҡала. Яңы урында Сакран ибн Әмир ауырып китә һәм кире ҡайтырға мәжбүр була. Ошонда ул ер ҡуйынына инә, һәм Сәүдә биш балаһы менән тол ҡала. Ифрат ипле, алсаҡ, тоғро һәм диндар, ярайһы уҡ оло йәштәге (ул саҡта кеше ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫтә тотоп) был ҡатын ниндәй һынауҙарға осраһа ла Исламдан сыҡмай, сабырлыҡ менән балаларын тәрбиәләй.

Пәйғәмбәребеҙ, белеүебеҙсә, хәләл ефетенең вафатына бик ҡайғыра, ауыр кисерә. Ә Исламды таратыу, уны нығытыу йәһәтенән әллә күпме эш, кафырҙарҙың хөсөтө, мәкере артҡандан-арта бара. Һәммә донъя мәшәҡәттәрен, әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙҙарының хәстәрҙәрен дә шундай уҡ түҙемлек менән күтәрә. Ҡырҡҡа ярылырҙай саҡтары әҙ булмағандыр тол ирҙең.

Сәүдә Рәсүл тиклем кешегә лайыҡлы ҡатын була алырына шикләнә. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм үҙе килә тол ҡатын йортона. Ә унда береһенән-береһе вағыраҡ балалар ҡымжый, әсәләрен әле береһе, әле икенсеһе тартҡылай. Йүнләп һөйләшергә лә мөмкинлек юҡ. Ошо етемдәргә ҡарап, үҙ етемдәрен иҫенә төшөрөп, Пәйғәмбәребеҙҙең күңеле нескәрә, улар хаҡында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә алырға ҡарар итә.

- Аллаһтың рәхмәте булһын үҙеңә. Сабыйҙарын тәрбиәләүгә бар көсөн һалған, ауырлыҡтарҙы сабыр күтәргән ҡатындар – Аллаһ ҡаршыһында иң һөйөклөләр. Үҙеңә шаһит итеп берәй ир туғаныңды тәғәйенлә, беҙҙең никахты теркәшер, - тип тәҡдим яһай ул.

Әйтергә кәрәк, Ислам ҡабул итеүселәрҙең ата-әсәһе, туғандары йыш ҡына элекке инаныстарында ҡала. Сәүдәнең дә атаһы ул ваҡытта әле мосолман булмаған. Әммә ҡыҙын Пәйғәмбәребеҙгә бирергә ризалашҡан, уның яҡшы яҡтарын күреп, ихтирам итә.

… Апаһы һоратылған саҡта хажда йөрөп ҡалған ҡустыһы Ғәбид уның кемгә кейәүгә сыҡҡанын белгәс, ризаһыҙлығын күрһәтеп шул ваҡыттағы ғәҙәт буйынса сәсен йолҡоп, башына тупраҡ һибергә тотонған. Ул да әле Исламды ҡабул итмәгән, баҡһаң. Һуңғараҡ, мосолман булып киткәс, был хаҡта иҫкә төшөрөүҙәрен яратмаған, бик оялған һәм, ошо ҡылығымдан да көлкөрәк күренеште белмәйем, ти торған булған.

Сәүдә Инәбеҙҙең алдағы бар ғүмере хәләл ефетенә һәм балаларына бар күңелен, ихласын, тырышлығын һалып хеҙмәт итеүгә бағышлана. Хәҙисә Инәбеҙҙең ҡыҙҙары Фатима менән Өммөгөлсөмгә лә ул үҙ әсәләрендәй булырға тырыша, улар хаҡында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Хатта Ғәйшә Инәбеҙ көндәш булып килгәс, уға ла ярарға тырышып тора, үҙенең нәүбәтен уға бирә.

Сәүдә донъя ҡуйғас, уның ошо аҙымын хәтерләп, Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә, киң күңеллелектә, кеше йәнле булыуҙа Сәүдә бинт Зәмғәгә оҡшарға теләүен әйтә торған булған. Ысынлап та, был ҡатын һәр саҡ башҡаларҙың күңелен күрергә тырышҡан, ҡулында бер ваҡытта ла артыҡ мал тотмаған, килеп ингәнен гел мохтаждарға таратҡан. Туғандарын, яҡындарын өгөтләп, Һижрәгә тиклем үк әле Исламға индереп бөтә.

Мосолмандарға ҡаршы яуҙарҙа Сәүдә Инәбеҙ ҙә ҡатнашҡан: яугирҙәрҙең яраһын бәйләгән, һыу ташыған. Тиҫтәләрсә сәхәбәләр ятып ҡалған был һуғышта уның да һәләк булыуы ихтимал ине, әммә Ислам, Пәйғәмбәребеҙ хаҡына ул ғүмерен дә йәлләмәгән.

Хәләл ефете Бәхилләшеү хажына барғанда ул да бергә булған. Белеүебеҙсә, Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм ҡатындарына кесе хаж – үмрә хажы ҡылырға рөхсәт иткән һәм уларға бағышлап ҡорбанға һыйыр салдыртҡан. Хаж ҡылыу тәртибен бөтә нескәлектәре менән аңлатып, күрһәтеп сыҡҡас, ул хөтбә һөйләгән:

- Һеҙҙең ҡатындарығыҙға хаҡығыҙ булған кеүек, уларҙың да һеҙгә хаҡы бар. Ҡатындарығыҙға миһырбанлы булығыҙ, сөнки уларҙың үҙҙәре өсөн бер нәмәһе лә юҡ. Һеҙ уларҙы Аллаһ алдында вәғәҙә биреп алдығыҙ, Аллаһ һүҙе менән уларға хужаһығыҙ – шуның өсөн һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ. Мин һеҙгә аныҡ күрһәтмәләр ҡалдырҙым – улар Аллаһтың Китабы һәм Уның Рәсүленең сөннәте, шуларға йәбешһәгеҙ, бер ҡасан да яңылышмаҫһығыҙ.

Сәүдә Инәбеҙ башҡаса хажға ла, үмрәгә лә бармай. Сәбәбен һорағас, Аллаһтың ҡушыуын боҙорға теләмәйем, тип яуап бирә. Ҡөръәндә Пәйғәмбәр ҡатындарына һалынған тыйыуҙарҙы күҙҙә тотоп әйтә ул. Ул етмештән уҙып, хәҙрәти Ғүмәр хәлифә саҡта йән бирә.

Ғәйшә р.ғ (Әишә бинт Әбү Бәкр)[үҙгәртергә]

Ғәйшә бинт Әбү Бәкр (ғәр. عائشة بنت أَبي بكر‎; Ҡалып:ДР, Ҡалып:МРҠалып:ДС, Ҡалып:МС) — Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ғиффәтле килеш алған берҙән-бер ҡатыны, сәхәбә Әбү Бәкр ҡыҙы.

...Мәккә ҡалаһы янындағы иң яҡын микат (ихрам - хаж кейемдәре кейенеп, хажға әҙерләнеү урыны) – Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә мәсете. Нурлы был ғибәҙәтхана Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдең ситдиҡи (ғәр. - тура һүҙле, ғәҙел, тоғро) хәләл ефете Ғәйшә р.ғ. исемен йөрөтә. Иҫтәлеге мәңгеләштерелгән был аҫыл заттың исеме Ислам тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Әишә бинт Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ, йәғни Ситдиҡ ҡушаматлы Әбү Бәкер ҡыҙы Ғәйшә - Рәсүлдең өсөнсө хәләл ефете. Әммә ул Хәҙисә Инәбеҙ үлгәндән һуң беренсе итеп һоратылған ҡыҙ бала, ә никахланыу ул балиғ булғанға тиклем кисектерелеп торған. Пәйғәмбәребеҙҙең ғиффәтле килеш алған беренсе ҡатыны ул.

Ҡыҙҙың атаһы ир-егеттәр араһынан тәүге булып Ислам ҡабул итеп, күренекле сәхәбәләр (ғәр. - дуҫ, юлдаш; Рәсүлдең көрәштәштәре) иҫәбенә ингән. Был ир азаматын миһырбанлы, мәғлүмәтле, тәүфиҡлы булғаны өсөн бик ихтирам иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ кисергән иң ауыр ваҡиғаларҙа һәр саҡ янында булып, һуңғы юлына киткәндә лә уның ҡулынан Ислам әләмен күтәреп алып ҡалған шәхес.

Ғәйшәнең никахҡа ингәндәге йәшен төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә атайҙар, үтә йәш булған, тип тә әйткеләйҙәр, һәм шуны ғәйеп күреүселәр ҙә етерлек. Был мәсьәләлә беҙ бөгөнгө көн ҡарашынан сығып түгел, ә ул саҡтағы мөхитте, ысынбарлыҡты иҫәпкә алып фекер йөрөтөргә тейешбеҙ. Кеше ғүмере уртаса утыҙ йылдан уҙмаған бер ваҡытта донъяға бала килтереп, уны аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп өлгөрөргә кәрәк булған заманда иңгән бит Ислам. Шуның өсөн дә ир баланы ла, ҡыҙ баланы ла икенсел енси үҙенсәлектәре күренә башлау менән өйләндерергә ашыҡҡандар ҙа инде боронғолар. Хатта Шекспир заманында әле Европала был тәбиғи булған. Мәғлүм булыуынса, бар донъя белгән, мөхәббәттәре гүзәллегенә һоҡланған Ромео Джульеттаһының ғүмере бары 12 йәш.

Йәмәғәт эштәрендә лә, көнкүрештә лә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттә, һәр һүҙен, ҡылығын, теге йәки был осраҡтарҙа ниндәй хөкөм сығарғанлығын тасуирлаған меңдәрсә хәҙистәр яҙып алынған, һәм тап улар Пәйғәмбәр Сөннәтен тәшкил итә лә инде. Уларҙың күп өлөшө - Ғәйшә р.ғ. хәтирәләре. Исламға йәне-тәне менән бирелгән, Рәсүлебеҙҙе оло мөхәббәт менән яратҡан, зирәк аҡыллы, һәм уның һәр аҙымын хәтеренә бикләп барған ошо ҡатынға бәйле аяттар ҙа иңгән Изге Китабыбыҙға. Тормош ифрат ҡатмарлы һәм һәр осраҡта яңы сиселеш талап итә. Пәйғәмбәребеҙ баҡый донъяға күскәндән һуң да мөмкин тиклем оҙаҡ йылдар тап уның сөннәтен яҡшы белеп, бик гүзәл шәкелдә аңлатырлыҡ кеше булыуын хәстәрләгән бит Аллаһы Тәғәлә. Рәсүлебеҙҙең балалары ла, сәхәбәләре лә ҡатыны Ғәйшә күргән, белгән, отҡан тиклем булдыра алмаҫ ине. Ислам юриспруденцияһындағы иң көслө 7 ғөләмә иҫәбенә ингән шәхес ул.

Бик бай кеше балаһы булып, иркәлектә үҫһә лә, йәш ҡатын Пәйғәмбәребеҙ яҙмышына төшкән һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы сабыр күтәрешә. Өйҙәрендә турғай суҡырлыҡ ҡына тәғәм булмағанда ла, айҙар буйы усаҡҡа ут ҡабыҙылмағанда ла ул иренә ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, хәтерен ҡалдырырлыҡ бер һүҙ әйтмәй. Сәфәрҙәрендә, яуҙарҙа һәр саҡ янында була, яралыларҙы тәрбиәләшә. Туғыҙ йылдан ашыу ул Рәсүлебеҙҙең иң яҡын кешеһе генә түгел, иң тырыш, иң зирәк уҡыусыһы ла була. Ғәйшә Инәбеҙ хатта ябай ғына эштәрҙә лә һәр аҙымын Ислам тәғлимәтенә ярашлы яһарға тырышҡанлыҡтан, иренә бик күп һорауҙар бирә һәм хатта ҡайһы берәүҙәре буйынса Пәйғәмбәребеҙ Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, үәхий ала. Ниндәйҙер сәфәр ваҡытында Ғәйшә Инәбеҙ муйынсаһын юғалтып, эҙләп йөрөгән арала сәхәргә ваҡыт етә яҙа. Эргәләге һыу тәһәрәт алырға етмәй. Тап ана шул хәлдән һуң яҡында һыу булмаған осраҡта намаҙ ваҡыты сығып барғанда тәйәммүм алырға, йәғни, ҡом йәки тупраҡ менән тәһәрәтләнергә рөхсәт бирелә.

Хәҙерге көндә бар мосолман ҡатындары Ҡөрьән Кәримдә үҙҙәрен ғәйбәттән, яла яғыуҙан, хөсөттән яҡлаған аят булыуы менән дә Ғәйшә Инәбеҙгә бурыслы. Уның рәнйешле, әсе күҙ йәштәре, ә Пәйғәмбәребеҙҙең айҙан ашыу йөрәгенә ҡан һауҙыртыуы аша иңә был аят. Яуға йүнәлгән ваҡыттарҙа Аллаһ Илсеһе ҡатындарынан йәрәбә һалдыртып үҙе менән ала торған була. Бер ырыу менән һуғышҡа мөбәрәк ире менән Ғәйшә Инәбеҙ юллана. Ҡайтып килешләй ҡараңғыға ҡалып, шунда төн үткәрәләр. Ҡатын хәжәте менән ситкәрәк киткәндә муйынсаһы өҙөлөп ҡала. Ҡараңғыла таба алмағас, таң менән эҙләргә була. Бер кемгә лә әйтмәй, иртә менән теге урынға барып биҙәүесен эҙләп йөрөгәндә каруан ҡуҙғалып китә, уның юҡлығын абайламайҙар.

Ғәйшә Инәбеҙ әйләнеп килгәс, үҙен ҡалдырып киткәндәрен аңлай һәм эҙләп киләсәктәренә ышанып, шул урындан ҡуҙғалмай. Артта дошманды күҙәтергә ҡалған Сафуан ибн Муғаттал исемле һағауыл килеп сыға һәм Ғәйшә Инәбеҙҙе күрә. Ҡатынды дөйәһенә ултыртып, яугир каруанды ҡыуа китә һәм төш етәрәк уны барып таба.

Ғәйшә Инәбеҙ ҡайтыу менән бик ҡаты ауырып китә. Ә мосолмандар араһында уның тураһында ғәйбәт тараталар.

Аллаһтың рәхмәте, ыПәйғәмбәребеҙгә үәхий иңә һәм “Ән-Нур” сүрәһенең 11-се аятынан ошо тетрәндергес ваҡиға айҡанлы гонаһһыҙ килеш һүҙгә ҡалған ҡатындарҙы заман ахырына тиклем яҡлар ҡанун үҙ урынын ала. Был аяттарҙа ғәйбәт сығарыусы ғына түгел, һүҙ таратыусылар ҙа берҙәй ғәйепләнә. “Дөрөҫлөктә, халыҡты Исламдан биҙҙерер өсөн мөьминдәр тураһында яманатттың һәм ғәйбәттең таралыуын яратыусы кешеләргә донъяла һәм Ахирәттә рәнйетеүсе ғазап. Эштең хәҡиҡәтен Аллаһы Тәғәлә белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ” (“Ән-Нур”, 19-сы аят). Шулай уҡ зина ҡылыу тураһында хәбәр таратыусы 4 шаһит күрһәтергә тейеш икәнлеге ҡанун көсөнә инә. Шунан кәм булғанда, ғәйбәтсе үҙе ҡаты яза аласаҡ.

Ғәйшәнең ғәйепһеҙ икәнлеге беленгәндән һуң Пәйғәмбәребеҙ ғәйбәт таратыусы Мистәхҡә матди һәм мәғәнәүи ярҙам күрһәтмәҫкә ант итә. Әммә Аллаһы Хаҡ Тәғәләнән уға быны тыйып, яңы аяттар килә: “…меҫкен-мохтаждарға, Аллаһ юлында һижрәт ҡылыусыларға (Мистәх фәҡир һәм моһажирҙәрҙән булған) аҡсалата ярҙам итмәҫкә ант итмәһен. Фазиләт эйәләре уларҙың гонаһтарын ғәфү итһендәр. Уларҙан үс алыуҙан тыйылһындар. Үҙегеҙ Аллаһы Тәғәләнең ғәфү итеүен һөйгән кеүек, үҙегеҙ ҙә башҡаларҙың гонаһтарын кисерегеҙ” (“Ән-Нур”, 22-се аят).

Ошонан һуң Рәсүлебеҙҙең һәм Ғәйшә Инәбеҙҙең мөхәббәтенә тары бөртөгөндәй ҙә күләгә төшмәй, Рәсүлебеҙ һуңғы һулышын да һөйөклө ҡатынының тубығында ала. Үлемесле ауырып киткәс, Пәйғәмбәребеҙҙең хәлен аңлап, һәммә ҡатындары ла үҙ нәүбәтен Ғәйшә Инәбеҙгә бирә.

18 генә йәшендә тол ҡалып, мөьмин-мосолмандар Инәһе ғүмерен Ислам тәғлимәтен таратыуға, ҡеүәтләндереүгә бағышлай. Тол ҡалған Пәйғәмбәр ҡатындарына башҡа кешегә тормошҡа сығыу тыйылыуы хаҡында аят килгәнлектән, улар һәммәһе лә ошо ҡанунға буйһона. Араларында иң йәше Ғәйшә Инәбеҙ була… Уның мәктәбендә күптәр белем ала, ҡатын-ҡыҙҙар бик күп хәҙистәрҙе отоп алып, халыҡ араһында тарата. Ҡатын-ҡыҙ булһын, ир-ат булһын, сетерекле осраҡтарҙа кәңәш һорап, уға мөрәжәғәт итә. Иң күренекле сәхәбәләр ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сискәндә тап унан берҙән-бер дөрөҫ яуап алғаны мәғлүм. Ислам ҡануниәте (фикһ) өлкәһендә иһә 7 иң ҙур ғөләмәнең береһе булған. Шуның өсөн дә ҡатын-ҡыҙ зиһенен, зирәклеген кәмләү һис урынһыҙ.

Шәриғәтте нығытыуҙа Ғәйшә Инәбеҙ һалған өлөш баһалап бөткөһөҙ, 2210 ышаныслы хәҙис ҡалдырып, ул төп 5 хәҙиссе (мүҡсирүн) иҫәбенә ингән.

Шундай хәҙистәрҙең береһе:

Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер саҡ уны үҙ янына саҡырып алған да:

- И Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйсә йоҡларға ятма: 1 – Ҡөрьәнде тотош уҡып сыҡмай тороп; 2 – минең ризалығымды һәм миңә тиклемге һәммә пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; 3 – иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә ирешмәй тороп; 4 – хаж ҡылмай тороп.

- Атам-әсәм менән ант итәм, шул ҡыҫҡа ғына арала быны эшләп өлгөрә алмаясаҡмын, - тип аптырай ҡатын.

- Шунан да еңеле юҡ, - тип көлөмһөрәй Рәсүлебеҙ. - Өс тапҡыр “Әл-Ихлас” һәм бер тапҡыр “Фәтиха” сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың. Салауат әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге пәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың. Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Алланан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә ирешерһең. “Сүбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир” кәлимәһен әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың.

Ғәйшә Инәбеҙ Пәйғәмбәр ҡатындарына ҡуйылған ҡаты талаптарҙы һәр бер нескәлегенә иғтибар итеп ҙур тырышлыҡ, нескәлек менән үтәп кенә ҡалмай, башҡаларға ла үрнәк була, кешеләрҙе инандырырылыҡ итеп һөйләй ҙә белә. “Дингә ҡағылышлы яңы ниҙелер ишетһә, төбөнә төшөп төпсөрләмәй, тулыһынса аңлар хәлгә етмәй тороп, туҡтамаҫ ине, - тип хәтерләйҙәр уның хаҡында замандаштары. - Белем тулы затлы һауыт кеүек ине ул”.

Әл-Әхнәф бин Ҡайс исемле сәхәбә: ”Әбү Бәкерҙең, Ғүмәрҙең, Усмандың һәм башҡа хәлифәләрҙең ни тиклем матур вәғәз һөйләгәндәрен ишеткәнем бар ине. Әммә уларҙың береһе лә йөрәгеңә үтеп инерлек, илһамландырғыс һәм сағыу итеп сығыш яһауҙа Ғәйшәгә еткерә алмай ине”, - тип әйтеп ҡалдырған. Муса ибн Талха ла ошоно раҫлаған.

Ғәйшә р.ғ. – шәриғәтте, Ислам ҡануниәтен нығытыуға, ғәмәлгә ашырыуға иң күп өлөш индергән ғалимә. Ул 64 йәшендә, үҙе артынан баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫ ҡалдырып, баҡый донъяға күсә.

Хафса р.ғ. (Хафса бинт Ғүмәр)[үҙгәртергә]

Хәҙрәти Ғүмәр – Ислам донъяһының икенсе хәлифе, Пәйғәмбәребеҙҙең ерҙәге вәкиле, ул да ҡөрәйеш ырыуынан. Ғаиләһе, шул иҫәптән ҡыҙы Хафса ла, атаһы менән бер ваҡытта иман килтергән. Хафса уҡый-яҙа белгән, бик белемле, ҡыйыу ҙа, үҙ һүҙле лә ҡыҙ булған. Ғүмәр раҙыяллаһу ғәнһү ҡыҙын сәхәбәләрҙең береһе Хунайс ибн Хузафаға кейәүгә бирә. Тарихҡа Бәҙер яны һуғышы тип инеп ҡалған алышта Хунайс ҡаты яралана һәм Мәҙинәгә ҡайтҡас, шәһит үлеме менән донъялыҡтан үтә. Егермеһе лә тулмаған Хафса тол ҡала.

Һижрәнең өсөнсө йылында шәғбән айында Хафса Инәбеҙ өсөнсө ҡатын булып Пәйғәмбәребеҙ йортона инә.

Хафса төҫкә матур түгел, етмәһә, баш бирмәүсәнерәк, ғорурыраҡ һәм ҡайһы саҡ хатта Пәйғәмбәребеҙ менән телләшеүҙән дә тартынып тормай. Ҡыҙының көндәше Ғәйшә менән һыйыша алмауына көйөнөп, хәҙрәти Ғүмәр: “Һин дә, хатта мин дә Пәйғәмбәребеҙ алдында Ғәйшә һәм уның атаһы юғарылығында була алмайбыҙ”, - тип тыя, өгөтләй.

Әммә сая, үҙ һүҙле Хафса атаһының кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай, буйһонмауын дауам итә. Хәҙрәти Ғүмәр үҙе был хаҡта һөйләп ҡалдырған. “Беҙ, ҡөрәйештәр, ҡатындарҙы буйһондороп тоторға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Мәҙинәгә күсеп килгәс, уларҙа ҡатындар үҙен бик ирекле тотоуын, ҡайһы саҡ өйҙә баш булыуын күрҙек. Улар ыңғайына беҙҙең ҡатындарҙың да теле сыға башланы. Бер мәл ҡатыным еңешеп алып китте лә, мин ныҡ ҡына итеп һуҡҡас: “Нишләп миңә бәхәсләшергә бирмәйһең, хатта Рәсүлебеҙҙең ҡатындары уның менән әрепләшә, ҡайһы саҡ хатта кискә тиклем уның менән һөйләшмәй йөрөйҙәр”, - тимәһенме. Хафса ҡыҙым янына барҙым да: “Әсәйеңдең әйткәндәре дөрөҫмө?” – тип һораным. Эйе, ти был. “Кемегеҙ шулай эшләй, үҙенә генә зыян килтерә. Пәйғәмбәребеҙҙең асыуын килтергән өсөн Аллаһы Тәғәләнең язаһы булмаҫ тип уйлайһығыҙмы? Аллаһтың асыуын алһағыҙ, бөттөгөҙ! Рәсүлебеҙ менән телләшмә, йәненә теймә. Кәрәк булһа, минән һора, минең менән кәңәшләш”, - тип асыуландым. ( Хәҙис. - Әл-Бохари, Мөслим, әт-Термизи һәм ән-Нәсәғи).

Пәйғәмбәребеҙ ҡатындарына ҡарата бик сабыр, күркәм мөғәмәлә итеүе менән үрнәк булып тора. Шул уҡ әл-Бохари менән Мөслим яҙып алған хәҙистә Пәйғәмбәребеҙҙең был мәсьәләгә нисек ҡарағанын күрәбеҙ:

“Ҡатын-ҡыҙ, ысынлап та, кәкре ҡабырғанан яралтылған, ул бер ваҡытта ла һинең өсөн турайып китмәйәсәк. Әгәр унан ләззәтләнгең килһә, кәкрелегенә лә ҡарамай ләззәтлән, мәгәр һин уны турайтырға уйлаһаң, һындырырһың. Һындырҙыңмы, айырылмай ҡалмаҫһың”. Ҡатын-ҡыҙ асылына, уның булмышына, психологияһына иң тоғро баһа был. Ир ҡатындың диндән сыҡмаған кире сифаттары тыумыштан, Инәбеҙ Һаууанан икәнен аңларға һәм күп нәмәләргә бармаҡ аша ҡарарға тейеш. Ҡатындарын ҡәҙерләгән мөьмин-мосолманды Рәсүлебеҙ хатта өммәтенең иң күркәм ағзалары тип иғлан иткән.

Ҡөрьән Кәримдең “Ниса” (“Ҡатын-ҡыҙ”) сүрәһендә 19-сы аят бына нимә ти: “Ҡатындарығыҙ менән яҡшылыҡ һәм инсаф юлы менән, йәғни шәриғәт буйынса йәшәгеҙ. Әгәр һеҙ ҡатындарығыҙҙы мәҡрүһ (яраҡһыҙ) күрһәгеҙ һәм уларҙы теләмәһәгеҙ, сабыр итегеҙ. Һеҙ бер нәмәне яратмаҫһығыҙ, әммә Аллаһы Тәғәлә ул нәмәлә һеҙҙең өсөн күп хәйер һәи изгелектәрҙе ҡылыр. Йәғни бер эш тыштан һеҙҙең өсөн ауыр булһа ла, был эш һеҙҙең өсөн файҙалы булыр. Шуның хаҡында күп әжер-сауаптар табырһығыҙ”. Пәйғәмбәребеҙ шул ҡанунға ярашлы йәшәгән дә инде. Әммә ҡатындарына ул иргә мөнәсәбәт тәрбиәһен дә биргән.

Пәйғәмбәребеҙ тормошондағы бик ваҡ ҡына нәмәләр, хатта уңайһыҙ хәлдә ҡалған мәлдәре лә, тарихта теркәлеп ҡалған. Быларҙы ул йәшермәгән дә, сөнки һәр саҡ ябай кеше икәнлеген, бары тик ваҡыты-ваҡыты менән Аллаһынан үәхи иңеүе менән генә айырылғанын үҙе үк тәҡрар итеп торған бит.

Рәсүлебеҙ сәхәбәләргә: “Рөхсәт ителгән ғәмәлдәрҙән айырылыу – Аллаһ Хаҡ Тәғәлә тарафынан иң өнәлмәгәне”, - ти торған булған. Ҡатыны хатта бик ҙур ғәйеп ҡылған хәлдә лә, үкенес белдереп, иренә ярарға тырышып йәшәй башлаһа, еңел яза ғына биреп, уны тыныслыҡта ҡалдырырыға ҡушыла динебеҙҙә. Аллаһ Илсеһенең ғаилә тормошондағы бер ваҡиға ла осраҡлы түгел, ә шәриғәттә ҡарар, хөкөм сығарыу нигеҙе. Ошондай ҡытыршылыҡтар тыумаһа, Рәсүлебеҙҙең ҡатындары иҫ киткес камил булған, ул шуға айырылмаған, тип, ҡатындарының саҡ ҡына кәмселеген дә күтәрмәй, ирҙәрҙең насар мөғәмәлә итеүенә, анһат ҡына айырылышыуына сәбәп ҡалыр ине.

Әйтергә кәрәк, Хафса р.ғ. динде ныҡлы өйрәнгән, сабырлыҡҡа, күндәмлеккә ынтылған. Көндөҙ ураҙа тотһа, төндәрен намаҙға ойоп уҙғарған. Ул да бит, Пәйғәмбәребеҙҙең башҡа ҡатындары кеүек үк, ярлы йәшәгән. Берҙән-бер юрғанын йәйен яҫтыҡ итеп тотонһа, ҡышын бөркәнеп йөрөгән. Шуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да зарланмаған, шөкөр итә белгән. Атаһының өгөтө лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Пәйғәмбәребеҙ Ислам тәғлимәте буйынса һөйләгәндә, бик урынлы һорауҙар бирә белеүе һәм тейешле һығымта сығарып ҡуйыуы менән олуғ шәхескә лайыҡлы аҡыллы, зирәк ҡатын икәнлеген дә иҫбатлаған ул.

Рәсүлебеҙ донъя ҡуйғандан һуң да ул Исламиәттә мөһим урын биләгән. Билдәле булыуынса, Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән һуң хәлиф булып Ситдиҡи Әбү Бәкер ҡалған һәм тап ул Ҡөръән Кәримде бер китап итеп туплатҡан. Ошо берҙән-бер дана икенсе хәлиф Хәҙрәти Ғүмәргә мираҫ ителгән. Үлемесле яра алғас, ул иһә ҡәҙерле Изге Китапты ҡыҙы Хафсаға ышанып тапшырған. Алланан иңдерелгән Ҡөрьән Кәримде һаҡлап тотоу яуаплылығы һалынған һайланмыш зат булған ул Хафса р.ғ! Дошман күҙенән, хаслылар ҡулынан ҡурсып, бер юлын да, һүҙен дә юғалтмай, өсөнсө хәлиф Уҫман раҙыяллаһу ғәнһү ҡулына тапшырғансы ентекләп һаҡлай ул Ҡөрьән Кәримебеҙҙе. Берҙән-бер шул китап юғала ҡалһа, ниндәй оло фәжиғә булыр ине кешелек өсөн! Хафса Инәбеҙ алтмышлап хәҙис ҡалдырған. Алтмыш йәшендә вафат булып, Пәйғәмбәребеҙҙең башҡа ҡатындары янында, Йәннәт әл-Баҡый зыяратында ерләнгән.

Зәйнәб р.ғ. (Зәйнәб бинт Һүзәймә)[үҙгәртергә]

Рәсүлебеҙҙең ике хәләл ефете Зәйнәб исемле булғанлыҡтан, беҙ уларҙы аталарының исемен дә ҡушып телгә алырбыҙ. Уларҙың исемдәре генә түгел, есемдәре лә оҡшаш булған, һәр икеһе иҫ киткес миһырбанлы, йомарт, нескә күңелле булыуҙары менән халыҡтың иҫендә ҡалған. Һүзәймә ҡыҙы Зәйнәб бөтә Ғәрәбстанда ҡыйыу һуғышсылары менән дан тотҡан көслө һәм ишле ырыуҙан булып, Ислам иңгәнгә тиклем үк әле ярҙамсыллығы, шәфҡәтлелеге өсөн Өммө Меҫкен, йәғни, Меҫкендәр Инәһе тигән ҡушаматҡа лайыҡ булған мөхтәрәм зат. Фәҡир-фоҡара янынан ул тыныс ҡына уҙа алмаған, хатта хәйерселәрҙе үҙе эҙләп табып, тамаҡтарын туйҙырып, ниндәйҙер ярҙам күрһәтеп китер булған.

Зәйнәб Инәбеҙҙең ырыуҙаштары инаныстарын үҙгәртергә теләмәгән, мәжүсилекте яҡлап, йән аямай һуғышырға әҙер торған. Һижрәнең өсөнсө йылында Аллаһ Илсеһе ырыуҙы Исламға өндәп, үҙенең вәкилдәрен ебәрә, әммә уларҙы ҡарауыллап тороп, үлтереп ташлайҙар. Пәйғәмбәребеҙ сабырлыҡ күрһәтеп, ҡанға ҡан менән яуап бирмәй, ә ҡаһарман ырыуҙы тыныс юл менән яҡынайтыу юлдарын эҙләй башлай. Йыш ҡына европаныҡылар Исламды ҡылыс менән генә индерелгән дин итеп күрһәтергә тырыша. Үрҙә килтерелгән осраҡ мосолмандарҙың тик дәғүәт, йәғни, өгөт-нәсихәт менән, Исламды аңлатыу юлы менән таратырға ынтылыуын иҫбатлай түгелме ни?! Хатта ебәрелгән вәкилдәр һәләк булғанда ла әле Рәсүлебеҙ милләттәштәренә ҡон ҡайтармай. Дингә ихтыярһыҙлап индерергә ярамай – шулай тигән Аллаһ Илсеһе. Ҡан ҡойоштар килеп сығыуында бары тик Ислам дошмандары ғына сәбәпсе булған.

Туғанлашыу, дин ҡәрҙәшлеккә ҡан ҡәрҙәшлек юлы менән дә килеү – ошо юлды һайлай йыш ҡына Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. Был юлы халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған, һүҙе үткән Зәйнәб Инәбеҙ менән никахлашыу мосолмандарҙың һаны артыуына, ҡеүәтләнеүенә килтерә. Һүзәймә ҡыҙы Зәйнәб Рәсүлебеҙгә илселек вәкәләте бирелгәнгә тиклем егерме йыл әүәл донъяға килә һәм Әһле мосолман Инәһе булғанға тиклем ике тапҡыр кейәүҙә була. Ырыуынан тәүгеләрҙән булып ул Ислам ҡабул итә һәм әҡрәбәләре араһында динебеҙ таралыуға сәбәпсе була. Беренсе иренән ул үҙ теләге менән айырылып, Ғөбәйд ибн Харис исемле мосолманға кейәүгә сыға. Тик Бәҙер һуғышында ире шәһит үлеме менән һәләк була.

Пәйғәмбәребеҙ Зәйнәбтең тол ҡалғанын белгәс, уны һората һәм ыңғай яуап ала. Мосолмандар өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға була был никах – ҡеүәтле ырыу менән дошманлыҡ юҡҡа сыға, улай ғына ла түгел, яугирҙәр сафы бына тигән ҡыйыу һуғышсылар менән тулылана.

Пәйғәмбәребеҙ ҙә күңеле аҙғынлыҡтан түгел, ә Исламды, дәүләтте, милләтте ҡеүәтләндерер өсөн төрлө, хатта дошманлашып йәшәгән ҡәбиләләрҙең ҡыҙҙарына өйләнгән.

…Мөьмин-мосолмандарҙың Инәһе исеменә лайыҡ булған изге күңелле Зәйнәб бин Һүзәймә аша Исламға көс-ҡеүәт өҫтәлә, динебеҙ тарихына уның исеме инеп ҡала. Пәйғәмбәребеҙ ҡатыны булыу бәхетен ул оҙаҡ татый алмай, никахтан һуң өс-дүрт ай үтеүгә, утыҙ ғына йәшендә мәңгелек донъяға күсә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул күп изгелектәр эшләп өлгөрә, ғибәҙәттән айырылмай. Уға йыназаны Пәйғәмбәребеҙ үҙе уҡый һәм кәүҙәһе Йәннәт әл-Баҡый зыяратына ерләнә.

Өммө Сәләмә р.ғ. (Өммө Сәләмә бинт Әбү Үмәйә)[үҙгәртергә]

Ғәрәптәрҙә йыш ҡына кешенең үҙенә ҡушылған исеме онотолоп, йә ата-әсәһенә, йә балаһына бәйле ҡушамат тағыла. Пәйғәмбәребеҙҙе, мәҫәлән, ярайһы йыш Әбү әл-Ҡасим, йәғни Ҡасимдың атаһы тип йөрөтә торған булғандар. Өммө Сәләмә Инәбеҙҙең ысын исеме Һинд. Сәләмә исемле улы тыуғас, уның шул баланың әсәһе икәнлеген ошо рәүешле “мөһөрләп” ҡуйған ырыуҙаштары.

Һинд Мәккәлә рисәләт инерҙән 15 йыл әүәл донъяға килгән. Исламды ул тәүгеләрҙән булып ҡабул иткән һәм шул арҡала бик күп ауырлыҡтар, ҡайғылар кисергән. Ике туған ағаһы Абдуллаға кейәүгә сыҡҡас, мәжүсиҙәр һыйҙырмау арҡаһында Хәбәшстанға (Эфиопия) күсенәләр. Шунда улдары донъяға килә. Сит ер – сит ер инде, Мәккәгә кире ҡайтып, Мәҙинәгә һижрәт яһамаҡсы булалар. Тик мәжүси диндә ҡалған туғандары Өммө Сәләмәне Мәҙинәгә йүнәлгән Абдулланан айырып алып ҡала.

Ҡатын Мәккә ҡөрәйештәренең бик абруйлы мәхзүмит араһынан булып, ошо заттан һәр ерҙә һүҙе үткән Әбү Йәһел һәм Хәлид ибн Вәлид Исламға даими дошманлыҡ ҡылып торалар. Әбү Йәһел хатта бер сәхәбәнең әсәһе Сүмәййәне үлтерә, мосолмандар менән алыш-биреште туҡтаттыра, Мәҙинәгә күсенгәндә Пәйғәмбәребеҙҙе юҡ итергә тап ул өгөтләй һәм үлтереүселәрҙе лә үҙе туплай. Өммө Сәләмә менән шулай ҡыланыуҙары, тимәк, тәбиғи. Абдулланың ғаиләһе малайҙы үҙҙәренә алмаҡсы була, әсәй яғы бирмәй, талаш-ыҙғыш китә. Баланы шулай ҙа атай яғы тартып ала. Йыл буйы Өммө Сәләмәнең күҙ йәше кипмәй. Ниһәйәт, уға туғандары, балаһын алып, ире янына күсергә рөхсәт бирә.

Ире күп тә үтмәй Бәҙер янындағы яуҙа ныҡ имгәнә. Йәнә һуғыш сыға, ҡаһарман һәм тоғро яугир башлыҡ сифатында йәнә йыһатҡа китә. Яралары яңынан асылып ҡайтып, биш ай ғазапланып ята ир.Ул шәһит үлеме менән баҡый донъяға күскәс, тоғро сәхәбәһе менән бәхилләшергә Рәсүлебеҙ үҙе килә. Мәрхүмдең күҙҙәрен үҙ ҡулы менән йомдора ул һәм: “Күҙҙәр йәндең тәндән сыҡҡанын күрә”, - тип әйтә, уға Алланан ожмах һорап, доға ҡыла.

Күпмелер ваҡыт уҙғас, Пәйғәмбәребеҙҙән тәҡдим менән киләләр. Үҙенә ниндәй оло хөрмәт күрһәтелгәнен аңлаған ҡатын һөйөнһә лә, дүрт етеме Рәсүлебеҙ ғаиләһенә ауырлыҡ килтерер, артыҡ тамаҡ булыр тип уйлап, йәнә ризалашмай. Ҡатынды нимәләрҙер борсоғанын тойоп, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм уның янына үҙе килә һәм шиктәренә тынысландырырлыҡ яуап бирә.

Ошо һөйләшеүҙән һуң Һижрәнең дүртенсе йылында, шәүүәл айында никах уҡылып, Өммө Сәләмә мөьмин-мосолмандарҙың Инәһе дәрәжәһенә күсә. Уның Әбү Йәһел ағаһы был ваҡытҡа мосолмандар менән һуғышта үлеп ҡалған була, Хәлид иһә башҡаса Пәйғәмбәребеҙгә ҡаршы сыҡмай, сөнки ғәрәптәрҙә кейәү-еҙнә яғы менән низағлашып йәшәү ғәйеп һанала. Шулай итеп, Өммө Сәләмә Инәбеҙ арҡаһында Мәккә мөшриктәренең йоғонтоло бер заты дошман булыуҙан туҡтай.

Ғаиләнең яңы ағзаһын вафат булған Зәйнәб Инәбеҙ бүлмәһенә урынлаштыралар. Унда нимәләр булғанын Өммө Сәләмәнең һүрәтләүенән Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатындары ни тиклем ябай, фәҡирлек сигендә йәшәгәнен күрербеҙ.

- Бүлмәлә һыу ташыр көршәк, ҡул тирмәне, ваҡ-төйәк һауыт-һаба, пальма сүсе тултырылған мендәр менән юрған бар ине. Бер көршәктә һары май, йәнә бер һауыт арпа таптым.

Бүлмәлә табылған ризыҡтан ябай ғына никах ризығы әҙерләй Өммө Сәләмә Инәбеҙ. Ошо көндән Рәсүлебеҙ өсөн ул яҡшы ҡатын, кәңәшсе, ярҙамсыға әүерелә.

Өммө Сәләмә р.ғ. фикһ (Ислам хоҡуҡиәте) мәсьәләләрендә тәрән ғилемлелек күрһәтә, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын тоғро итеп аңлата. Ғәйшә Инәбеҙҙән ҡала иң күп (378) хәҙис ҡалдырыусы ла – ул.

…Өммө Сәләмә р.ғ.Пәйғәмбәребеҙ ғаиләһенә килер ҡайғы алдан белдерелеп, сер ышандырылған, Рәсүлебеҙҙең ейәне ҡан ҡойор тупраҡты һаҡлаған изге ҡатын. Ул Аллаһ Илсеһенең ҡатындары араһында иң оҙон ғүмерлеһе, 84 йәшендә иң һуңғыһы булып баҡый донъяға күскән.

Зәйнәб бинт Йәхеш (Джәхш) р.ғ.[үҙгәртергә]

Ғариф Ғөбәй атлы татар яҙыусыһының “Ҡөрьән серҙәре” тигән китабы бар ине. Шунда тап бына Зәйнәб бинт Йәхеш тураһында бик мыҫҡыллы ялған баҫылғайны.

Ялған шунан ғибәрәт. Зәйнәб Зәйедкә никахланғас, имеш, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм бер ваҡыт уларҙың бүлмәһенә ингән дә, ҡатындың йөҙө-башы асыҡ икәнен күреп, һоҡланыуын белдергән. Зәйнәб, йәнәһе, ваҡиғаны Зәйедкә һөйләгәс, ире талаҡ әйтергә булып киткән. Хәҙистәрҙә был икенсе төрлө аңлатыла.

Имам Әбү Бәкер (Ғәйшә р.ғ.-нең атаһы) быны ишеткәс: “Был риүәйәт ялған, - тигән. – Был риүәйәтте еткереүселәр – пәйғәмбәрлектең урынын, дәрәжәһен, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең әһәмиәтен аңлай алмаған һәм аҡылдары етешмәгән кешеләр. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең пәйғәмбәрлеген һәм бөйөклөгөн, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында әһәмиәт һәм мәртәбәһен аңлаған кеше уның хаҡында бындай эштәрҙе мөмкин була тиеү ихтималы юҡ. Зәйнәб Зәйедкә барғансы Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өйөндә, әһле бәйт араһында үҫте (улар – бер заттан – авт.). Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм һәр ваҡыт уны күрә ине. Зәйнәбтең йәш ҡыҙ ваҡытында уны күреп, күңеленә һис нәмә төшмәне. (Ул ваҡытта әле ҡатын-ҡыҙ һижәп кеймәгән – авт.). Үҙенең ҡолона никахланып, кеше ҡатыны булғандан һуң нисек уға күҙе төшһөн! Ғөмүмән, уға Хаҡ Тәғәләбеҙ: “Донъя тормошоноң алтыны кеүек рәхәтлек итеп ҡылған ҡатындарға ҡарашыңды һуҙма!” – тип бойорған.” Ә Пәйғәмбәребеҙҙең Аллаһынан ҡурҡыуы барса әҙәмдәрҙең ҡурҡыуынан артығыраҡ булғаны мәғлүм.

Ғабдуллаһ исемле кеше һеңлеһенең Рәсүлебеҙҙең ҡатыны булыуын бик теләһә лә, ғәләйһиссәләм уға үҙе аҫрау уллыҡҡа алған ҡол егет Зәйед ибн Харисты өйләндерә. Зәйедкә сыҡҡанда уға 34 тула - хатта бөгөнгө ҡараштан да ултырған ҡыҙ, һәм ғөмүмән ул заман өсөн ярайһы оло йәштә була.

Зәйедте үҙ нәҫеленә ҡатнаштырып, Аллаһ Илсеһе элекке ҡолдарға кәмһетеп ҡарауға сик ҡуйырға теләй, сөнки шуғаса ирекле ҡатын-ҡыҙҙы ундайҙарға кейәүгә бирмәгәндәр. Зәйнәб баштан уҡ никахҡа ҡырҡа ҡаршы сыға, хурлана, әммә шунан алда ғына Пәйғәмбәребеҙ әмеренә буйһонмауҙы тыйыусы аят (“Әл-Әхзәб” сүрәһе, 36-сы аят) иңгәнлектән, сараһыҙҙан ризалаша. Мәгәр көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, йәш ғаиләлә туҡтауһыҙ ыҙғыш китә, Зәйнәб ирен һис тә үҙ итергә теләмәй. Ҡатындың туған-тыумасаһы был хәлгә бик көйөнә, төрлөсә өгөтләп ҡарауҙар ҙа һөҙөмтә бирмәй. Зәйед талаҡ ҡылырға теләгәс, Пәйғәмбәребеҙ нисә мәртәбә ҡаршы була, әммә бер йылдан йәштәр айырылыша.

Пәйғәмбәребеҙ ошо ҡарар арҡаһында туғандары ғаиләһендә килеп сыҡҡан көйөнөстәр өсөн бик борсола һәм Зәйнәбкә өйләнеп, уларҙы ризалатырға теләй. Әммә элекке йолалар быға мөмкинлек бирмәй. Эш шунда, ғәрәптәрҙә аҫрау улдар үҙ улдары менән бер һаналған, ә ҡайныға килененә өйләнеү рөхсәт ителмәгән. Ләкин бит Рәсүлебеҙ тормошондағы бер генә ваҡиға ла хикмәтһеҙ бирелмәгән. Ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыттан һуң аҫрау улдар үҙ атаһы исеме менән йөрөтөлөргә тейешлеге, һәм улар аҫраусыһы менән ҡан ҡәрҙәшлеккә дәғүә итә алмауы тураһында аяттар иңә (“Әл-Әхзәб” сүрәһе, 4-5 аяттар). Аҫрау улдарҙың ҡатынына өйләнеүҙе тыйыусы йола ла юҡҡа сыға.

… Сараһыҙҙан талаҡ ҡылып, Зәйед ҡатынын айырғас, ғиҙҙәте* тулғандан һуң Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан Зәйнәбкә өйләнергә тейешлеге белдерелә. Зәйнәб раҙыяллаһу ғәнһә Аллаһы Тәғәлә насиб ҡылған был бәхеткә бик ҡыуана.

Пәйғәмбәребеҙ яусы итеп Зәйедтең үҙен ебәрә. Был никах йылдар буйы Аллаһ алдында ла, кешеләр алдында ла ялған булып тороусы күренеште – яттың балаһын үҙенеке тип иҫбатлауҙы юҡҡа сығара.

Зәйнәб бинт Йәхеш Пәйғәмбәребеҙгә илселек вазифаһы бирелерҙән егерме йыллап әүәл донъяға килгән. Бәррә исемле булһа ла, өйләнгәс, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм уны Зәйнәб тип атап йөрөтә башлаған.

Ул ҡөрәйеш затынан ғына түгел, Рәсүлебеҙҙең олатаһының һеңлеһенең ҡыҙы. Ғәрәптәрҙә генә түгел, башҡа бик күп халыҡтарҙа ла әлегәсә ике туған булған ҡыҙ менән егеткә өйләнешеү рөхсәт ителә. Зәйнәб тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул итеп, Мәҙинәгә Һижрәт ҡылыусыларға ла тәүгеләр сафында ҡушыла. Ул бик динле лә, ифрат уңған һәм һөнәрле лә ҡыҙ булған. Тегеү-сигеүгә оҫта булған, ошонан алған килемен гел фәҡир-фоҡараға таратып, йомартлығы, кеше йәнле булыуы менән дан алған.

Зәйнәб Инәбеҙ Пәйғәмбәребеҙгә бик тә лайыҡ булырға тырыша һәм фарыз ғәмәлдәрҙе генә үтәү түгел, өҫтәп бик күп нәфел намаҙҙар уҡый, ураҙа тота. Бер саҡ Рәсүлебеҙ мәсеттә ниндәйҙер бау күреп ҡала һәм аптырап уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын һорай. Сәхәбәләр аяғында тора алмаҫлыҡ булып намаҙ уҡып арығас, Зәйнәб Инәбеҙҙең шуға тотоноп ғибәҙәт ҡылыуын әйтәләр. Пәйғәмбәребеҙ быны һис оҡшатмай, сисеп алырға бойора һәм:

- Хәлдән тайғансы ғибәҙәт ҡылыуҙың файҙаһы юҡ. Көсөгөҙ-хәлегеҙ булғанда ғына уҡығыҙ намаҙҙы, - тип әйтә.

Иҫ киткес тоғро һәм намыҫлы, йомарт була Зәйнәб Инәбеҙ. Ғәйшә Инәбеҙ тураһында ғәйбәт таралғас, Пәйғәмбәребеҙ унан, берәй шикле нәмә булманымы, тип һорай. Уның яуабы һәммә мөслимәләр өсөн өлгө һәм тормош маяғы булырлыҡ: “Үҙ күҙем менән күрмәгән һәм үҙ ҡолағым менән ишетмәгән бер нәмәне лә мин ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Биллаһи, мин Ғәйшә тураһында яҡшынан башҡаһын әйтә алмайым”.

Пәйғәмбәребеҙҙең вафатынан һуң илгә Хәҙрәти Ғүмәр идара иткән ваҡытта ул сәхәбәләргә ай һайын ярҙам аҡсаһы биреп тора. Зәйнәб Инәбеҙ үҙенә бирелгән аҡсаны күргәс, был беҙҙең һәммәбеҙгәме, тип һорай. Үҙенә икәнен белгәс, ул хеҙмәтсе ҡатындан был аҡсаны услап-услап кешеләргә тараттыра. Тоҡсай төбөндә бер ни ҡалмай. Шул саҡ хеҙмәтсеһе ул аҡсаның Зәйнәб Инәбеҙҙең ялсыларына ла тәғәйенләнгән булыуын әйтә. Инәбеҙ уларға үҙенең һаҡлыҡҡа тотҡан аҡсаһын бирә лә ҡуя.

Ғүмәр раҙыяллаһу ғәнһү быны ишеткәс, мең дирһәм тотоп үҙе килә һәм һис юғы шуны үҙенә ҡалдырырға ҡуша. Әммә Зәйнәб Инәбеҙ быныһын да таратып бөтә һәм:

- И раббым, Ғүмәр биргән хәйер-саҙаҡаны минең өҫтөмә һалма. Донъя малына нәфсенән ҡотҡар, - тип доға ҡыла. Башҡаса ул бер ҙә Хәҙрәти Ғүмәрҙән ярҙам алмай.

Ул Аллаһ хаҡына фәҡир-фоҡараны һөйөндөрөүҙән тәм-йәм тапҡан, бының ике донъяла ла бәхет биреүен аңлаған.

Пәйғәмбәребеҙҙән бер мәл ҡатындары:

- Һин мәңгелек донъяға күскәс, кем иң беренсе булып һинең яныңа барыр? – тип һорағандар.

- Иң мул ҡуллығыҙ, - тип яуаплаған Рәсүлебеҙ.

Ҡулдарын үлсәшеп, Сәүҙә Инәбеҙҙеке иң оҙоно (мулы) икәнен белгәндәр, һәм ул Пәйғәмбәребеҙҙең вафатынан һуң үлемгә ныҡлы әҙерләнә башлаған. Әммә беренсе булып мөбәрәк ире янына Инәбеҙ Зәйнәб юлланған. Баҡһаң, уның ҡулының йомарт булыуын күҙҙә тотоп әйткән булған Рәсүлебеҙ.

Зәйнәб Инәбеҙгә йыназаны Хәҙрәти Ғүмәр үҙе уҡый һәм мәрхүмә Йәннәт әл-Баҡый зыяратына ерләнә.

Йүвәйриә р.ғ. (Йүвәйриә бинт әл-Харис)[үҙгәртергә]

Ғәрәптәрҙең Бәни Мөстәлиҡ тип аталған ырыуы башлығы Харис ибн Әбү Дирарҙың аҫтыртын ғына ҡорал, аттар һатып алыуы, ир-егеттәрҙе һуғышҡа әҙерләүе хаҡында мәғлүмәт Пәйғәмбәребеҙгә килеп инә. Мосолмандар йәһәт кенә йыйынып юлға сыға һәм теге ырыу көтмәгәндә уларҙың һыулау урынын биләй. Мөстәлиҡтәр ҡаушап ҡала, бер хәл дә итә алмайҙар. Рәсүлебеҙ ҡан ҡойошҡа килтермәй генә солох төҙөшөүгә һәр саҡ өҫтөнлөк биргәнлектән, Хәҙрәте Ғүмәргә Исламға өндәп оран һалырға ҡуша. Тегеләр иһә яуапҡа уҡ яуҙыралар. Мосолмандарға яу башларға тура килә. Ҡыҫҡа, әммә ҡаты яуҙа Бәни Мөстәлиҡ ырыуы еңелә, башлыҡтары Харис ибн Дирар ғына ҡасып ҡотола.

…Мосолмандар ҡулына күп мал инә, әсир төшә. Улар араһында башлыҡтың ҡыҙы Бәррә лә була. Сабит исемле сәхәбә өлөшөнә тейгән ҡыҙ үҙенә ирек һатып алмаҡсы булып, аҡса тәҡдим итә. Иҫ киткес сибәрлеге менән таң ҡалдырған ҡыҙҙың үтенесен кире ҡаға алмай тегеләр, әммә ҙур хаҡ һорайҙар. Бәррә 9 үлсәү алтынды түләй алмай. Ғорурлығы, ҡыйыулығы, тәүәккәллеге өҫтөнә аҡыллы ла ҡыҙ шунда көтөлмәгән аҙым яһай - ярҙам һорап Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенә мөрәжәғәт итә.

Мосолмандарға даими зыян эшләп торған ҡеүәтле был ырыуҙы күптән инде үҙ яғына ауҙарыу юлын эҙләгән Рәсүлебеҙ ҡыҙҙың үтенесен тыңлағас, иреккә сығарыу өсөн үҙе түләйәсәген белдерә. Шунан ҡатыны булырға тәҡдим яһай.Бәррә икеләнеп тормай, шунда уҡ ризалаша.

Атаһы иһә был ваҡытта ҡыҙын әсирлектән йолоу өсөн бер нисә дөйә алып, Мәҙинәгә йүнәлә. Юлда уларҙы бер кем дә күрмәй. Иң шәп ике дөйәһен таулы юл буйында йәшергәс, Харис Рәсүлебеҙ алдына килеп баҫа:

- Ҡыҙым һеҙгә әсир төштө. Дәрәжәм, яҡшатым булған килеш, уны шул хәлдә ҡалдыра алмайым. Ҡыҙымды ебәреүегеҙҙе талап итәм.

Пәйғәмбәребеҙ йылмайып яуап бирә:

- Ул үҙе һайлаһын, шуға ризаһыңмы?

Ҡыҙының ярҙамдан баш тартмаҫына ышанған Харис ныҡ яңылыша, Бәррә: - Мин Рәсүлебеҙҙе һайлайым, - тип яуап бирә. Күңеленә Ислам нуры инеп өлгөргән Бәррәне өгөтләүҙәр ҙә, хур иттең, тип тиргәүҙәр ҙә инде бушҡа була. Уның йөрәгендә Исламға һәм Пәйғәмбәребеҙгә мөхәббәт хисе уянған була инде һәм, ошо юлды һайлап, артабан яҙмышын башкөллө уларға бағышлай.

Харис ҡыҙының ҡарары менән һис килешә алмай, һаман ныҡыша:

- Ҡыҙым өсөн ана бер көтөү дөйә килтерҙем, алығыҙ ҙа ҡыҙымды ҡайтарығыҙ.

Пәйғәмбәр әфәндебеҙ шул саҡ Харисты һәм уның төркөмөндәгеләрҙе хайран итерлек һүҙ әйтә:

- Әҡиҡтә тау араһына йәшергән ике дөйәңде ни эшләтәһең? Ниңә уларын да алып килмәнең?

Дөйәләрҙе йәшергәндәрен бер кем дә күрмәгәнен белгән Харис Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Аллаһ Рәсүле булыуын аңлап тетрәнә һәм йөрәгенә нур инеп, шәһәҙәт кәлимәһен әйтә. Уның артынан ике улы ла, һәммә юлдаштары ла Ислам ҡабул итеүен белдерә.

Шул рәүешле дошман ҡәүем – дуҫҡа, ә унан инде туғанға әүерелә. Рәсүлебеҙ Харистың дөйәләрен алып, ҡыҙын кире ҡайтара, шул уҡ ваҡытта уны һората һәм ыңғай яуап ала. Уның исемен Йүвәйриәгә Пәйғәмбәребеҙ үҙе үҙгәртә, сөнки “бәррә” һүҙе “бәрәкәт” тигәнде аңлатҡанлыҡтан, ҡайһы саҡ һөйләмдәргә, мәҫәлән, Мөхәммәдтең өйөнән бәрәкәт сығып китте, кеүек тейешһеҙ мәғәнә бирә.

Йүвәйриә р.ғ. Пәйғәмбәр ҡатындарына ҡарата Ислам ҡағиҙәләренең башҡа мөслимәләрҙекенә ҡарағанда талапсаныраҡ булыуын белә тороп, үҙенә шундай яҙмыш һайлай. Был сикләүҙәрҙе иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр: 1. Рәсүлебеҙҙең вафатынан һуң уның ҡатындарына башҡаса кейәүгә сығырға рәхсәт ителмәй (Пәйғәмбәребеҙ инде оло йәштә була, ә Йүвәйриәгә был ваҡытта бары егерме). 2. Башҡа мөслимәләргә йөҙөн һәм ҡул суҡтарын күрһәтергә рөхсәт булһа, Пәйғәмбәр ҡатындары тулыһынса бөркәнеп йөрөргә тейеш. 3. Улар менән тик шаршау аша ғына һөйләшергә мөмкин. 4. Гонаһтарына ла, сауаптарына ла икеләтә иҫәп бара.

Был никахтан һуң сәхәбәләр Бәни Мөстәлиҡ ырыуынан төшкән йөҙҙәрсә әсирҙе иреккә сығара, сөнки улар хәҙер бит Пәйғәмбәргә туған тейешле була. Көндәше хаҡында Инәбеҙ Ғәйшәнең әйткәне лә иғтибарға лайыҡ: “Йүвәйриә тиклем үҙ ырыуына файҙа килтергән бер кем дә юҡтыр. Уның арҡаһында йөҙҙәрсә кеше ҡоллоҡтан ҡотолдо”. Өҫтәп, йәнә шулай тиергә лә булалыр: ”Улар ҡоллоҡтан ғына ҡотолманы, ә Ислам ҡабул итеп, үҙҙәренә күркәм яҙмыш һайланы”.

Инәбеҙ Ғәйшә ирен Йүвәйриәнән бик көнләй. Быны ул һис йәшермәй һөйләп тә ҡалдырған.

Йүвәйриә раҙыяллаһу ғәнһә Исламға мөккибән бирелә, бик күп ғибәҙәт ҡыла, йыш ҡына ураҙа тота. Уның бер мәл хатта ауыҙ асмай ураҙа тотҡанын күреп, Пәйғәмбәребеҙ ифтар эшләттерә һәм дауам итергә рөхсәт бирмәй.

Аллаһ Илсеһе менән 6 йыл бәхетле, нурлы ғүмер кисерә Йүвәйриә р.ғ. һәм ғөләмәләргә 7 хәҙис тапшыра. Ул бик йомарт һәм шәфҡәтле була, хатта үҙенә тигән ризыҡты ла фәҡир-фоҡараға саҙаҡа итеп таратып торғаны мәғлүм. Ғөмүмән, Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә, уның ғаилә ағзалары ла байлыҡ туплау менән шөғөлләнмәгән, ә ингәнен ихтыяждан уҙмаҫлыҡ ҡына ҡалдырып, хәйер-саҙаҡа итеп таратып торған. Сәхих Бохари яҙып алған хәҙистәр араһында ошондайы бар: “Ярты хөрмә саҙаҡа ҡылып ҡына булһа ла, уттан (йәғни тамуҡ утынан) һаҡланығыҙ, быны тапмаһағыҙ, һораусыны яҡшы үә йомшаҡ һүҙ менән йыуатығыҙ”. Мәҙинәлә был емеш күп булғанлыҡтан Рәсүлебеҙ “ярты хөрмә” тип әйткән, тимәк, хатта фәҡир генә кеше лә хәленән килгән тиклем саҙаҡа биреп, йәһәннәмдән ҡотола ала, тигән ул. Үҙе һәм ғаиләһе ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгән дә инде.

Монафиҡтар ул заманда саҙаҡаны күп биреүсене лә, аҙ биреүсене лә ғәйепләргә яйын табып ҡына торған. Әбү Ғаҡил әл-Насари тигән фәҡир дүрт ҡаҙаҡ хөрмәне саҙаҡа итеп таратҡас, улар: “Аллаһ һинең дүрт ҡаҙаҡ хөрмәңә мохтаждыр”, - тип көләләр. Ошо ваҡиға айҡанлы Пәйғәмбәребеҙгә “Тәүбә” сүрәһенең 79-сы аяты иңә. “Уларға (монафиҡтарға) рәнйетеүсе ғазап буласаҡ”, – тип тамамлана был аят.

Йүвәйриә р.ғ. 65 йәшкә етеп донъя ҡуя.

Сафия р.ғ. (Сафия бинт Һүәй)[үҙгәртергә]

Сафия р.ғ. – Пәйғәмбәребеҙҙең йәһүди ҡәүемдән килгән ҡатыны. Һарун ғәләйһиссәләм затынан булып, атаһы ла, әсәһе лә күренекле, дәрәжәле тоҡомдан, атаҡлы Бәни Нәдир һәм Бәни Ҡурайза ырыуынан сыҡҡандар. Сафия р.ғ. Мәҙинәлә донъяға килгән.

Был никахтың әһәмиәтен күҙ алдына килтерер өсөн тарихты бер аҙ байҡау зарур. Сафияның атаһы етәкселек иткән Бәни Нәдир ырыуы вәкилдәре Мәккә ҡөрәйештәрен Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ҡаршы һуғыш менән барырға өндәй, ярҙам итергә вәғәҙә бирә, йәнә бер ҡәбиләне яуға сығырға күндерә. Уларҙың хаслыҡ ҡылырға йыйынғанын белгән Пәйғәмбәребеҙ Мәҙинә тирәләй ур (соҡор) ҡаҙып сығырға бойора һәм был эштәрҙә үҙе туранан-тура ҡатнаша.

Ур ҡаҙғанда мосолмандар Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Аллаһ Илсеһе икәнлеген раҫлаусы мөғжизәләрҙең шаһиты булалар – Пәйғәмбәребеҙ күмәк кеше ҡаҙып сығарырға көстәре етмәгән таштарҙы күҙ алдында өшкөрөлгән һыу һибеп онтай. Икенсе юлы бер ҡыҙ бала атаһына килтергән әҙ генә хөрмәне Пәйғәмбәребеҙ күбәйтеп, соҡор ҡаҙыусыларҙың барыһын да туйындыра. Йәбир ибн Абдулла тигән кеше үҙенә әҙерләнгән һарыҡ ите менән тары тәбийәһенән ауыҙ итергә Рәсүлебеҙҙе саҡырғас, ул эшселәрҙең барыһын да саҡырырға ҡуша. Һый ғәжәп рәүештә барыһына ла туйғанса ашарға етә.

Ислам дошмандары Мәҙинәне еңел генә алырға ниәтләп килә, әммә бығаса һуғыштар тарихында күрелмәгән ҡала тирәләй ҡаҙылған ур янында туҡтарға мәжбүр була. Был һуғыш мәлендә хәйлә лә ҡулланыла, Пәйғәмбәребеҙҙең тоғро арҡалаштары хаслыҡлы ҡәбиләләрҙең араһын боҙоуға өлгәшә һәм улар бер-береһенә ышанмай башлай, берлек юғала. Өҫтәүенә ҡаты дауыл сығып, ҡөрәйештәрҙең сатырҙарын осортоп алып китә, аш бешерергә ҡуйған ҡаҙандарын түңкәрә, уттарын һүндерә. Ҡурҡыуға төшкән ҡөрәйештәр сигенергә мәжбүр була.

Таңда мосолмандар еңеү менән йорттарына ҡайта. Әммә Пәйғәмбәребеҙгә Бәни Ҡурайза ырыуының да хаслыҡ ҡылырға йыйыныуы мәғлүм була, һәм мосолмандар яңынан ҡорал алып, улар тарафына йүнәлә.

Нығытмаларҙы уратып мосолмандар 25 тәүлек тора. Ҡурайзаларҙың күңелен хәүеф ялмап алһа ла һаман мосолмандарҙың шарттарына күнмәйҙәр. Һуғыш башлана һәм ҡурайзалар бирелергә мәжбүр була.

Еңелгән нәдириттәр Хәйбәр тигән урынға китә, Ғатафан ырыуы кешеләре менән йәнә Мәҙинәгә һөжүм итеп ҡарай, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Тар-мар ителгән ҡурайзаларҙың ҡалған өлөшө лә Хәйбәргә барып һыйына. Улар мосолмандарға башҡаса дошманлыҡ ҡылмаҫҡа ант итеп, килешеү төҙөй, мәгәр хаслыҡ ҡылыуҙан туҡтарға уйламай ҙа. Бындай шарттарҙа фетнәне тамырынан ҡоротмай тороп, Исламға ҡурҡыныс янағанын аңлаған Пәйғәмбәребеҙ Хәйбәргә яу менән барырға мәжбүр була. Яңы ғына Хоҙайбиә һуғышынан ҡайтҡан сәхәбәләр бик арыған булһалар ҙа, яу яралары йүнәлеп тә бөтмәҫтән, йәнә юлға сыға.

Ауыр була алыш, 15 сәхәбә шәһит булып ҡала, ҡаршы яҡ та күп кенә кешеләрен юғалта. Хәйбәр яулап алынғас, урындағы халыҡҡа ерҙе файҙаланырға рөхсәт бирелә һәм үҫтерелгән уңыштан яһаҡ түләү тураһында килешеүҙәр төҙөлә. Ошо хәстәрҙәрҙе тамамлап, ниһайәт ял итергә ултырған Пәйғәмбәребеҙ табынына шул көндә дошмандар яғынан бер ҡатын ағыулы ит ҡуя. Рәсүлебеҙ итте сәйнәй, әммә һиҙенеп, кире төкөрә. Эргәһендә ултырған сәхәбә киҫәкте йотоп өлгөрә һәм ағыуланып үлә. Тотолған ҡатын, Мөхәммәд халҡыма ауырлыҡтар килтерҙе, Пәйғәмбәр булһа ағыуҙы һиҙер, һиҙмәһә, тимәк ябай батша – унан ҡотолорбоҙ, тип уйлағанын әйтә.

Был яуҙа Сафия лаҙур юғалтыуҙар кисерә: атаһы - Пәйғәмбәребеҙҙе һәләк итергә яҫҡынған башлыҡ Һөйәй ибн Әхтәб, ағаһы һәм ире үлтерелә. Тол ҡалған ҡатын әсиргә төшә. Артабан уның ырыуы дошманлашыуҙан туҡтаһын өсөн Пәйғәмбәребеҙ Сафияны үҙенә килтерергә ҡуша һәм, өҫтөнә һижәп кейҙертеп, тыныс мөғәмәлә менән Ислам дине нигеҙҙәрен аңлатып бирә лә, әгәр теләһә, ҡатыны итеп алырға тәҡдим итә.

Сафия иһә Пәйғәмбәребеҙгә һис шик тотмай, шуның өсөн дә Ислам динен шатланып ҡабул итә. Уның шәһәҙәт кәлимәһен әйтеүенә ҡыуанған Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡатынды азат итә һәм, күпмелер ваҡыт уҙғас, никахҡа инә. Яу ҡырынан Мәҙинәгә ҡайтып барышлай ҡатындың үтенесе буйынса ғәскәргә ҡуныр урынды Хәйбәрҙән байтаҡ алыҫта һайлайҙар. Пәйғәмбәребеҙ бының сәбәбен һорағас, Сафия тоғро һүҙле, ихлас булыуын иҫбатларлыҡ яуап бирә:

- Хәйбәргә яҡын булһаҡ, ырыуҙаштарым берәй хаслыҡ ҡылмай ҡалмаҫтар тип ҡурҡтым.

Пәйғәмбәребеҙ әсиргә төшкән тол ҡатындар менән никахланғас, ғиҙҙәте* тулмайынса шунда уҡ ҡушылыуҙы ла тыя:

- Хаҡ мосолман кеше сәскән емеште һуғармаҫ, - ти ул. Йәғни, ауырлы булып сыҡһа, ул бушанғанса өйләнергә ярамай.

Тимәк, Сафия ла ошо осор уҙғанды көтөргә тейеш булған. Мәҙинәгә ҡайтҡас, уны Харис ибн Ноғман исемле сәхәбәнең йортона урынлаштыралар. Ҡатындар, шул иҫәптән, Рәсүлебеҙҙең хәләл ефеттәре лә уның менән танышырға баралар. Мөбәрәк ире Ғәйшә Инәбеҙҙән көндәше тураһында фекерен һорағас, тегеһе илтифатһыҙ ғына:

- Ҡәҙимге бер йәһүҙә инде, - тип яуаплай.

Пәйғәмбәребеҙ бындай яуапҡа ризаһыҙлығын белдерә:

- Әй Ғәйшә, икенсе ундай һүҙ һөйләмә. Ул Исламды ихластан ҡабул итте һәм хаҡ мөслимә булыуында бер шик тә юҡ.

Көндәштәре Ғәйшә менән Хафса йәһүҙә тип “семеткеләйҙәр”, илатып та ҡуялар. Бер мәл ул шулай күҙ йәштәренә күмелеп ултырғанда Рәсүлебеҙ ҡайтып инә һәм хәлде белгәс:

- Ниңә уларға ҡанбабаларың Һарун менән Муса пәйғәмбәрҙәр, ә ирең Мөхәммәд икәнен әйтмәнең?! – тип йыуата.

Сафия р.ғ. мөбәрәк ирен оло мөхәббәт менән ярата, бер мәл һағышына түҙмәй, хатта Пәйғәмбәребеҙҙең итикәф ҡылғанында, йәғни, мәсеттә яңғыҙ ҡалып ғибәҙәттәргә бирелгән мәлендә уның янына барып ултыра. Сәғәт самаһы бергәләп ғибәҙәт ҡылалар һәм ҡатын, Рәсүлебеҙҙән рөхсәт алып, ҡайтырға йыйына. Йәшәгән ере йыраҡ булғанлыҡтан, хәләле уны оҙата биреп ҡуя, һәм шул саҡ ҡаршыларына ике ансар килеп сыға. Тегеләр уңайһыҙланып, тиҙерәк китергә ашыға, Рәсүлебеҙ иһә уларҙы туҡтата:

- Ашыҡмағыҙ, килегеҙ әле бында. Ҡарағыҙ, минең янымдағы ҡатын – Сафия бинт Һүәй.

Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ тураһында насар уй баштарына ла инеп сыҡмағанын белдереп, ғәфү үтенәләр, әммә киләсәккә тәртип үрнәге алалар - мосолман үҙе тураһында шик уятмаҫҡа, ғәйбәт сығыуға юл ҡуймаҫҡа тейеш.

- Кешенең тамырҙарынан ҡан нисек йөрөһә, шайтан да уның тәнендә шулай йөрөй, - ти шул саҡ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. – Ул һеҙгә үәсүәсә биреп ҡуйыуынан ҡурҡтым.

Ана шундай әҙәпле, намыҫына саҡ ҡына күләгә төшөүҙән дә һаҡланыусы һәм кеше асылын яҡшы белеүсе инсан булған Рәсүлебеҙ. Был хәҙис Инәбеҙ Сафия ауыҙынан яҙып алынған. Тиҫтәгә яҡын хәҙисте тап ул тапшырған.

Мөхәммәд ғәләйһиссәләм дә ҡатынына һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булған, уны яҡлаған, ҡәҙер иткән.

Сафия р.ғ. үҙе ифрат кешелекле һәм йомарт була, донъя малына иҫе китеп бармай. Мәҙинә-Мөнәүәрәгә килгәс, ҡиммәтле биҙәүестәрен тотош Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатимаға һәм көндәштәренә бүләк итеп бөтә. Ҡулына күпме мал инһә лә, хәйер-саҙаҡа итеп таратып тора ул.

Рәсүлебеҙ менән дүрт йыл бәхетле ғүмер кисереп, тол ҡалғас, хеҙмәтсе ҡатын уны һаман йәһүдиҙәр менән аралашыуҙа, улар динен тотоуҙа ғәйепләп, хәҙрәти Ғүмәргә ошаҡлай. Хәлифә быны тикшерергә үҙе килә һәм Сафия Инәбеҙҙән төбәшә башлай.

- Йәһүди булһа ла, туғандарым бит, нисек улар менән аралашмай ти инде, - тип яуаплай ҡатын. - Ә шәмбегә килгәндә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә йома көнөн биргән көйө шәмбене ҙурлауҙан миңә ни файҙа?!

Аҙаҡ хеҙмәтсеһе, шайтан ҡотортто, тип бик ояла, ғәфү үтенә, һәм Сафия Инәбеҙ уға бер ни әйтмәй, асыуланмай.

… Пәйғәмбәребеҙ үлемесле ауырып киткәс, бик ҡайғыра Сафия Инәбеҙ. Бәхилләшергә тип янына ингәс, өҙгәләнеп:

- Һин ауырығансы, мин ауырыған булһамсы. Һинең урыныңда мин ятҡан булһамсы, - тип һыҡрана.

Көндәштәре быны ишетеп, бышылдаша башлай. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм иһә:

- Сафия һәр саҡ тоғро һүҙле булды, - тип, үлем алдынан да уны ҡурсып ҡуя.

Алтмыш йәшендә баҡый донъяға күсә Сафия Инәбеҙ. Бай заттан булғанлыҡтан, үҙе артынан йөҙ мең дирһәм аҡса ҡалдыра. Шуның яртыһын ул туғанына, ҡалғанын мохтаждарға васыят итә. Киң күңелле, йыуаш холоҡло, ипле, алтын ҡуллы, туған йәнле, ихлас шәхес булып иҫтәрендә ҡала ул мөьмин-мосолмандың.

Мысырҙан килгән Мәрйәм р.ғ.[үҙгәртергә]

Пәйғәмбәребеҙгә иңгән: “Әй Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, һиңә был туғыҙ ҡатыныңдан башҡа ҡатындар хәләл түгел. Башҡа мөьминдәргә дүрт ҡатындан артыҡ хәләл булмаҫ. Һәм һиңә уларҙың береһен талаҡ итеп, уның урынына башҡа ҡатын алыу дөрөҫ түгел, ул ҡатындарҙың күркәмлеге һәм сибәрлеге һиңә бик оҡшаһа ла. Шул туғыҙ ҡатыныңдан ҡала һиңә үҙ кәнизәктәрең генә хәләл. Аллаһы Тәғәлә - һәр нәмәне һаҡлаусы,” – тигән аятты иҫкә төшөрәйек (“Әхзәб” сүрәһе, 52-се аят).

Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә Мысыр батшаһы Мүкәүкәс бүләк итеп ебәргән ҡол ҡыҙ Мәрйәм ана шундай хәләл кәнизәктәрҙән була ла инде.

Әлеге лә баяғы Хоҙайбиә килешеүен дә хәтергә алыу зарур Мысырҙан ебәрелгән Мәрйәм тарихына килгәндә. Тап шул килешеүҙә Мәккә мөшриктәре менән мосолмандар араһында 10 йыл дауамында бер-береһенә ҡаршы һуғыш асмаҫҡа һүҙ беркетелә. Ошонан файҙаланып, Рәсүлебеҙ эргә-тирәләге дәүләттәргә батшаларҙы Исламға өндәгән хаттар менән үҙ вәкилдәрен ебәрә башлай.

Мысыр батшаһы Мүкәүкәс үҙенә ебәрелгән вәкилде ҙур хөрмәт менән ҡаршы ала, хатты ла иғтибар менән уҡып сыға. Яҙманың эстәлеге күңелен-ҡәлбен нур менән тултырһа ла, батшалығындағы халыҡтың быны өнәмәү ихтималлығынан хәүефләнеп, ул Ислам диненә күсмәй. Мәгәр бик матур хат яҙып, ҡиммәтле бүләктәр менән оҙата ул Рәсүлебеҙҙең вәкилен. Ҡол биләү заманында, һис шикһеҙ, ҡол бүләк итеү мәртәбәле һанала, шуға ла бүләктәр араһында иркенән мәхрүм һылыуҡайҙар булыуы ла тәбиғи. Мәрйәм һәм Сирин исемле ҡыҙҙар шул рәүешле Пәйғәмбәребеҙ ҡарамағына килеп инә. Мәрйәм йортта ҡала, ә икенсеһен Рәсүлебеҙ Хәсән ибн Сабит исемле сәхәбәгә бирә.

Мәрйәм Мысырҙың Сәид тип аталған бүлемендәге Һәфен ауылында тыуа. Атаһы копт, ә әсәһе ҡәҙимге нәсрани инаныслы был бала кесе йәштән Мүкәүкәс батша һарайына тапшырыла һәм шунда тәрбиә ала. Копттар ҙа – нәсрани инаныслы халыҡ, әммә улар Ғайса пәйғәмбәрҙе кеше түгел, ә Аллаһ тип һанай, ҡәҙимге нәсраниҙар иһә был олуғ шәхесте Аллаһ бөйөклөгөндәге әҙәми зат тип таный.

Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ебәргән хат нисек кенә булмаһын Мысырҙың боронғо тупрағына бер саҡ ҡеүәтле ағастай гөрләп үҫеп китер орлоҡ булып төшөп ята. Тиҫтә йыл самаһы ғына ваҡыт үтә - Мысыр Ғәрәп хәлифәтенә баш һала, ҡеүәтле Ислам донъяһының бер өлөшөнә әүерелә башлай, яңы диндә үҙҙәре өсөн ылыҡтырғыс ҡиммәттәр барлығын күреп, копттарҙың байтағы һис ҡаршылыҡһыҙ Пәйғәмбәребеҙгә иман килтерә. Үҙ инаныстарында ҡалырға теләүселәрҙе лә ихтыярһыҙламайҙар, мәгәр Ислам диненең ни тиклем күркәм әхлаҡ, йән һәм тән сәләмәтлеге биреүсе бер дин икәнен күреп, Мысырҙың күпселек халҡы быуаттар дауамында мосолманға әүерелә. Әлеге көндә был ил халҡының 10 процент самаһы нәсрани диндә ҡала.

…Пәйғәмбәребеҙ йортонда Мәрйәм зиннәтле батша һарайынан айырмалы бөтөнләй башҡа мөхиткә эләгә - бындағы ябайлыҡ, бер-береһенә, шул иҫәптән ҡолдарға ла, ихтирамлы, кешелекле мөнәсәбәт, булғанына ҡәнәғәт ҡылыу, олуғ шәхестең ҡатындарына ярҙам итергә әҙер тороуы уны һоҡландыра, үҙһендерә. Ҡыҙ Ислам дине ҡабул итә, рухи тормошта юғары баҫҡысҡа күтәрелә.

Аллаһы Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙгә ошо кәнизәгенән ир бала бүләк итә. Сабыйы донъяға килгәс, Мәрйәм раҙыйаллаһу ғәнһә ҡоллоҡтан азат ителә һәм мосолман донъяһының күренекле инәләре хисабына инә. Бәпескә Ибраһим тип исем ҡушалар һәм Мәккәнән алыҫ түгел Әүәли тигән ауылда йәшәгән һөт инәһенә тәрбиәгә бирәләр. Пәйғәмбәребеҙ олоғайған көнөндә күренгән улына һөйөнөп, оло бәхет кисерә, йыш ҡына уның янына барып йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ибраһим ауырып китә һәм көндән-көн һулый башлай. Донъяға бөйөк дин ҡалдырып, кешелектең күп өлөшөн уттан ҡотҡарған бөйөк зат, әммә әллә күпме шәхси ҡайғылар кисергән ябай ер кешеһе – Рәсүлебеҙ күҙ нурындай сабыйының ғүмер сырағы һүнеп кенә барғанда ҡайғынан һығылып төшкән Мәрйәменең ҡулынан ала ла малайҙың ҡайнар башын һыйпай-һыйпай ошо һүҙҙәрҙе әйтә:

- Балаҡайым! Беҙ Аллаһтың ҡушҡанына ҡаршы тора алмайбыҙ. Ибраһимым! Әгәр мин үҙебеҙҙән алда киткәндәр менән йәнә күрешәсәгебеҙҙе белмәһәм, ҡайғымдан ни эшләргә белмәҫ инем. Беҙҙе ҡалдырып китеүеңә бик тә ҡайғырабыҙ. Күҙебеҙ тулы йәш, йөрәгебеҙ тулы һағыш. Тәҡдиребеҙ шул булғас, бер хәл дә итеп булмай.

Бала йән биргәндә шунда булған сәхәбәләрҙән Ғабдрахман ибн Әүеф раҙыйаллаһу ғәнһү ғәжәпләнеп һорап ҡуя:

- Рәсүлуллам, әллә илайһың инде?

Көтөп алған сабыйын юғалтыу әрнеше йәнен телгеләгән изге зат:

- Илау бер кемгә лә тыйылмаған, бынан һеҙҙе тыймайым да. Йөрәгеңде ҡайғы-һағыш баҫҡанда күҙҙәргә ихтыярһыҙҙан йәш тула. Әҙәми зат бынан ҡотола алмай. Әммә аҡырып-баҡырып илауҙан һәм яһилият заманынан ҡалған шуға оҡшаш йолаларҙан тыям, - тип яуап бирә.


Пәйғәмбәребеҙ яҙмышы, уның ауыр мәлдәрҙә үҙен тотошо – беҙгә бөйөк үрнәк. Кешелек өсөн уның тиклем изгелек эшләүсе һәм изгелеккә өйрәтеүсе йәнә кем бар? Хеҙмәттәре бәрәбәренә Йәнәбе Хаҡ уны бер ҡайғыһыҙ йәшәтер ине…

Пәйғәмбәребеҙгә оло шатлыҡ килтереп иртәнге ысыҡтай ғына күренеп ҡалған сабыйы оло ҡайғы килтереп китеп тә бара. Әл-Баҡый зыяратындағы бәләкәс кенә ҡәбергә атаһы уны, йыназа намаҙы уҡып, үҙе төшөрә, үҙе тупрағын һала, шул тупраҡҡа һыу һибеп, баш осона ҙур булмаған таш ҡуя.

Шул көндә ҡояш тотола. Бәғзе берәүҙәр быны Пәйғәмбәребеҙҙең улы вафат булыу менән бәйләп, хәбәр сығара. Әммә Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Ҡояш менән Ай – Аллаһы Тәғәлә тәбиғәткә биргән хикмәттәрҙән. Уларҙың тотолоуы бәндәләрҙең береһенең дә үлеме менән бәйле түгел”, - тип уйҙырмаларҙы тиҙ туҡтата. Әҙәми зат хатта бөгөнгәсә теләһә ниндәй ырым-шырымға бирелеп, теләһә ниндәй юҡ-барҙы кеше үлеме менән бәйләп маташҡанда, астрономия фәне әле яралғы ғына хәлдәге быуатта Пәйғәмбәребеҙ хөрәфәткә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп яуаплай, был ваҡиғаны үҙенең абруйын күтәреү өсөн дә файҙаланмай. Тоғро һүҙле - Әхмәт исеме юҡҡа ғына бирелмәгән шул уға. Әгәр Рәсүлебеҙ шул саҡта теге миссионерҙар һымаҡ ҡояш тотолоуҙы үҙ файҙаһына борған булһа, бөгөн Ислам дошмандары ҡулында көслө ҡорал булыр ине.

Улы гүр эйәһе булғандан һуң Мәрйәм Инәбеҙ кеше менән бөтөнләй аралашмай, сабыйының ҡәбере янында ғына йыш була, бәғер иткенәһе хаҡында һағышлана. Иренең йыуатыу һүҙҙәре генә уға көс биреп тора. Бер йылдан инде яҡын кешеһе лә, бар Ислам донъяһын ҡайғыға һалып, мәңгелек донъяға күсә. Сит тупраҡта бер үҙе ҡалған ҡатын донъяуи мөхиттән бөтөнләй ситләшә, башҡаларҙың эшенә ҡыҫылмай, шым ғына үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй. Шуға күрә унан бер хәҙис тә яҙып алынмаған.

Һижрәнең 16-сы йылында, йәғни Пәйғәмбәребеҙҙән биш йылға ғына ҡалып, ул йәшләй вафат була. Йыназаһын ул ваҡыттағы хәлиф Ғүмәр раҙыйаллаһу ғәнһү үҙе уҡый һәм мәрхүмәне улы ятҡан әл-Баҡый зыяратына ерләйҙәр.

Мәймүнә р.ғ. (Маймуна бинт аль-Харис)[үҙгәртергә]

Мәймүнә бинт әл-Харис (ғәр. ميمونه بنت الحارث‎ — Майму́нах бинту ль-Ха́рис) (594 — 674).

Мәймүнә Инәбеҙ – Рәсүлебеҙҙең иң ахырҙа өйләнгән хәләл ефете. Пәйғәмбәребеҙгә мөхәббәтен, уға никахлы ҡатын булырға теләүен ул үҙе белгертә.

Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең һәр никахы – мосолмандар өсөн ғаилә ҡороу өлгөһө тип әйткәйнем инде. Был осраҡта, ҡатын-ҡыҙ үҙ хистәрен башлап белгертергә тейешме, тигән һорауға яуап күрәбеҙ.

Мәймүнә - Зәйнәб бинт Һүзәймә Инәбеҙҙең әсәй бер, атай башҡа һеңлеһе. Уның атаһы Харис - Мәккә ҡалаһының бик абруйлы Бәни Һилал араһы вәкиле. Әсәһе Һинд исемле була, әммә халыҡ уны “ырыҫлынан ырыҫлы ҡарсыҡ” тип йөрөтә, сөнки 6 ҡыҙына шул замандың иң күркле һәм күренекле, олуғ дәрәжәле кешеләре өйләнә. Зәйнәбе, белеүебеҙсә, мөъминдәрҙең бөйөк Инәләре иҫәбендә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Пәйғәмбәребеҙҙең ғаиләһенә ингәс, бер нисә айҙан уҡ донъя ҡуя), икенсе иренән донъяға килгән Мәймүнәһе лә ошо бөйөк затҡа үҙ теләге менән яҙмышын бәйләй.

Мәймүнә р.ғ. Рәсүлебеҙ йортона ингәнгә тиклем ике тапҡыр никахта булып өлгөрә. Икенсе иренән тол ҡалғас, үҙенә өйләнергә теләүселәрҙе кире ҡағып, тик Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә тормошҡа сығыу уйы менән генә янып йәшәй башлай, Өммөл Фаҙыл апаһына йөрәк серен сисә. Ә уныһының ире - иң тоғро, данлыҡлы сәхәбәләрҙең береһе Ғәббәс раҙыйаллаһу ғәнһү. Еҙнәһе оҙаҡҡа һуҙмай Пәйғәмбәребеҙ янына юллана һәм балдыҙының мөхәббәт хистәрен белдерә, мосолмандарҙың Инәһе булырлыҡ гүзәл сифаттарға эйә икәнлеген бәйән ҡыла.

Мәймүнә мәһәр алмай. Уға никахланған мәлдә ошо хаҡта үәхи иңә (“Әхзәб” сүрәһе, 50-се аят):

“Әй Пәйғәмбәр ғәләйһисссәләм, дөрөҫлөктә, Беҙ һин мәһәрҙәрен биргән ҡатындарыңды һәм һин эйә булған (йәғни, кафырҙар менән һуғышта әсир төшөп, һиңә насип булған ) кәнизәктәрҙе һәм һинең менән бергә Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт иткән атаң менән бер туған ир ҡәрҙәшеңдең ҡыҙҙарын, атаң менән бер туған ҡыҙ ҡәрҙәшеңдең ҡыҙҙарын, әсәң менән бер туған ир ҡәрҙәшеңден ҡыҙҙарын, әсәң менән бер туған ҡыҙ ҡәрҙәшеңден ҡыҙҙарын, һәм үҙен пәйғәмбәргә мәһәрһеҙ генә бағышлаған, үҙең өйләнергә теләгән мөьминә ҡатындарҙы никахлауҙы һиңә хәләл иттек. Һуңғыһы (йәғни, мәһәрһеҙ никахланыу) һиңә генә хас, башҡа мөьминдәргә хас түгел”.

Пәйғәмбәребеҙ Мәймүнә Инәбеҙгә ҡөрәйештәр Хоҙайбиә килешеүен үтәп, Мәккәлә ғүмрә хажы ҡылғандан һуң өйләнә.

Никах мәжлесе Мәккәнән йыраҡ түгел Сәриф тигән урында үткәрелә. Хаж ҡылыу шатлығы, Пәйғәмбәребеҙҙең ғаиләһе дәрәжәле зат менән тулыланыу ваҡиғаһы оло байрамға әүерелә. Был көндө никахланған ҡатындың исеме дөрөҫөндә Бәррә булһа ла ошо көндән ул яңыса нарыҡлана, сөнки Мәймүнә исеме ғәрәпсәнән “шатлыҡлы, бәхетле” тип тәржемә ителә. Был Пәйғәмбәребеҙҙең һуңғы никахы, ошонан һуң Аллаһы Тәғәләнең бойороғо килә: “Әй Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, һиңә был туғыҙ ҡатыныңдан башҡа ҡатындар хәләл түгел. Башҡа мөьминдәргә дүрт ҡатындан артыҡ хәләл булмаҫ. Һәм һиңә уларҙың береһен талаҡ итеп, уның урынына башҡа ҡатын алыу дөрөҫ түгел, ул ҡатындарҙың күркәмлеге һәм сибәрлеге һиңә бик оҡшаһа ла. Шул туғыҙ ҡатыныңдан ҡала һиңә үҙ кәнизәктәрең генә хәләл. Аллаһы Тәғәлә - һәр нәмәне һаҡлаусы” – тип әйтелә (“Әхзәб” сүрәһе, 52-се аят). Был туғыҙ ҡатын - баҡый донъяға күскән Хәҙисә Инәбеҙ менән Зәйнәб бинт Һүзәймәнән башҡалары.

Оло ғына йәштә Пәйғәмбәребеҙ йортона шатлыҡлы ваҡиғалар менән килеп ингән Мәймүнә р.ғ. нурлы хәләле менән 4 йыл бәхетле ғүмер кисереп өлгөрә, уның 46 хәҙисен һөйләп ҡалдыра.

Пәйғәмбәребеҙҙең был хәләл ефете намаҙға бәйле бер нисә хәҙис һөйләп ҡалдырған. Иренең тәһәрәте боҙолғандан һуң нисек ғөсөлләнеүе, ашағандан һуң ауыҙын сайҡатып, тәһәрәт алмай ғына намаҙ уҡыуы уның һүҙҙәренән билдәле. Ашау тәһәрәтте боҙмай тигәнде аңлата уның һуңғы хәҙисе.

Мәймүнә р.ғ. башҡа көндәштәре ише шәфҡәтлелеге менән дан тотҡан. Ул ҡолдарын азат итергә яратҡан һәм шул сифаты менән Пәйғәмбәребеҙҙең маҡтауына лайыҡ булған. Бер мәл ул иренә әйтеп тормай ғына үҙендә хеҙмәттә торған бер ҡол ҡатынды азат иткән һәм һуңынан ғына Рәсүлебеҙгә ошо хәлде һөйләгән. Пәйғәмбәребеҙ уны был ҡылығын хуплауын белдергән, әммә ул ҡатынды әсәйеңдең ҡустыларының берәйһенә бирһәң, сауаплыраҡ булыр инең, тигән. Был ваҡиғаны ла Сәхих әл-Бохари хәҙис булараҡ Мәймүнә р.ғ. ауыҙынан яҙып алған. Хәҙис ҡатын-ҡыҙҙың да үҙ ҡолдарын азат итергә хоҡуҡлы һәм быны иренән хатта рөхсәт һорап тормай эшләргә мөмкин икәнлеген күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡол азат ителгәндән һуң ниндәй яҙмышҡа дусар буласағы хаҡында уйлап эш итеүе лә күренә был хәҙистән. Әлбиттә, ҡоллоҡтан ҡотолған ҡыҙҙың яҡшы ғаиләгә инеп, ирле, ҡараулы булып йәшәүе хәйерлерәк.

Милләтенең хөрмәтен ҡаҙанған Мәймүнә р.ғ. хатта бер саҡ бурысҡа бик күп аҡса алып тороп мохтаж кешегә ярҙам иткәне билдәле. Кешеләр аптырап: “Нисек ҡурҡмай үтескә шул тиклем аҡса алаһың? Нисек ҡайтарырға уйлайһың уны?” – тип һорайҙар икән. Мәймүнә Инәбеҙ иһә Рәсүлуллабыҙҙың: “Кем дә кем бурысын мотлаҡ ҡайтарыу ниәте менән аҡса алып тора икән, уға Аллаһ үҙе ярҙамға киләсәк”, - тигән һүҙҙәре менән яуап ҡайтара.

Әлбиттә, был изге эштәр кешегә күрһәтеү өсөн түгел, ихластан, Аллаһ ризалығы, Ахирәт сауабы өсөн башҡарыла. Аллаһ ризалығы өсөн мәрхәмәт ҡылыусы, матди һәм мәғәнәүи ярҙам күрһәтеүсе бер ҡасан да: “Мин фәлән-фәләнгә ана күпме ярҙам иттем, ә ул быны иҫенә лә алмай, хатта яманлыҡ ҡылып ҡуйҙы”, - тип әйтмәйәсәк. Сөнки ярҙамы өсөн хаҡ көтөүсенең саҙаҡаһы юҡҡа сыға, тип өйрәтә динебеҙ.

Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһә был көндәше хаҡында: “Мәймүнә арабыҙҙа иң шәфҡәтле, иң туған йәнле, Алланан бөйөк ҡурҡыу менән ҡурҡып йәшәгән ҡатын булды”, - тип әйтеп ҡалдырған. Мәймүнә р.ғ.-нән етмешләп хәҙис яҙып алынған.

Баҡый донъяға ул 80 йәшендә, Һижрәнең 51-се йылында күсә. Хаждан ҡайтып барғанда ул бик ҡаты ауырып китә һәм тиҙерәк Мәккәнән алып сығыуҙы үтенә. Пәйғәмбәребеҙ менән никах уҡылған ергә - Сарифҡа барып еткәс, ул фани донъя менән хушлаша. Шул рәүешле Рәсүлебеҙҙең юрағаны юш килә – ул Мәймүнә Инәбеҙҙең Мәккәнән ситтә вафат буласағын әйтеп ҡалдырған була.

Өммөл мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре)[үҙгәртергә]

Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең һәммә ҡатындарына бирелгән дәрәжә.

Ҡөрьәндә Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ҡатындары тураһында[үҙгәртергә]

« Мөьминдәргә Пәйғәмбәр барса эштәр йәһәтенән үҙ нәфестәренән тейешлерәк, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең ҡатындары - мөьминдәрҙең әсәләре. Бары тик һеҙ иҫән ваҡытығыҙҙа үҙегеҙҙең яҡныдарығыҙға бер изгелек ҡылһағыҙ, уларға үҙ ҡулығыҙ менән иҡсан итһәгеҙ йәки улар өсөн малығыҙҙан бер нәмә васыят итеп ҡалдырһағыҙ , был зекер ителгән эштәр Ҡөрьәндә йәки Ләүхел-Мәхфүздә яҙылған һәм билдәләнгән
»


« Әй Пәйғәмбәр ҡатындары!һеҙ өммәт ҡатындарынан берәүгә лә оҡшаш түгел. Сөнки башҡа ҡатындарға ҡарағанда фазиләттәрегеҙ күберәк. Әгәр һеҙ Аллаһы тәғәләнән ҡурҡһағыҙ һәм тәҡүә булһағыҙ, кешеләр менән һөйләшкәндә, күңелендә монафиҡлыҡ һәм фасиҡлыҡ сырхауы булған кеше һеҙҙе теләмәһен өсөн, йомшаҡ тауыш менән һөйләшмәгеҙ, яҡшы һәм мәғлүм булған һүҙҙе генә әйтегеҙ; үҙ өйҙәрегеҙҙә ултырығыҙ һәм яһилиәт заманында зиннәттәрен асып йөрөгән ҡатындар ише, зиннәттәрегеҙҙе күрһәтеп, ҡупшыланып йөрөмәгеҙ! Намаҙҙарығыҙҙы үтәгеҙ һәм зәҡәттәрегеҙҙе түләгеҙ! Фарыздарҙы үтәп, Аллаһы тәғәләгә, Уның Рәсүленә итәғәт итегеҙ. Бынан башҡаны Аллаһы тәғәлә һеҙгә теләмәҫ. Ул һеҙҙе гонаһтан йыраҡлаштырырға теләй. Өйҙәрегеҙҙә Аллаһы тәғәләнең Китабынан уҡылған аяттарҙы һәм Пәйғәмбәр һүҙҙәрен - хәдистәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Дөрөҫлөктә Аллаһы тәғәлә һеҙгә йомшаҡ һәм йомарт, һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе һәм эштәрегеҙҙе белеүсе.
»


« Әй Пәйғәмбәр ғәләйһиссәлм! Ни өсөн һин Аллаһы тәғәлә хәләл иткән нәмәне үҙең өсөн хәрәм ҡылаһың? Һин ҡатындарыңдың ризалығын теләйһең. Аллаһы тәғәлә - гонаһтарҙы ярлыҡаусы, мөьминдәргә миһырбанлы һәм мәрхәмәтле.Дөрөҫлөктә, Аллаһы тәғәлә һеҙҙең өсөн әйткән анттарығыҙҙың сиселешен моҡаррар ҡылды һәм һәм бәйән итте. Аллаһы тәғәлә - һеҙҙең хужағыҙ, яҡшлыҡ итеүсегеҙ. Ул - бәндәләрҙең мәслихәттәрен белеүсе, бәндәләр тураһында хикмәт һәм мәслихәт менән эш ҡылыусы. Әй мөьминдәр, шул ваҡытты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ - Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ҡатындарының ҡайһы береһенә бер һүҙҙе сер итте. Береһе икенсеһенә был серҙе асҡас, Аллаһ Пәйғәмбәргә (ғ.с) был эште белдерҙе. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм был хаҡта ҡатынына әйткәс, ул : "Быны һиңә кем хәбәр итте?" тип һораны. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: "Миңә йәшерен һүҙҙәрҙе белеүсе, күңелдәрҙә булған нәмәләрҙән Хәбәрҙәр Аллаһ хәбәр итте", - тип яуап бирҙе.Әгәр һеҙ тәүбә итһәгеҙ, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең хәтерен рәнйетмәһәгеҙ, уға ярҙамсы булһағыҙ, был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ һәм файҙалыраҡ булыр. .. Әгәр Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең хәтерен рәнйетеү өсөн бер-берегеҙгә ярҙамсы булһағыҙ, дөрөҫлөктә, Аллаһы тәғәлә - Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә ярҙам итеүсе. Унан һуң шулай уҡ Ябраил да, мөьминдәрҙең изгеләре лә, барса фәрештәләр ҙә Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә ярҙам итеүселәр. Әгәр Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм һеҙҙе талаҡ итһә, Раббыһы уға һеҙҙән яҡшыраҡ ҡатындарҙы бирер. Аллаһтың фармандарын үтәүсе, ихлас ышаныусы, намаҙҙы үтәүсе, гонаһтан тәүбә итеүсе, ғибәҙәт ҡылыусы, ураҙа тотоусы, ирҙә булған ҡатындарҙы йәки ғиффәтле ҡыҙҙарҙы.
»


Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  • Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. - Ҡазан:2004 йыл
  • Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. -2008,№№ 7-12

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. «Муруджуз-захаб» т.2, стр. 282—283
  2. Жёны Пророка — Жизнь пророка Мухаммада
  3. «Тарихи-Йакуби», в переводе на перс. яз., т. 1, стр. 452—455
  4. М. Уотт. Мухаммад в Медине
  5. [http://www.islam.ru/woman/pora9je/ Юсуф аль-Карадави, глава Международной ассоциации улемов. Из книги «Современные фетвы»

Ҡалып:Женщина в исламе Ҡалып:Сахабы