Китаптар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Китаптарҡөръән, исламдағы изге китап.

Әл-Фатиха — Ҡөръәндең беренсе сүрәһе

Аллаһы Тәғәлә дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен бәйән итеп,пәйғәмбәрҙәр аша йөҙ ҙә дүрт (104) китап иңдергән.Пәйғәмбәрҙәр ошо китаптар ярҙамында ҡәүемдәрен изге ғәмәлдәргә өндәгән. Иң беренсе Китап Әҙәм ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ (бит), Шис ғәләйһиссәләмгә 50 ҡағыҙ (бит),Иҙрис ғәләйһиссәләмгә 30, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ (бит) иңдергән. Муса ғәләйһиссәләмгә Тәүрат китабын, Дауыт ғәләйһиссәләмгә Зәбур китабын, Ғайса ғәләйһиссәләмгә Инжил, һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә ғәләйһиссәләм Ҡөръән китабын иңдергән. Ҡөръән алдағы бар китаптарҙы ла эсенә алған китап. Донъялыҡ өсөн дә, әхирәт өсөн дә кәрәкле хөкөмдәр бар.